Иҡтисади “талпан”дар17.02.2016
Иҡтисади  “талпан”дар Көндәлек тормошта кешеләрҙе аптыратҡан, уларҙың аңына һыймаған күренештәр байтаҡ. Йыш ҡына теге йәки был тауарҙың хаҡы кинәт ҡиммәтләнеп китеүе ғәжәпләндерә. Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа ваҡыты-ваҡыты менән ғәҙәти ҡарабойҙай ярмаһы ике-өс тапҡырға ҡыйбатая. Быны серле “баҙар ҡанундары” тигән сәбәпкә һылтап тынысланабыҙ.

Ярай инде ҡарабойҙай уңмаған йыл булһа... Йәки был ярма шул хәтлем ал­маштырғыһыҙ ризыҡ, ти... Өҫтәүенә ул алыш-биреш иткәндә бер затлы валюта ролен уйнаһа инде. Әлбиттә, электән “дефицит” тигән төшөнсәнең ҡоло булғас, халыҡҡа бер шырпы һыҙыу етә: хәбәр таралыу менән, ул магазин кәштәләрен ҡырып-һепереп һала. Һөҙөмтәлә хаҡтар үҫә. Әйтеүҙәренсә, ошондай пиар-кампаниянан етештереүселәр һәм сауҙа хужалары ҙур табыш ҡайыра. Дөрөҫлөк бар­ҙыр, әммә үҙҙәрен енәйәт өҫтөндә тотмағас, бындай һүҙ беркетеү имеш-мимеш кимәлендә генә ҡала.
Әҙәмде икенсе бер борсоған мәсьәлә – нефткә хаҡ төшһә лә, бензинға арзанаймауы. Ошо сәбәпле Америкала бензин осһоҙайыуын ишеткән кешеләр аптырашта: ә ниңә беҙҙә шулай түгел? Быға гәзиттең үткән һандарының бере­һендә яуап бирелгәйне инде: сөнки бензиндың хаҡтағы үҙҡиммәте 10 процент ҡына, ә һалымға 65-е китә!
Араҡы менән дә шул уҡ хәл. Әйтәйек, 230 һум торған бер шешә эсемлектең үҙҡиммәте 35 һум ғына. Етештергән завод бер дана продукциянан 5 һум табыш ала, йәнә 5 һум тауарҙы келәттә һаҡлаған өсөн түләнә, өҫтәмә хаҡҡа һа­лым – 25 һум, ваҡлап һатҡанда 60 һум ҡушыла. Әммә хаҡтың иң ҙур өлөшөн – һәр шешәнән 100 һумды – акциз тәшкил итә. Ә нимә ул акциз? Ҙур ихтыяж менән файҙаланған тауар­ҙарҙан өҫтәмә табыш алған етеште­реүселәргә йөкмәтелгән ситләтелгән һалым. Тимәк, шул уҡ дәүләт ҡаҙнаһын тултырыу ысулы.
Аңлашыламы? Бына шуның өсөн дә етештереүсе бер литр бензиндан алған яҡынса 3 һум 50 тин йәки бер араҡы шешәһенән килгән 5 һум табышын бер нисек тә кәметә алмай. Ҡиммәтселек йәнә һатып алыусының шәхсән бәләһенә әйләнә.
Ошондай иҡтисад тәнендәге “талпандар” һәләк күп. Миҫалға автомобиль өсөн ОСАГО полистарын ғына килтерәйек. Машина йөрөткәндәр белә: документты яңыртыр ваҡыт еткәс, был тотош бер баш бәләһенә әүерелә. Страховка компа­нияһы хеҙмәткәре һаулыҡты һәм ғүмерҙе страховкалауҙы көсләп таға. Һәм полис хаҡы уғата артып китә. Клиент өҫтәмә түләүҙән баш тартып, икенсе компанияға мөрәжәғәт итһә, унда ла шулай ныҡы­шалар... Һөҙөмтәлә кеше йә ризалаша, йә хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә. Ғәйеплеләргә 50 мең һум тирәһе штраф һалғандарын да ишеткеләнек.
Етәкселек бындай ҡылыҡ намыҫһыҙ менеджерҙар эше тип бара, ә хеҙмәт­кәрҙәр, етәкселек шуны талап итә, тип аҡлана. Ысынында был – үҙ-ара килешеп башҡарылған ғәмәл. Хатта күп страховка компаниялары бер-береһе менән һүҙ беркетеп эш итә. Мәҫәлән, Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт идаралығы Силәбе өлкәһендә шундай 18 компанияны фашланы. Суд уларға 32 миллион һум күләмендә штраф һалды. Әле Силәбе страховка ойошмаларына ялыу­ҙар ҡырҡа кәмегән.
Йәки банкта кредит юллау ҙа ошо мәсьәләгә барып төртөлә. Ниндәйҙер сум­маны бурысҡа һорағанда, банк хуплаған сумма күберәк булып сыға. Кире ҡайтарасаҡ аҡса күләме лә үҫә, әлбиттә. Баҡһаң, һинең ғүмереңде лә страховкалап, бурысыңа өҫтәп ебәргән­дәр икән. Бер-бер хәл була ҡалһа, кредит ойошмаһы тишек шоманға ултырып ҡалмаһын, йәнәһе. Күрәһең, ябай кеше генә кемгәлер аҡсалата ярҙам иткәндә “бурыслы үлмәҫ” тигән ырымға ышана...
Тағы бер шундай “талпан” һатып алыу­сыны көнкүреш әйберҙәре һатылған магазиндарҙа көтөп тора. Берәй техника – телевизор, кер йыуыу машинаһы, компьютер кәрәк булды, ти. Хаҡын ҡарап, һайлап алыу менән генә эш бөтмәй. Сос менеджерҙар шунда уҡ завод гарантия­һына өҫтәп үҙҙәренең сауҙа селтәренекен дә тәҡдим итә: “Бер, ике, өс йылға гарантия һатып алһағыҙ, етештереү сифатына бәйле булмаған ремонт талап ителгәндә еңелерәккә төшөр. Был хеҙмәт һеҙгә бушлай күрһәтеләсәк”. Ҡыйбатлы әйбер алғанда шаяртыу урынһыҙ, шуға ла күптәр ваҡланып тормай, шунда уҡ ризалаша. Етмәһә, ул техниканы эшкә ҡушҡанда кәрәк буласаҡ ваҡ-төйәген дә өҫтәп һатып алаһың әле. Кер йыуыу машинаһының тояғына кейҙереләсәк резина таянсыҡ, деталдәре тутыҡмаһын өсөн махсус шыйыҡса, микротулҡынлы мейескә – махсус һауыт-һаба, ноутбукка – махсус сумка... Былары, әлбиттә, үҙ ихтыярыңда.
Ҡайһылай булһа ла бына шулай “ирекле рәүештә” хеҙмәт күрһәтеү көсләп тағылып, кешенән күберәк аҡса һығыла. Ә һатып алыусы аптырай: ниңә бөтә нәмә ҡыйбатлана, ниңә хаҡ төшмәй? Нишләп төшһөн, тәнебеҙгә ҡаҙалған “талпан”дар туйырға уйламағанда...


Вернуться назад