Әллә бөләләр, әллә бөлдөрәләр...16.02.2016
“Башҡортостандағы банкрот ойошмаларҙың 8 проценты милке булмау сәбәпле эш хаҡы буйынса бурыстарын түләй алмауын белдерҙе”, – тине “Росреестр”ҙың республика идаралығы етәксеһе Игорь Шеляков Федераль һалым хеҙмәте, Эске эштәр министрлығы вәкилдәре ҡатнашлығында үткәрелгән ведомство-ара кәңәшмәлә.

Бөлгән предприятиелар һаны, уҙған йыл башындағы менән сағыштырғанда, әллә ни үҙгәрмәгән. Иң күп банкроттар былтыр 1 ап­релдә теркәлгән булған – йәмғеһе 772 ойошма. Йыл аҙағына уларҙың 123-өнөң эш хаҡы буйынса бурысы ҡалған.
Теркәү органы етәксеһе билдәләүенсә, банкротлыҡ мәсьәләһе комплекслы ҡараш талап итә. Предприятиеларҙың күбеһе идара итә белмәү, кредиттарҙы күп алыу, контрагент­тарҙың түләү мөмкинлеге булмауы, ярҙам­лашырға бурыслы ведомстволарҙың иғтибар­һыҙлығы арҡаһында бөлә, тине ул.
2016 йылдың 1 ғинуарынан банкротлыҡ өлкәһендә хоҡуҡ боҙған өсөн яза көсәйтелде. Яңы ҡануниәткә ярашлы арбитраж идарасылар үҙ эшмәкәрлеге буйынса административ яуаплылыҡҡа бер нисә мәртәбә тарттырылған хәлдә алты айҙан өс йылға тиклем вазифаһынан ситләтелә. Былтыр, әйткәндәй, “Росреестр”ҙың төбәк идаралығы тарафынан арбитраж идарасыларға ҡарата 112 протокол төҙөлгән. Һуңғы ике йылда банкрот ойошмаларҙы финанс йәһәтенән һауыҡтырыу процедураһын алып барыусы 14 кеше квалификацияһынан мәхрүм ителгән.


Вернуться назад