Иҫке тәгәрмәстән – яңы юл09.02.2016
Урам, юл саттарында тирә-яҡты сүпләп, йәмһеҙләп ятҡан иҫке автомобиль покрышкаларын йыш күрергә тура килә. Баҡтиһәң, уларҙан бына тигән сеймал эшләргә мөмкин.

Баш ҡаланың Шакша биҫтәһендә “Витарубикс” йәмғиәте ошо ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү менән шөғөлләнә. Тәүге һынау тауары 2014 йылда сығарылһа, былтыр августа беренсе партия етештерелеп, сентябрҙә юл төҙөүсе подрядсылар менән килешеү төҙөлә.
Ойошма директоры Сергей Белкин билдәләүенсә, предприятие бер юлы ике мәсьәләне хәл итә. Беренсенән, тирә-яҡ мөхитте сүпләп ятҡан ҡый-һайҙан ҡотҡарһа, икенсенән, арзан, сифатлы төҙөлөш материалы етештерә. Иҫке покрышкаларҙы ваҡлағандан һуң, резина валсығы хасил була. Ҡоролма йылына егерме мең тонна иҫке шина эшкәртеү ҡеүәтенә эйә. Юғары сифатлы был продукция һуңынан юл төҙөүҙә ҡулланыла. Резиналы битум юл япмаһын оҙаҡ йылдар һаҡлау өсөн ҡулайлы. Ул ситтән алынған ҡыйбатлы битумды алмаштыра, ремонтлау ваҡытын ике тапҡырға кәметә. Резина ҡушылған япма юлдың сифатын яҡшырта, тауышты кәметә, соҡор-саҡыр барлыҡҡа килтермәй. Тауар тейешле сертификат менән раҫланған.
Яңы продукция 2014 йылда Өфөнөң Вологда, йәнә Шакша урамдарын төҙөклән­дергәндә ҡулланылған.


Вернуться назад