Йомортҡаны күберәк һалалар09.02.2016
Рәсәйҙең ауыл хужалығы ойошмаларында 2015 йылдың 11 айында илдә тереләй ауырлыҡта ҡош етештереү 4,9 миллион тонна тәшкил иткән. Был унан алдағы йылдан 8,6 процентҡа, йәғни 396,3 мең тоннаға күберәк. Айырыуса Псков, Иваново өлкәләрендә, шулай уҡ Сыуаш Республикаһында һиҙелерлек үҫеш күҙәтелгән.

Ә йомортҡа етештереү өс процентҡа артҡан. Был йәһәттән Һарытау, Ярославль өлкәләре, Чечен Республикаһы, Камчатка крайы ярайһы яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә.
Сусҡасылыҡ тармағында ла ыңғай күр­һәткестәр күҙәтелгән (8,6 процент, 220,7 мең тоннаға күберәк). Курск, Белгород, Тверь, Псков өлкәләрендә юғары үҫеш теркәлһә, Орел, Омск, Һамар өлкәләрендә, Татарстанда етештереү кәмегән.


Вернуться назад