Ташландыҡ ауылдар һатыла09.02.2016
Испанияла күсемһеҙ милеккә ингән фатирҙар, йорттар ғына түгел, шулай уҡ ауылдарҙың да һатылыуы билдәле. Сауҙаға ҡуйылған был ауылдар исемлеге арта бара, ә хаҡтары төшкәндән-төшә.
Бөгөн илдә 1500 ауыл һатыла, уларҙың 110-120-һенең алыш-биреш итеү өсөн документтары әҙер. Испанияла бөтәһе 3500 ташландыҡ тораҡ иҫәпләнә, Галисияла ғына ошондай 35 ҡасаба бар.
5 – 20 өйлөк ауылдар провинция үҙәктәрендәге уртаса фатир хаҡы менән ҡуйыла. Мәҫәлән, Луго ҡалаһы янындағы 6 йортло тораҡ барыһы 62 мең евроға һатыла. Ә ер майҙаны бөтөнләй бушҡа тиерлек бирелә: бер квадрат метры 1 – 5 евро тора. Әлбиттә, меңәр йыллыҡ архитектураһы булған ауылдар хаҡы ҡыйбатыраҡ – 1 миллион евроға етә. Уларҙы һатып алғандар йорттарҙы реконструкцияларға вәғәҙә бирә.
Риэлторҙар ауылдарға эйә булыусылар араһында испандар ғына түгел, хатта американдар, немецтар, француздар барлығын билдәләй. Инвесторҙарҙың проекттары төрлөсә: берәүҙәрҙең ҡала ситендә йорт хужаһы булғыһы килһә, фермерҙар үҙ эшен асырға уйлай, өсөнсөләр ҙур булмаған ҡунаҡханалар ҡуйып, ауыл туризмын үҫтерергә ниәтләнә.