Ер яҙмышы кемдең ҡулында?09.02.2016
Ер йөҙөндәге бөтә байлыҡтың 99 процентына донъялағы халыҡтың бер проценты хужа. Oxfam халыҡ-ара эксперт ойошмаһы шундай һығымта яһаған.
Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, 62 кешенең байлығы Ер шарындағы барлыҡ ярлыларҙың яртыһының байлығына тиң. Иң байҙарҙың яртыһы АҠШ-та йәшәй. Ҡалғандарының 17-һе – Европала, тағы Ҡытайҙа, Бразилияла, Мексикала һәм Японияла...
2010 йылдан бирле 62 кешенең мөлкәте 44 процентҡа артҡан. Был осорҙа халыҡтың ярлы өлөшө, киреһенсә, бер триллион долларын юғалтҡан.