Һыйыр тотһаҡ та, пальма майын ашайбыҙмы?..09.02.2016
Һыйыр тотһаҡ та,  пальма майын ашайбыҙмы?.. Бөгөн беҙ ҡулланған һөт ризыҡтарына пальма майы ҡушылыуы бәхәсһеҙ. Был арзан үҫемлек майы етештереүселәр өсөн үтә файҙалы – аҙыҡтың үҙҡиммәтен төшөрә, әммә ул организмға насар тәьҫир итә.

Тап шуға ла бөгөн власть әһелдәрен аҙыҡ-түлек баҙарын­дағы ялғанлыҡ ҙур хафаға һала. Айырыуса сыр, туңдырма, кондитер аҙыҡтарына пальма майының күпләп ҡушылыуы, хатта уның техник сорттары эләгеүе борсолдора. Рәсәй Хөкүмәтенең вице-премьеры Аркадий Дворкович бер сығышында был хаҡта етди һөй­ләшеү алып барылыуы хаҡында әйтте. “Бөгөн беҙ пальма майынан арыныу, уны сикләү юлдарын эҙләйбеҙ. Хатта балалар өсөн тә­ғәйен­ләнгән аҙыҡта уны файҙа­ланыуҙы тыйыу, ялғанлыҡ фаш ителә ҡалһа, яза күреү сараларын ҡарай­быҙ”, – тип белдерҙе.
Ни өсөн һуңғы ваҡытта пальма майына ҡарата дәғүәләр ҡуйыра һуң? Баҡтиһәң, уның төрлө сорттары бар икән. Әлбиттә, бөтәһе лә кеше организмы өсөн зарарлы түгел, әммә холес­теринды арт­тырыуға кил­тергән, ҡанды ҡуйыр­тыуға сәбәпсе булған төрҙәре юҡ түгел. Ул йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарының, атеро­склероз­дың киҫкенләшеүенә булышлыҡ итә.
Һыйыр тотһаҡ та,  пальма майын ашайбыҙмы?..Шул уҡ ваҡытта етештереүсе­ләр пальма майын юғары технологик үҙенсә­лектәре өсөн ярата. Мәҫәлән, ул ҡушып бешерелгән печенье, туңдырма оҙаҡ һаҡлана, күгәрмәй. Тимәк, аҙыҡтың һаҡ­лау ваҡыты оҙая, үҙҡиммәте төшә. Эксперттар билдәләүенсә, хатта бәғзеләр һөттөң ҡаймағын айыртып алып, шы­йыҡландырылған һөткә пальма майын ҡуша. Шулай итеп, шартлы бер литрҙан ике төрлө аҙыҡ килеп сыға.
Был ялғанлыҡтан ҡулланыусы­ларҙы нисек яҡларға һуң? Бөгөн илдең Ауыл хужалығы министр­лығында ҡайһы бер аҙыҡтарҙың исемен үҙгәртеү хаҡында һүҙ алып барыла. “Беҙ “Ҡаймаҡлы”, “Эремсекле” тигән атамаларҙан баш тартырға уйлайбыҙ. Улар һөттән эшләнһә лә, үҫемлек майы өҫтәлә. Шуға ла киләсәктә бындай ризыҡтарға крем, суфле, паста, соус, кеүек дөйөм исемдәр ҡушыу кәрәктер, – ти белгестәр. – Юғиһә хәҙер таҙа эремсек тә, йөҙөм, шәкәр ҡушып яһалған шыйыҡ эремсек кеүек тәбиғи аҙыҡ та, үҫемлек майы ҡушып эшләнгәне лә бер үк исем менән йөрө­төлә. Ә был дөрөҫ түгел. Ҡулла­ныусылар пальма майы ҡушылған тауарҙы айырһын өсөн уның ярлығы үҙгәртелергә тейеш”.
Һыйыр тотһаҡ та,  пальма майын ашайбыҙмы?..Бынан тыш, министрлыҡ этикеткалар­ҙағы шрифт үлсәмен үҙгәртергә тәҡдим итә. Ҡағиҙә булараҡ, аҙыҡта үҫемлек майҙарының бар­лығы ҡағыҙҙа бәләкәй генә хәрефтәр менән яҙыла. Был һатып алыусының күҙен томалай һәм ялған­сыларға юл аса. Ошо юҫыҡта Ауыл хужа­лығы министрлығы һөт ризыҡтарына техник регламентты үҙгәртеү буйынса Таможня союзына тәҡдим индерҙе. Әлбиттә, был тәңгәлдә Белоруссия вәкилдәре менән килешелде.
“Минпромторг” та быны хуплай. Шулай ҙа өнәмәүселәр ҙә юҡ түгел. Мәҫәлән, һөт ризыҡта­рының яңы маркировкаһы буйынса тәҡдимде “Роспотребнадзор” кире ҡаға. Әммә Аркадий Дворковичтың “был юҫыҡта тәртип булдырырға кәрәк” тип әйтеүе киләсәккә өмөт уята.
Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер эксперттар, аҙыҡтарға башҡа ят ҡушылмалар өҫтәү законлы, тип бара. “Әлегә Рәсәй иттең бер нисә төрөнә, йәшелсә, емеш-еләк, айырыуса һөт ризыҡтары буйынса импортҡа ныҡ бәйле. Санкциялар ҡабул ителгәс, беҙҙең баҙарҙа ярайһы бушлыҡ барлыҡҡа килде. Конкурентлыҡтың кәмеүе сифатҡа ныҡ йоғонто яһай, – тине иҡтисад фәндәре докторы Леонид Холод. – Әле сырҙың утыҙ төрө буйынса импортты алмаштырабыҙ, тип кәпәре­нәләр. Әммә был осорҙа һөт етештереү өс процентҡа ғына артҡанды оноторға ярамай.
Ә был сырҙы нимәнән яһайҙар тигән һорау тыуа. Эксперттар әйтеүенсә, тәбиғи һөттән етеш­терелмәгән аҙыҡты “һөт ризыҡ­тары” тип атарға тигән ҡарар бар. Әммә мин әлегә магазинда ундай яҙыулы тауарҙы күргәнем юҡ. Яңы техник регламент хәлде үҙгәртер тип тә ышаныслы әйтеп булмай. Рәсәйҙә һәр береһе 150 миллион долларлыҡ пальма майын ташыу менән шөғөлләнгән заманса өс предприятие бар. Был аҙыҡты улар ҡайҙа һата? Һөт заводтарына тауарҙы ҡабул итеп алғанда уҡ тәүге тикшереү үткәрергә кәрәк”.
Икенселәр, нимә генә тимәйек, пальма майы ҡушылған аҙыҡтарҙан ҡотолоу мөмкин түгел, ҡушымтаһыҙ ҡаймаҡ, сыр, эремсек ҡыйбат тора. Шуға ла аҙыҡты һәр кем үҙенең мөмкинлегенән һәм зауығынан сығып һайлай, тигән фекерҙә.
Әлбиттә, сауҙа кәштәләрендәге си­фатһыҙ һөт ризыҡтарынан арыныу өсөн бөгөн ярайһы мөмкинлек бар. Эксперттар, һөт етештереүҙе һөт заводтарында һәм һөт етештереүселәр араһында монополия булдырыу иҫәбенә көйләр кәрәк, ти. Аҡҡа ихтыяж ҙур булһа ла, сеймалға хаҡты арттыр­майҙар. Ул етештереүселәр өсөн табышһыҙ булып ҡала. Йәнә илдә һөттөң 50 процентын шәхси хужалыҡтар бирә. Шуға ла магазиндарҙа күберәк таҙа аҙыҡ булһын тиһәк, уларға үҙ тауарын һатыуҙы ойоштороуҙа ярҙам итергә кәрәк. Баҙарҙағы ялған, сифатһыҙ ризыҡтарға ҡаршы конкурент тыуҙырыу мөһим.
Һөт ризыҡтары. Ул әүәл-әүәлдән күпләп мал тотҡан башҡорт халҡының көнкүреше менән бәйле. Ҡатыҡ, ҡорот, эремсек, сыр кеүек ризыҡтар ашҡаҙан-эсәк юлдарын токсиндарҙан, шлак һәм башҡа зыянлы нәмәләрҙән таҙартыуы менән дә файҙалы.



Вернуться назад