Рәсәйҙә транспортта билетһыҙ йөрөгәндәргә бөтә төбәктәр өсөн берҙәм штраф күләме билдәләргә ниәтләйҙәр Автобуста киләбеҙ. Халыҡ шығырым тулы. Кондуктор пассажирҙары йырмаслай-йырмаслай түләү ала, юлда тикшереү буласағы, штраф менән янай. Шулай ҙа билет алырға ашыҡмағандар бихисап: кемдер “йоҡлай”, икенселәр тәҙрәнән урамды күҙәтә. Ана, бер егет телефонында, донъяһын онотоп, нимәлер ҡарай. Кондуктор уның янына килеп: “Билетың бармы?” – тип һораны. Егет уға, алдым тигәнде ишаралап, баш һелкте. Ҡатын, моғайын, уның юл хаҡын түләмәгәнен белеп, янынан китергә ашыҡманы.
– Билетыңды күрһәт! – тине.
Пассажир әле был, әле икенсе кеҫәһен соҡоған булды. Әммә кондуктор ҙа ныҡыш ине:
– Алдашаһың, – тип, барыбер уны юл өсөн иҫәпләшергә мәжбүр итте.
Эйе, бөгөн “ҡуян”дар арабыҙҙа артҡандан-арта. Тәү ҡарауға әллә ни ҙур сумма күренмәһә лә, ҡаҙнаға байтаҡ ҡына аҡса килеп етмәй тигән һүҙ. Айырыуса электричкалағы “ҡуян”дар тимер юлсыларҙың үҙәгенә үткән. Бөгөн пассажирҙарҙың 30 – 40 проценты ошо төр транспортта йөрөй. Етәкселәр ниндәй генә ҡарар сығарып ҡарамаһын, әлегә файҙа күренмәй. Билет хаҡтарын арттырыу ҙа тейешле һөҙөмтә бирмәй.
Был хәл борсолорға мәжбүр итә. Тап шуға ла Рәсәйҙә билет алмаған пассажирҙар өсөн барлыҡ төбәктәрҙә лә берҙәм штраф күләме билдәләнеүе ихтимал. Транспорт министрлығы төбәктәргә, Кодекстағы үҙгәрешкә ҡарата үҙ фекерен белдерергә ҡушып, юллама ебәрҙе.
Белгестәр билдәләүенсә, “ҡуян”дарҙы тотоуы ауыр. Билетһыҙ йөрөгән өсөн закон буйынса яуаплылыҡ ҡаралһа ла, тәртип боҙған өсөн аныҡ ҡына яза сараһы юҡ тиерлек, шуға ла кешеләр билет алырға ҡабаланмай. Һәр төбәк уларға ҡаршы үҙенең ҡанунын сығара. Был юҫыҡта Транспорт министрлығы мониторинг үткәргән.
Хәҙер 85 төбәктең 63-өндә билетһыҙ йөрөгән өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралған, шулай уҡ Административ тәртип боҙоуҙар тураһындағы кодексҡа ведомстволар тарафынан өҫтәмәләр индереү планы билдәләнгән. Йәнә был юҫыҡта һигеҙ төбәктең (Магадан, Новгород, Пенза, Томск өлкәләре, Хабаровск крайы) закондары прокуратура тарафынан ғәмәлдән сығарылған. Красноярск крайында билетһыҙ йөрөгән өсөн яуаплылыҡ прокуратура һығымтаһы буйынса кире ҡағылған, ә Ульяновск өлкәһендә тейешле вәкәләттәр булмауы сәбәпле ҡабул ителмәгән.
Фекерҙәрҙе иҫәпкә алып, федераль кимәлдә берҙәм талап ҡабул итергә кәрәк, ти эксперттар. Сөнки билетһыҙҙар килтергән зарар ярайһы ҙур, һөҙөмтәлә Мәскәү тимер юлы ғына йыл һайын һәр йүнәлештә 200 мең һум самаһы аҡса ла юғалта. Ил буйынса “ҡуян”дар дөйөм пассажирҙар һанының 40 процентын тәшкил итә. Әлбиттә, һуңғы йылдарҙа турникеттар ҡуйылыу сәбәпле, ҡайһы бер урындарҙа бер аҙ кәмей төшкән.
Юлда билетһыҙ йөрөгән өсөн Финляндияла штраф күләме тос ҡына – 80 евро, шуға ла унда транспортта контролерҙар юҡ, водителдәр үҙҙәре хеҙмәтләндерә. Әлбиттә, ҡайһы ваҡыт тикшереүселәр пәйҙә була. Илдә “ҡуян”дар юҡ тиерлек.
Испанияла билетһыҙ пассажирға 50 евроға ҡәҙәр штраф һалына. Икенсегә тотолһаң – 150, өсөнсөгә эләкһәң – 600 евро.
Грецияла бушлай йөрөүселәр юл хаҡын 60 тапҡыр арттырып түләй.
Юл хаҡының иң ҡыйбаты – Японияла. Бында билетһыҙ эләгә ҡалһаң, штрафты кеҫәңдән өс тапҡырға күберәк сығараһың.