Нефтекама автозаводы яңы автобустар һатыу буйынса йыллыҡ рейтингта икенсе урынды алды.2015 йыл һөҙөмтәләре буйынса предприятие сауҙа күләмен 21,6 процентҡа арттырған һәм бөтәһе 1130 берәмек техника һатҡан. 2014 йылда иһә ул 929 автобусты сауҙаға сығарған булған. Рәсәй рейтингына, ғөмүмән, үҙебеҙҙең, шулай уҡ сит ил етештереүселәренең 16 төр яңы автобусы индерелгән.
Баҙарҙың еңеүсеһе тип “ПАЗ” маркаһы билдәләнгән (бөтәһе 4935 автобус һатылған). Өсөнсө урында – “ЛиАЗ” (1045 машина). Былтыр автобус һатыу, унан алдағы йыл һөҙөмтәләре менән сағыштырғанда, 23,5 процентҡа кәмегән.
“Нефтекама автозаводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте – Рәсәйҙә “КамАЗ” өсөн махсус частар етештергән иң ҙур предприятиеларҙың береһе. Ул автомобилдәр, автобустар, прицептар, шулай уҡ цистерналар, ауыл хужалығы техникаһы, запас частар сығара.