Мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, Рәсәй халҡының 40 проценты ғына алған һөнәре буйынса эшләй.Был юҫыҡта медицина өлкәһе иң алда тора – тармаҡтағы халыҡтың 75 проценты үҙ специальносына ярашлы хеҙмәт етә. Нефтселәрҙең – 66, энергетиктарҙың – 50, химиктарҙың – 25, геологтарҙың – 22, биологтарҙың 20 проценты ғына үҙе һайлаған өлкәлә мәшғүл. Бының төп сәбәбе уҡыу барышы менән сәнәғәт араһында ныҡлы бәйләнештәрҙең булмауында. Күп йәштәр, диплом алғас та, ҡайҙа, нисек эшләрен күҙ алдына ла килтермәй.
Был хәлде үҙгәртеү һәм йәштәрҙе ҡабаттан уҡытыуға аҡса сарыф итмәү өсөн Мәғариф министрлығы беренсе кластан уҡ һөнәри әҙерлекте башларға тәҡдим итә. 2020 йылға ҡәҙәр илдең егерме төбәгендә СССР ваҡытындағы Пионерҙар һарайына оҡшаш технопарктар барлыҡҡа киләсәк. Унда балалар төрлө һөнәрҙәрҙе үҙләштерәсәк. Был алым киләсәктә үҙ файҙаһын бирәсәк, ти белгестәр.