Иҫке Дүртекәй ауылында йәшәгән 85 йәшлек хеҙмәт ветераны Сәмиғулла Тастиевтың был һүҙҙәре оран булып яңғырай. Алты йәшенән утауға баҫа ул. Өлкәндәр рәтендә эштә сынығыу алып үҫергә тура килә. Етеһе тулғас, уҡырға бара. Ә йәйҙәре… йәнә эштә егелеп үтә.
– Туғыҙ йәшемдә болонда ат менән күбә тарттырҙым. Шул йылда һуғыш башланды. Атайымды фронтҡа алдылар. Әсәйем менән дүрт бала ҡалдыҡ. Туҡланырға – ризыҡ, кейергә кейем юҡ. Өй иҫке. Ауылда мал көтөүгә ялландым. Тамаҡ хаҡына. Өс тапҡыр ашаталар. Ике йыл көтөү көттөм. Ике энем, ҡыҙғаныс, астан шешенеп үлде… – бабай шулай тип ауыр иҫтәлектәрен яңыртҡанда тән сымырҙап китә.
Ауыл кешеһе иңенә төшкән бар ауырлыҡты үҙендә татый ул. Ҡыштарын көлтә ташый. Урамда – ҡырҡ градуслыҡ сатлама һалҡын. Өйҙө йылытырға утын юҡ. Ваҡ-төйәк йыйырға барғас, урмансы осрап, уның ағас санаһын турап ташлай…
– Икмәктең ҡәҙерен беләм! – ти ветеран. – Ике үгеҙ егеп ер һөрҙөм. Селлә ваҡытында малҡай сыҙамай саба. Барып ҡапланам. Береһендә хатта тырма теше ҡулымды үтә тишеп сыҡты. Ҡайҙа инде уны эшкәртеү, бәйләү?! Шешмәне лә, үҙенән-үҙе төҙәлде…
Һуғыш тамамлана. Атаһы ҡайта. Сәмиғулла Асҡында тракторсылар курсында уҡый. Алты айҙа техниканы өйрәнеп, ҡулына таныҡлыҡ алып ҡайтып, “ДТ-54” тракторына ултыра. Өс йыл эшләгәндән һуң урмандан ағас сығарыуға ебәрелә. Дүрт йыл шунда эшләй. Унан тракторсылар бригадаһы хисапсыһы була.
Эштең рәтен белгән, үҙ дәүерендә уҡый-яҙа белгән ир-егет булғанға Сәмиғулла Вәлиулла улына ҡайҙа ла ышанып ҡарайҙар. Һәм алдағы утыҙ йыл ғүмере колхозда бригадир вазифаһында үтә уның. Ошо ауырлыҡтар, тормош һынауҙары һындырмай үҙен. Нигеҙ ҡора. Тормош иптәше Салипа менән ете баланы, ғүмер һәм тәрбиә биреп, үҙаллы тормош юлына баҫтыралар. Хәҙер һәр ҡайһыһының яратҡан һөнәре, ғаиләһе бар.
– Балалар бик аҡыллы. Үҙҙәре теләгән һөнәрҙе үҙләштерҙе, ваҡытында башлы-күҙле булды. Алтауһы – ситтә, береһе күрше ауылда йәшәй. Ярҙамдарынан ҡалдырмайҙар. Ҡайтып хәлемде белеп торалар. – Бабай балалары менән ғорурланып һөйләй. – Пенсияға сығып тыныс ҡына йәшәй башлағайныҡ, хәләл ефетем фажиғәле вафат булды. Шуныһы бик ҡыҙғаныс...
Был һүҙҙәрен ишеткәс, аптырап ҡалдым. Яңыраҡ ҡына иҫән ине бит әле. Ә бабайҙы тыңлағанда, уның тормошона ҡарап, бына-бына өйҙән әбейе лә килеп сығыр, тип көткәйнем. Йәшәгән йорто яңғыҙ ҡарт донъяһына һис кенә лә оҡшамаған.
Салипаһы бер епкә теҙеп, тәртиптә тотҡан тормошон таратмай бабай. Ул еп өҙөлһә лә, һәр әйбер үҙ урынында. Ҡарсығы үҫтергән гөлдәрен дә һаҡлап, яҡты көндөң ҡәҙерен белеп йәшәй Сәмиғулла бабай. Балалары, ейәндәре хаҡына. Үткән ғүмерендә кисергән юҡлыҡты еңә алыу хаҡына!