Эшҡыуарға – дәүләт заказы02.02.2016
Үҙебеҙҙең тауар етештереүселәрҙе яҡлау һәм конкуренцияны үҫтереү маҡсатындағы яңы федераль закондың проекты тикшерелә. Дәүләт Думаһы депутаттары уны тәүге уҡыуҙа ҡабул иткән дә инде. Йөкмәткеһенә килгәндә, буласаҡ ҡанун юридик берәмектәр өсөн һатып алыу үткәреү ҡағиҙәләрен билдәләй һәм был өлкәлә тәртип урынлаштырыуҙы күҙ уңында тота.

– Әлегә барлыҡ тәҡдимдәрҙе иҫәпкә алып төҙәтмәләр индерҙек. Йыл аҙағынаса проектты икенсе, өсөнсө уҡыуҙарҙа ҡарап, яңы норма­ларҙы ғәмәлгә индереүгә өмөтлә­нәбеҙ, – ти ил парламентының Түбәнге палатаһындағы Иҡтисади сәйәсәт, инновациялы үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитет рәйесе Анатолий Аксаков.
Депутаттарҙың фекеренсә, һатып алыуҙар ойошторолған электрон майҙансыҡтарҙың күбеһе заказсылар менән бәйләнештә тора, һәм уларҙа сауҙалашыу башлыса берҙән-бер башҡарыусы файҙаһына үткәрелә. Әлеге ҡануниәт дәүләт органдарына был системалағы ҡағиҙәләргә ҡыҫы­лырға мөмкинлек бирмәй, ти закон проектын әҙерләүселәр. Киләсәктә электрон майҙансыҡтарҙы кәметеү һәм уларҙың сифатын яҡшыртыу йүнәлешендә саралар күреләсәк.
Шул уҡ ваҡытта илдең Контракт системаһын үҫтереү департаменты былтыр Рәсәйҙә дәүләт һатып алыу­ҙары күләменең 10 процентҡа (6,6 трил­лион һумға тиклем) үҫеүен бел­дерә һәм был һөҙөмтәне сауҙа­лашыуҙа асыҡлыҡтың, көнәркәш­лектең артыуына бәйләй. Бәләкәй бизнес менән төҙөлгән дәүләт контракттары, 41 процентҡа күбәйеп, 876 меңгә еткән, уларҙың дөйөм хаҡы ла 488 миллиард һумдан ашҡан (+40,6 %) икән.
– Был эшҡыуарлыҡҡа ярҙамдың башҡа барлыҡ сараларына ҡарағанда файҙалыраҡ! Әлеге күрһәткес менән сикләнеп ҡалмаясаҡбыҙ, дәүләт һатып алыуҙарына бәләкәй бизнесты ылыҡтырыуҙы артабан да дауам итәсәкбеҙ, – ти департамент директоры Максим Чемерисов.
Әйткәндәй, үткән йылда был өлкәлә импортты алмаштырыу йүнәлешенә иғтибар арттырылғайны. Атап әйткәндә, сит ил тауарҙарының 97 төрө тыйылды, 47 төрөн һатып алыу сикләнде, айырым тармаҡтарға үҙебеҙҙекеләрҙе генә индерә башланылар. Максим Чемерисов ошо арҡала ватан етештереүселәренең файҙа күреүе – 420 төрлө тауар һатып алыныуы һәм 750 миллиард һумлыҡ 650 мең контракт төҙөлөүе – хаҡында белдерҙе.
Департамент хеҙмәткәрҙәре баһалауынса, былтыр дәүләт һатып алыуҙары һөҙөмтәһендә бюджет сығымдарын экономиялау элгәрге йыл кимәлендә һаҡланған: өлөшләтә ҡарағанда 7,3 процент булһа, һум менән һанағанда – 321 миллиард һум.


Вернуться назад