Буш ятҡан ғына отолор27.01.2016
Буш ятҡан ғына отолор Ер йөҙөндә финанс көрсөгө шәүләһенә эләкмәгән бер ил дә ҡалмағандыр инде. Нисәмә йыл буйы хәүефләнеп көткән ауырлыҡтар килде. Улар алдында беҙ көсһөҙ. Бындай шарттарҙа иҡтисадты хөкүмәт кимәлендәге ниндәйҙер ҡарарҙар, ҡанундар, килешеүҙәр менән генә ҡотҡарыу мөмкин түгел. Дөрөҫөн әйткәндә, донъяла капитал, ресурстар өсөн иң эре инвесторҙар араһында барған алыш сәйәси яҡтан да, социаль йәһәттән дә көрсөккә терәне. Ни эшләргә? Тормош дауам итә бит...

Финанс пирамидалары алышы бер дәүләткә лә файҙа килтермәй. Мәҫәлән, долларҙың үҫеүе АҠШ тауарының конкуренцияға һәләтен шаҡтай кәметә, һөҙөмтәлә уларҙы экспорттағы уңыштарынан, табышынан яҙҙыра. Һум нығынған хәлдә лә Рәсәй иҡтисади йәһәттән ҙур күтәрелеш кисермәйәсәк. Заман тотош донъя иҡтисадын, ғөмүмән, был өлкәгә ҡарашты тамырынан үҙгәртеүҙе талап итә.
Әлеге шарттарҙағы хәл диңгеҙ буйлап иркен йөҙгән караптарҙың, ҡапыл көслө дауылға эләгеп, Билдәһеҙлек утрауы ярҙарына килеп сығыуына оҡшағандай. Артҡа боролор әмәл юҡ – унда тағы ла хәүефлерәк. Тиҙ арала юлды дауам итерлек тә түгел. Хаҡ ҡарар – дауыл тынғансы ошо утрауҙа ҡалып, үҙеңде һаҡлау сараһын күреү. Ғәрәсәт ҡорбандар көҫәй. Кемдәрҙелер диңгеҙ йотор, бәғзеләр бер-береһен ашауға тиклем барып етер... Билдәһеҙлек утрауында сабырҙар, тырыштар, зирәктәр, берҙәмдәр генә иҫән ҡалыр, моғайын.
Эксперттар фаразлауынса, бизнес даирәләрендә ҡыйралыштар күп буласаҡ әле. Ҙурҙарҙың ҡолауы, уртансыларҙың икеләтә кәмеүе ихтимал, тиҙәр. Ваҡыты еткәнен белеп, үҙгәрмәгәндәргә, яраҡлашмағандарға янай был, әлбиттә. Бәләкәй эшҡыуарлыҡ өсөн иһә мөмкинлектәр киңерәк. Ул, артмаҡлаған йөгө тос булмағас, баяғы “Билдәһеҙлек утрауы” буйлап иркен йөрөй, емеш-еләген дә йыя, балығын да ҡармаҡлай ала, тигәндәй.
Бер кемдең дә иҡтисадты алда ниҙәр көткәнен дөрөҫ итеп әйтеп бирерлек мөмкинлеге юҡ. Ике-өс йыл элек тә беҙҙең күбебеҙ, бөгөнгө ваҡиғалар хаҡында һөйләһәләр, ышанмаҫ ине бит, билләһи. Шулай ҙа илебеҙҙә финанс көрсөгө туҡһанынсы йылдарҙағы һымаҡ уҡ булмаҫ, ни тиһәң дә, Рәсәй йәмғиәте яңы социаль-иҡтисади ауырлыҡтарға яҡшыраҡ әҙерлек менән килде, бөтөнләй үк ас ултырмайбыҙ, дәүләтебеҙ имен, тип тынысландырайыҡ үҙебеҙҙе.
Яңыраҡ Интернетта илебеҙҙең иң бай эшҡыуарҙарының береһе менән видеоинтервью сыҡҡайны. “Хәҙерге көрсөк бер-ике йыл менән генә сикләнмәйәсәк. Иҡтисадтың яйға һалынғанын ун йыл буйы, хатта оҙағыраҡ көтөргә тура килмә­гәйе, – тип әйтелә унда. – Шуға ла аҡсаны ике тапҡырға күберәк табырға, икеләтә аҙыраҡ тотонорға кәрәк”. Ә нимә менән шөғөлләнеү отошлораҡ һуң бөгөн? Ныҡ байып китерлек булмаһа ла, ғаиләңде аҫрарлыҡ, һалымдарыңды түләп торорлоҡ, эшселәреңде буш итмәҫлек... Финанс белгестәре фекеренсә, әлеге мәлдә бәләкәй бизнес өсөн импортты алмашты­рырлыҡ аҙыҡ-түлек етештереүҙән, төҙөлөш материалдары эшләп һатыуҙан, халыҡты һәм ойошма­ларҙы хеҙмәтләндереүҙән (косметология, массаж, фитнес һ.б., шулай уҡ консалтинг, аутсорсинг), Интернетта төрлө проекттар (реклама, брендинг һ.б.) алып барыу­ҙан да ҡулайырағы юҡ. Ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса “һалым каникулы”н файҙаланырға ла мөмкин.
Хәйер, бөгөнгө шарттарҙа бер нәмә лә эшләмәгән кеше генә отолоп ҡала. Хәрәкәттә – бәрәкәт. Һеҙҙең иғтибарға ҙур булмаған ойошмалар, эшҡыуарҙар, шәхси хужалыҡтар өсөн әллә ни күп сығым кәрәкмәгән бер нисә бизнес хаҡында мәғлүмәт тәҡдим итәбеҙ.

Нимәгә тотонорға, тип уйланғандарға әллә ниндәй ҡатмарлы тикшеренеүҙәр үткәрергә кәрәкмәй – баҙарға күҙ һалыу етә.
Хәҙерге конкуренция шарттары төп өҫтөнлөктөң арзан хаҡ икәнлеген күрһәтә. Әгәр һәйбәт аҡса эшләргә теләйһегеҙ икән, эконом-класҡа йөҙ бороғоҙ.


1. Түбән хаҡҡа тауарҙар
Осһоҙораҡ, әммә сифатлы тауарҙар менән сауҙа итегеҙ. Хаҡты төшөрөү, бонустар өләшеү, башҡа төрлө акциялар ойоштороу мөмкин. “Барыһы ла – 100 һумға” тигән кеүек ижади алымдар ҡулланып ҡарағыҙ.

2. Франшиза
Һалым, социаль түләүҙәр, реклама, аренда хаҡы һымаҡ төрлө сығымдарға күп аҡса китмәһен өсөн ҙур бренд аҫтына “йәшенергә” була.

3. Аҙыҡ-түлек
Ауыр саҡтарҙа халыҡ ҡиммәтле тауарҙар алырға ынтылмай, әммә бер кем дә ашамай тора алмай. Көндәлек аҙыҡ-түлек менән сауҙа итеү отошло. Уны үҙегеҙ етештерһәгеҙ, тағы ла яҡшыраҡ.

4. Хәләл һәм экологик яҡтан таҙа ризыҡтар
Хәҙер кеше һаулығына ныҡ иғтибарлы. Дин тотҡандар ҙа бик күп. Зыянһыҙ, һәр төрлө консерванттар, буяуҙар ҡушылмаған ризыҡ һатһағыҙ, уңышҡа өлгәшерһегеҙ.

5. Бухгалтер хеҙмәттәре
Көрсөк өҫтәмә килем алыу ысулдарын эҙләүҙе, булған аҡсаны һаҡсыл тотоноуҙы талап итә. Күп кеше был мәлдә һалым ҡайтармаһы, субсидия юллай, фирмалар ҙа экономиялау сараһын күрергә тырыша. Һәйбәт бухгалтерҙар өсөн эш етерлек.

6. Аудит һәм консалтинг
Эшҡыуарҙарҙың, ойошма етәкселәренең күбеһе финанс мәсьәләләре буйынса кәңәшкә мохтаж. Уларға сығымдарын кәметергә ярҙам итеп, яҡшы ғына гонорар һорай алаһығыҙ. Белеме һәм тәжрибәһе бай булған иҡтисад белгесенә был эште башларға аҡса кәрәкмәй.

7. Банкет залы
Тормош нисек кенә ауыр булмаһын, халыҡ табын ҡормай тора алмай. Төрлө сәбәптәр күп бит. Аҡсаһы артып бармағандар кафе йә ресторан урынына ябай банкет залы менән хушһына. Ашхана итмәгән хәлдә лә, бинаны матурлап, ҡуртымға бирә алаһығыҙ.

8. Прокат
Кешегә аҡсаһын экономияларға мөмкинлек тыуҙырығыҙ – әйберҙәрҙе прокатҡа бирегеҙ. Мәҫәлән, балалар өсөн – коляска, велосипед, автокресло, ирҙәргә – эш ҡоралдары, ҡатындарға – кейем-һалым, биҙәүестәр...

9. Интернет
Программалау, сайт эшләү, реклама, брендинг, рерайтинг һымаҡ хеҙмәттәр тәҡдим итергә була. Ғөмүмән, Интернетта мөмкинлектәр бихисап. Өйҙә төрлө әйберҙәр (уйынсыҡтар, тәмлекәстәр һ.б.) яһап, социаль селтәрҙәр аша һатыу отошло.

10. Репетиторлыҡ
Ата-әсәләрҙең барыһы ла балаларының мәктәптә яҡшы өлгәшеүен, аҙаҡ юғары белем алыуын теләйҙер. Теүәл фәндәр, тел уҡытыусыларының ярҙамына ихтыяж Берҙәм дәүләт имтихандары алдынан ныҡ арта.

11. Машина йүнәтеү
Ҡулы оҫта кеше ошоноң кеүек байтаҡ эш таба ала. Башлап ебәреү өсөн бина булыуы ла мотлаҡ түгел.

12. Такси
Үҙ автомобилең, уны йөрөтөүгә хоҡуғың, бер нисә йыллыҡ стажың бар икән, был эшкә тотоноуы бик еңел: таксомотор хеҙмәттәре менән килешеү төҙөгәс тә заказдар ала башлайһың.


Вернуться назад