Пальма майы зарарлы26.01.2016
Бөгөн беҙ ҡулланған һөт ризыҡтарына пальма майы ҡушылыуы бәхәсһеҙ. Арзан торған был май етештереүселәр өсөн үтә файҙалы – аҙыҡтың үҙҡиммәтен түбәнәйтә.

Әммә ул организмға насар тәьҫир итә. Уны ҡулланыу йөрәк, ҡан тамырҙары ауырыуҙарын көсәйтә. Шулай осһоҙ ризыҡ артынан ҡыуып, аҡса эшләргә теләүселәр бөгөн саманы онота.
Был хаҡта һүҙ күптән бара. Шуға ла килә­сәктә “аҙыҡ составында пальма майы бар” тигән яҙыу тышлыҡта күрһәтелергә тейеш, ти белгестәр. Был һатып алыусыларға ризыҡты ысын һөттән яһалғанмы-юҡмы икәнлеген айырыу өсөн ҡулайлы буласаҡ.
Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, йыл һайын Рәсәйгә 70 мең тонна пальма майы индерелә. Улар майға, сырға, һөткә ҡушыла.





Вернуться назад