Саҡмағоштар алда бара26.01.2016
Мәғлүмәттәр буйынса, республика хужалыҡтарында йыл башынан 30228 тонна һөт һауып алынған, былтырғы йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, өс тоннаға күберәк.

46 район күрһәткесте арттырыуға өлгәшкән. Иң “һөтлө” район булып Саҡмағош танылған. Унда 2300 тонна һөт етештерелгән. Икенсе урында – Стәрлетамаҡ (1801 тонна), өсөнсөлә – Дүртөйлө (1516 тонна). Шулай уҡ илештәр ҙә ҡалышмай – бында 1142 тонна аҡ һауылған.


Вернуться назад