Күлдәр файҙа килтерһен26.01.2016
Новосибирск өлкәһе етәкселәре Көнбайыш Себер күлдәрендә балыҡ үрсетергә хәл итте. Был төбәктә балыҡ етештереүҙе ике тапҡырға – йылына өс мең тоннаға ҡәҙәр арттырырға мөмкинлек бирәсәк.
Себер һәр ваҡыт үҙенең күлдәре менән дан тотто. Әммә әлегә уларҙың мөмкинлеге тулыһынса файҙаланылмай. Өлкәлә барлығы өс йөҙҙән ашыу бәләкәй һәм ҙур күл бар, ҡайһылары бөтөнләй буш тиерлек. Бөгөн белгестәр уларҙа ниндәй балыҡ үрсетеү табышлы буласағын иҫәпләгән. Эш башланған да инде. Әле Сартлан һәм Урюмский питомниктарын төҙөкләндерә башлағандар. Киләсәктә унда һаҙан, карп кеүек тәбиғи аҙыҡ менән туҡланған балыҡтар үрсетеләсәк.
Әлбиттә, етештерелгәнде эшкәртеү хәстәре лә күҙ уңынан ысҡындырылмай. Бараба һәм Карасук райондарында заманса балыҡ заводтары төҙөлә.