Мәскәү тотонғас...26.01.2016
Үҙәге Стәрлетамаҡта урынлашҡан “Древпром” финанс пирамидаһының эшмәкәрлегенән һигеҙ мең кеше ҡаза күргән, уның халыҡҡа килтергән зыяны 565 миллион һумға баһалана.
Ойошманың етәксеһе Евгений Сундуковҡа ҡарата енәйәт эше судҡа тапшырылырға әҙерләнә. Әле ул һаҡ аҫтында, суд материалдары менән таныша.
Мәғлүм булыуынса, “Древпром”ға ҡарата енәйәт эше 2014 йылдың февралендә ҡуҙғатылғайны. Был осорға уның эшмәкәрлеге республикала ғына түгел, илдә лә киң тарала – Рәсәйҙең 50 ҡалаһында 200-ҙән ашыу филиалы халыҡтың күҙен быуа. Компания кредит алғандарға банк алдындағы бурысының 25 – 30 процентын кире ҡайтарырға вәғәҙәләгән. Тикшереүселәр әйтеүенсә, тәүҙә компания түләүҙәрҙе үтәргә тырышҡан, ләкин ул яңы килгән кешеләрҙе алдау иҫәбенә башҡарылған.
Быға тиклем ойошмаға ҡарата бер ниндәй етди саралар ҡабул ителмәне, бары тик прокуратура иҫкәртеүе менән сикләнделәр. Рәсәйҙең Финанс министрлығы пирамида эшмәкәрлегенә ҡаршы көрәшкә етди тотонғас, енәйәт эше ҡуҙғатылды. Былтыр “Древпром” банкрот тип иғлан ителде.