Лаҡлы ауылынан аталы-ҡыҙлы Альбина менән Ринат Вәлиевтәр 18 йыл буйы быйма баҫыу менән шөғөлләнә. Үҙе йылы, йомшаҡ итеп эшләнгән был аяҡ кейемдәре баҙарҙа, йәрминкәләрҙә яҡшы үтә.Үҙебеҙҙекеләр генә түгел, уларҙың быймаларына Италиянан да заказ бирәләр икән. Сит илдә йәшәгәндәрҙе күберәген ҡыҫҡа ҡуныслылары ҡыҙыҡһындыра.
– Эйе, итальяндар беҙҙең ҡыҫҡа ҡуныслы быймаларҙы үҙҙәренең таш иҙәнле коттедждарында сүбәк урынына кейер өсөн ала, – ти Альбина. – Заказды Интернет аша ҡабул итеп, тауарҙы почта аша ебәрәм.
Бәләкәй быймаларҙы атаһы Ринат ағай үҙе баҫа. Сеймалға һарыҡ йөнөн эргә-тирә ауылдарҙан йыялар. Уларҙың был йәһәттән барыһы ла яйға һалынған, оҙайлы ваҡыт шул кәсеп менән шөғөлләнгәнгә, тәжрибәләре лә етерлек. Тағы ла атай кеше Силәбе өлкәһенең Ҡуҫа ҡалаһында быйма баҫыу цехында эшләй. Унда баҫылған быймаларҙы ла Альбина миҙгел һайын Малаяҙ баҙарына килтерә. Балаларға, өлкәндәргә яраҡлы ҡара, һоро, аҡ төҫтәге, хатта семәрле һүрәтле быймаларҙы һайлап алыу мөмкинлеге бар.
Заманаһы, модаһы үҙгәреп тороуға ҡарамаҫтан, быймаға алмаш юҡ әле. Ҡышҡы һалҡындарҙа хәҙер йәштәрҙең дә бындай йылы аяҡ кейемендә йөрөүен күрергә була. Беҙҙәге селләләрҙә быймаға ихтыяж бөтмәйәсәк, тимәк.