Тауығы ла, аты ла...26.01.2016
Тауығы ла, аты ла... Күптәр кеүек ул бәхет эҙләп ситкә китмәй: һөнәр алғас та тыуған яғына эшкә ҡайта. Тәүҙәмәктәптә уҡытыусы, артабан хеҙмәт юлын “Урал” совхозында дауам итә. Тирә-яҡта көслө спортсы булараҡ та киң танылыу таба, әммә бәләкәйҙән ата-әсәһе тир түккән, ваҡытында миллионер хужалыҡ булып дан алған туған совхозының көндән-көн юҡҡа сығыуы Рәмил Юлдыбаевтың да йөрәген әрнетмәй ҡалмай, күрәһең.

Әлмөхәмәт ауыл хужалығы кооперативына ҡараған Әбдрәш фермаһы бөтөнләй ташландыҡ хәлдә һәм хужаһыҙ тороп ҡалғас, Рәмил Рәжәп улы, ололарҙың кәңәшен тотоп, унда үҙ эшен асырға йөрьәт итә. Күптәр уға сәйерһенеп ҡарап: “Ниңә юҡ менән булышырға?” – ти. Ауыл хужалығы буйынса белеме булмаған егеттең ысынлап та фермерлыҡҡа тотоноуына шик­ләнгәндәр күп була. Әммә башлаған эшен ярты юлда ҡалдыра торғандарҙан түгел шул Рәмил. Юлын таба, көс түгә, төрлө ауырлыҡтар аша үтеп, бөгөн районда иң көслө фермерҙар рәтенә сыға. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: өлгәшелгәндәр менән сикләнеп ҡалмай ул, һәр яңы баш­ланғысҡа сәмләнеп тотона, төрлө йүнәлештә үҙ эшен аса.
– Күптәр тик бер йүнәлештә генә махсуслашып, ныҡ яңылыша, – тип һүҙ башланы уңған фермер. – Бөгөн тик иген культуралары үҫтереү, уны һатыуҙан ғына табыш алыуҙы уйлай торған заман түгел. Әбйәлилдә йыл һайын тиерлек ҡоролоҡ булыуын иҫәпкә алғанда, төбәктә иген сәсеп кенә йәшәп булмауы көн кеүек асыҡ. Ошоно күҙ уңында тотоп, малсылыҡ һәм йылҡысылыҡты үҫтереү яғындамын. Әле 100 баш һауын һыйыры бар, таналар, быҙауҙар айырым иҫәптә. Элек көндәлек һауымды Мәләүез һөт комбинатының Асҡар һөт заводына тапшыра инек, һуңғы йылдарҙа аҡты Сибайға алып барып һатабыҙ. Ҡалала үҙебеҙҙең ете сауҙа нөктәһе бар, көн һайын яңы һауылған һөт, ҡымыҙ һатыла. Йәй айҙарында байтаҡ табыш килә. Шуныһы ҡыуандыра: беҙҙең продукцияны ҡала халҡы һәр саҡ көтөп ала.
Ысынлап та, Әбдрәш фермеры ҡымыҙының даны Сибайҙа күптән киң танылыу тапҡан. Һатыусыларҙың мискәлә бешкән ҡымыҙҙы тәҡдим итеүҙәрен һәр кем белә. Шифалы эсемлеккә һорау ҙур, хатта алдан заказ биреп ҡуялар.
Бөгөн бөтмөр фермер һарыҡсылыҡты үҫтереү менән дә булыша. Үҙе лә дин юлында бул­ған Рәмил Юлдыбаев көр һарыҡтарын күберәк ҡорбанға һата. Һуңғы йылдарҙа ҡошсолоҡ буйынса ла махсуслашырға уйлаған фермер быйыл күпләп ҡаҙ үрсеткән. Әле ҡош итенә һорау ҙур, уның мамығы ла, баш-тәпәйен һатыуҙан да хужалыҡ өсөн байтаҡ килем алына.
– Бәпкәләрҙе августа һатып алам. Ул ваҡытта ашлыҡ та өлгөрә. Балалар алмашлап ҡаҙ себештәрен ҡарай, быуаға алып төшә. Ҡаҙҙы яҡшы ашатыр кәрәк, ул сағында эре, ите лә татлы була. Яңы йыл алдынан һатыуға сығарабыҙ, – ти Рәмил Рәжәп улы.
Ҡаҙ йолҡоу өсөн махсус бина төҙөлгән, өс тиҫтәнән ашыу кеше бер нисә көн эсендә ҡаҙҙарҙы йолҡоп, таҙартып бирә. Быйыл һынау өсөн тағы ла тауыҡтар һатып алған, тиҙҙән улар йомортҡа һала башлаясаҡ.
– Ауыл ерендәге барлыҡ тармаҡты үҙләштереп ҡарарға иҫәп, – тип пландары менән уртаҡлашты фермер. – Йомортҡа магазин кәштәләренә ҡәҙәр әллә күпме юл үтә. Ғалимдар әйтеүенсә, уның диетик файҙаһы өс-дүрт көнгә тиклем етә. Тимәк, һатыуҙағы продукция иң сифатлыһы һәм яҡшыһы булыр тип ышанабыҙ. Хужалыҡты үҫтереүгә үҙебеҙ етештергән, һатыуҙан килгән аҡсаны ғына тотонабыҙ. Банктарҙан кредит алмайым, әммә лизинг буйынса техника һатып алыуҙы хуплайым. Артабан йәшелсә үҫтереү, тауыҡ фермаһы булдырыу кеүек уй ҙа юҡ түгел. Шулай уҡ кәзә үрсетергә лә иҫәп бар – ҡымыҙына ихтыяж ҙур.
Эше алға киткән ир-уҙамандың ҡатыны Рәмилә ханым – ышаныслы ярҙамсы. Баһадирҙай өс ул, сәскәләй ике ҡыҙ тәрбиәләй татыу ғаилә. Төрлө байрамдарҙы үткәреүҙә, ауылды төҙөкләндереүҙә, юлдарҙы таҙартыуҙа ла ҙур ярҙам күрһәтә уңған фермер.




Вернуться назад