Ымһындырғыс “перәник”20.01.2016
Иҡтисади мәсьәләләр барыһын да борсой. Етәксе нисек кенә эште уңышлы, табышлы ойошторорға икән тип баш вата, хеҙмәткәрҙең дә үҙ сиратында мулыраҡ хеҙмәт хаҡы алғыһы килә. Бында төрлө алымдар, ысулдар ҡулланыла...
Тәү ҡарауға сәйер күренгән бер миҫал бәйән итәйем әле. Генри Форд тигән кешене ишеткәнегеҙ барҙыр. Билдәле “Форд” автомобиль заводтары хужаһы инде. Уның предприятиелары бөтә донъяға таралған. Шуларҙың береһендә бер үҙенсәлекле ремонт бригадаһы булған. Ундағы эшселәр ял иткән өсөн аҡса алған. Нисек инде улаймы? Улар конвейерҙың өҙлөкһөҙ эшләүе өсөн яуап биргән. Йәғни бар завод хеҙмәткәрҙәре автомобиль йыйғанда, былар ял бүлмәһендә буш ултырған. Шул ваҡытта һәр береһенең банк иҫәбенә аҡса тамған. Конвейерҙың берәй өлөшө сафтан сығыу менән, бүлмәлә ҡыҙыл лампочка ҡабынған. Шуның менән бергә аҡса һанаусы счетчик та туҡтаған.
Янған лампочканы күреү менән бригада эшселәре кемуҙарҙан боҙолған ҡорамалды йүнәтергә йүгергән. Ремонтты тиҙерәк бөтөрөргә ынтылғандар. Өҫтәүенә сифатлы итеп башҡарғандар, сөнки йәнә аҡса һанаусы машинаның туҡтауынан ҡурҡҡандар. Бына шундай ымһындырғыс “перәник” тәҡдим иткән уларға хужа.
Улар үҙҙәре өсөн шулай тырышҡан. Әммә хәйләкәр хужа барыһын да алдан күҙаллап ҡуйғандыр. Был бригада ағзаларына буш ултырған өсөн аҡса түләү барыбер тотош завод конвейерының туҡтап торғанына ҡарағанда отошлораҡ булған, күрәһең.
Ғөмүмән, Генри Форд хеҙмәт күрһәткесен күтәреү өсөн яңынан-яңы алымдар уйлап табып ҡына торған. Мәҫәлән, бәҙрәфтәрҙә унитаздарҙы ҡырынайтып эшләткән. Йомошо менән ингән кеше ирәбеләнеп оҙаҡлап ултырмаһын өсөн...
Сер түгел, беҙҙә лә ҡайһы бер кешеләр хеҙмәт урынына ваҡыт уҙһын, сабата туҙһын тип кенә барып ҡайта. Бигерәк тә билдәле бер эш сәғәте һәм тейешле окладҡа йөрөгәндәр. Әлбиттә, күптән социализм бөтөп, байтаҡ ойошма-предприятиеларҙа күпме файҙа килтерәһең, шуға ҡарап аҡса түләй башланылар. Теләйһеңме-юҡмы, йүгерергә, ете ҡат тиреңде түгергә тура килә. Әммә әлеге лә баяғы “бюджет урындар” тип атап йөрөтөлгән вазифалар бар әле. Әгәр шуларҙы “Форд системаһы”на күсергәндә?
Мәҫәлән, табиптар менән уҡытыусылар бихисап план төҙөү, отчет яҙыу менән мәшғүл. Ә бит уларҙың төп эше – халыҡҡа белем-тәрбиә биреү һәм уның сәләмәтлеген нығытыу. Һөҙөмтәлә уҡып сыҡҡан бала йәки студент үҙ ихтыярында ҡала, ә сирле һаулығын үҙе ҡайғыртырға тейеш була. Ниңә университет уҡытыусыларының эш һөҙөмтәһен кисәге студенттарының һөнәре буйынса эшкә урынлашып, хеҙмәт уңыштарына ирешеүе буйынса баһаламаҫҡа? Табиптар өсөн дә беркетелгән участкала ауырыуҙарҙың аҙыраҡ булыуы, уларҙың дауаханаға һирәгерәк мөрәжәғәт итеүе, кемдеңдер, бәлки, сиренән бөтөнләй ҡотолоуы төп күрһәткес булһын ине.
Был системаны бүтән өлкәләрҙә лә ҡулланырға мөмкин. Элегерәк полиция эшендә шундай низағтар күп булды: енәйәт эшен ҡуҙғатыу буйынса планды тултырыу маҡсатында, бер ғәйепһеҙ кешеләр йыш зыян күрҙе. Тәртип һаҡлау хеҙмәткәрҙәре кемделер башҡармаған хилафлығын танырға мәжбүр иткеләне. Киреһенсә, айырым бүлексәгә ҡараған тораҡ пункттарында енәйәттәр һаны ни хәтлем аҙыраҡ теркәлһә, полицейскийҙар шул хәтлем күберәк эш хаҡы алһын. Ул саҡта бар ваҡыттарын енәйәтте иҫкәртеүгә сарыф итерҙәр, бала-саға, үҫмерҙәр араһында аңлатыу эше алып барырҙар ине.
Юлдар мәсьәләһен дә шулай хәл итергә була. Беҙҙә, ғәҙәттә, нисек? Төҙөлөш ойошмаһына ни хәтлем күберәк заказ, бурыс эләгә, шул хәтлем табыш та килемлерәк. Шулай булғас, бер үк юлды йыл да киренән йүнәтеү, уға асфальт түшәү отошлораҡ бит! Ниңә уны “мәңгелек” итеп һалырға?! Әгәр ҙә инде юлсыларҙы билдәле бер юл участкаһының ремонтһыҙ нисә йыл хеҙмәт иткәненә ҡарап финанслаһалар, көҙҙән һалынған асфальт яҙға ҡабаттан соҡор-саҡырға әйләнеп бармаҫ ине лә...
Ҡыҫҡаһы, был исемлекте оҙон-оҙаҡ дауам итергә мөмкин. Уйынлы-ысынлы тәҡдимдәр булһа ла, иҡтисад үҫешенең хеҙмәт етештереүсәнлегенә лә бәйле икәнен оноторға ярамай.