Аҙнаһына – алты дана20.01.2016
Зарарлы тип йомортҡанан баш тартҡан кешеләр бар. Был дөрөҫ түгел.

Составында холестерин күп булһа ла, файҙаһы ифрат ҙур. Аҡ­һымға бай ризыҡ күҙҙе катарактанан һаҡлай. Инсульт, инфаркт ауырыуҙары ла йомортҡа яратҡан кешеләрҙә һирәгерәк осрай. Һуңғы тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, аҙнаһына алты йомортҡа ашау күкрәк яман шеше хәүефен 44 процентҡа кәметә икән. Бөгөн диетологтар көнөнә бер-ике йомортҡа ашау холес­теринды арттырмай тигән фекерҙә.
И. ҒӘФҮРОВ.


Вернуться назад