Америкала башҡорт балын тәмләйҙәр20.01.2016
Башҡортостан илебеҙҙә бал етештереү буйынса алдынғы урынды биләй. Республикабыҙҙа умартасылыҡ тураһында закон ҡабул ителеүе лә осраҡлы түгел. Уны артабан үҫтереү буйынса төрлө программалар эшләй, мөһим ҡарарҙар сығарыла.
Мәҫәлән, 2011 – 2015 йылдарға Көньяҡ Урал райондарында умартасылыҡты үҫтереүҙе, уға ярашлы ҡорамалдар, эш ҡоралдары етештереүҙе, урта белем биреү учреждениеларында махсус уҡытыуҙы ойоштороуҙы, тоҡомсолоҡ эшен яйға һалыуҙы үҙ эсенә алған Хөкүмәт ҡарары ҡабул ителгән. Башҡортостанда 2020 йылға тиклем умартасылыҡты үҫтереү концепцияһы ла ғәмәлдә.
Башҡорт балының даны алыҫтарға таралды. Күптән түгел Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге АҠШ-ҡа 18,7 тонна сәскә балы оҙатты. Бал Нью-Йорк ҡалаһының сауҙа селтәрендә һатыла. “Америка фирмаһы менән контракт былтыр 9 сентябрҙә төҙөлгәйне. Бығаса улар Алтай менән эшләгән. Беҙ балды АҠШ лабораторияһына ебәргәйнек, юғары баһа бирҙеләр”, – тине үҙәк директоры, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Әмир Ишемғолов.
Бынан тыш, Америка фирмаһы ҡарабойҙай балына ла заказ биргән.