Мәғлүм булыуынса, Күмертау Рәсәйҙәге өс йөҙҙән ашыу моноҡала исемлегенә индерелгән. 2014 йылда Рәсәй Хөкүмәте етәксеһе Дмитрий Медведев тап ошондай ҡалаларға ярҙам йөҙөнән махсус Моноҡалалар үҫеше фонды төҙөлөүе хаҡында хәбәр итте. Ул төбәктәрҙең хәлен яҡшыртыу, инвестиция проекттарын бойомға ашырыу буйынса эш алып бара.Былтыр Башҡортостанға Моноҡалалар үҫеше фондының генераль директоры Илья Кривоговтың килеүе, уның республика Башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашып һөйләшеүе ошо маҡсаттан ине. Тиҙҙән Фонд ҡалалағы тормошто йәнләндереү өсөн финанс ярҙамы буласағын белдерҙе. Мәҫәлән, Маячный ҡасабаһында май һығыу заводының ҡеүәтен арттырыу үтә мөһим. Ул төҙөлөп бөтһә, предприятиела шаҡтай күп эш урындары булдырасаҡ.
Бөгөн ҡалала эштәр нисек бара һуң? Тап ошо маҡсаттан республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов эш сәфәре менән ҡалала булды, социаль-иҡтисади объекттар, Боҙ һарайы, “Шахтер” стадионы, Маячный ауылындағы май һығыу заводының төҙөлөш барышы менән танышты. Хөкүмәт етәксеһе, шулай уҡ Күмертау авиация етештереү предприятиеһында ла булып, ҡаланың иҡтисадын үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә уҙғарҙы.