Ярҙан этергә түгел, ярҙам итергә кәрәк20.01.2016
Ярҙан этергә түгел, ярҙам итергә кәрәк Федераль ҡануниәткә ярашлы, быйыл 1 ғинуарҙан 2018 йылдың 31 декабренә ҡәҙәр бәләкәй эшҡыуарлыҡ өлкәһендә планлы тикшереүҙәр тыйыла. Был сара Рәсәйҙә эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыр тип көтөлә.

Донъя тәжрибәһе күрһәтеүенсә, хатта иҡтисади йәһәттән үҫешкән илдәрҙә лә бәләкәй эшҡыуарлыҡ хужалыҡты үҫтереүгә, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә, халыҡты эшкә урынлаштырыуҙа һиҙелерлек өлөш индерә. Ҡайһы бер дәүләттәрҙә эшселәр һаны, етештерелгән һәм һатылған тауар, күрһәтелгән хеҙмәт күләме буйынса ул алдынғы урынды биләй. Бәләкәй эшҡыуарлыҡтың баҙар ҡанундарына тиҙ яраҡлашырға һәләт­лелеге һәм етештереүҙең, эске баҙарҙың бөтә өлкәһен тиерлек солғап алыуы иҡтисадтың даими үҫешенә, социаль һәм сәйәси мөхиттең тотороҡлолоғон тәьмин итеүгә булыша. Бөгөн юғары квалификациялы хеҙмәткәрҙәр менән берлектә студенттар, пенсионерҙар һәм халыҡтың аҙ килемле өлөшө, ошо тармаҡта үҙенә шөғөл табып, матди хәлен яҡшырта. Бәғзеләре тәжрибә туплап, артабан үҙаллы эш алып барырҙай йүнсел булып китә.
Райондарҙа элекке һымаҡ күмәк хужалыҡтар гөрләп тормай, шуға бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкилдәре ауылды төҙөк­ләндереүҙә, халыҡҡа көндәлек мәшәҡәт­тәрен хәл итеүҙә ҙур ярҙам күрһәтә. Мәҫәлән, былтыр Федоровка районының Бала Сытырман ауыл биләмәһендә урынлашҡан балыҡ үрсетеү хужалығында булырға тура килгәйне. Ойошмала 25 кеше эшләй, ваҡытында хеҙмәт хаҡы алалар. Ошондай мөмкинлеккә, уларҙың ярҙамына урындағы халыҡ ҡыуанып бөтә алмай.
– Ҡышын юлды ҡарҙан таҙартыу бул­һынмы, башҡа мохтажлыҡ килеп сыҡ­һын­мы – иң тәүҙә уларға мөрәжәғәт итә­беҙ. Һәр төрлө сараларҙы ойоштороуҙа бағыусы булараҡ та ярҙамлашалар, – ти улар.
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ. Улар йәшелсә үҫтерә, мал-тыуар үрсетеп һата, кәсепселек менән шөғөлләнә, башҡаларҙы эшле итә. Бөгөн республикала ошо өлкәлә 400 меңдән ашыу кеше мәшғүл. Был – эшкә һәләтле халыҡтың 21,5 проценты. Башлыса сауҙа, хеҙмәт күрһәтеү, төҙөлөш, күсемһеҙ милек баҙарында тир түгәләр. Республикала етештерелгән дөйөм тауар һәм хеҙмәт күләменең биш процент самаһы улар өлөшөнә тап килә. Баш­ҡор­тостан бәләкәй предприятиелар буйынса илдә – ун беренсе, ә эшләгән кешеләр һаны һәм тауар әйләнеше буйынса һи­геҙенсе урынды биләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илдә бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр һаны йылдан-йыл әҙәйә бара. Мәҫәлән, былтыр һалымдың һиҙелерлек артыуы арҡаһында меңәрлә­гән кеше эшен туҡтатҡан. Әлегә ниндәй­ҙер хәстәрлек күренгәндәй тойолһа ла, эш әкрен бара. Сәбәптәре төрлөсә. Бәғзеләрҙең бихисап административ кәртәләрҙе үтеүгә күп ваҡыты китә. Һуңғы йылдарҙа уларға ярайһы финанс ярҙамы күрһәтелһә лә, хәл әллә ни яҡшы яҡҡа үҙгәрмәй. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов та бер сығышында был хаҡта борсолоп һөйләне.
– Бөгөнгө көрсөк мәлендә бәләкәй эшҡыуарлыҡ иҡтисади үҫеш өсөн төп таяныс булып тора. Шуға ла был юҫыҡта хәлде үҙгәртеү маҡсатында етди ҡарарҙар ҡабул итергә кәрәк. Эшҡыуарлыҡҡа тотонған кешеләр тәүәккәл, ойоштороу һәләтенә эйә булыуҙары менән үҙенсә­лекле. Улар – йәмғиәттең иң әүҙем өлөшө. Әммә эш барышында күп яһалма ҡаршылыҡтарға дусар булалар. Бизнесты үҫтереү өсөн тейешле шарттар тыуҙырырға тырышабыҙ, улар көс-хәлгә түгел, ә тотороҡло үҫешергә тейеш, – тине Рөстәм Зәки улы.
Әлбиттә, Эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын яҡлау буйынса республика вәкиллеге был юҫыҡта ҙур эш алып бара, ярҙам күрһәтә. Мәҫәлән, Архангел районынан бер эшҡыуар 2012 йылда М. Горький ауылынан Өфөгә пассажирҙар ташыу буйынса килешеү төҙөй. Был, әлбиттә, халыҡ өсөн бик ҡулай. Баш ҡалаға йәһәт кенә барып ҡайталар. Әммә төрлө органдарҙың нигеҙһеҙ бер туҡтауһыҙ тикшереүе йөҙәтә. Бары вәкиллек етәкселәренең район чиновниктары менән осрашып һөйләшкәс кенә, мәсьәлә ыңғай хәл ителә.
Ведомствоның тулы хоҡуҡлы вәкиле Рафаил Ғибаҙуллин белдереүенсә, социологик тикшеренеүҙәргә ҡарағанда, республикала эшҡыуарҙарҙың 58 проценты административ ҡаршылыҡтар “ярайһы юғары” тип белдерһә, уларҙың 61 проценты былтыр чиновниктар тарафынан баҫым артыуын, 41 проценты төрлө тикшереүҙәрҙең йышайыуын, уларҙың һөҙөмтәләре буйынса яза шарттарының ҡатыланыуын билдәләй. “Роспотребнадзор” ойошмалары вәкилдәре лә йыш борсой. Мәҫәлән, һуңғы өс йыл ярым ваҡытта 1300 самаһы мөрәжәғәт булған. Һәр өсөнсөһө ер-мөлкәт мөнәсәбәттәренә бәйле, һәр дүртенсе ғариза – дәүләт һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары эшмәкәрлегенә бәйле административ ҡаршылыҡтар тураһында. Һәр өсөнсө кеше ревизияның саманан тыш булыуына зарлана. Шулай уҡ финанс ярҙамы һораусылар ҙа юҡ түгел. Ялыуҙарҙың 60 проценты самаһы ыңғай хәл ителгән. Әлбиттә, уларҙың күбеһендә тулы хоҡуҡлы вәкилгә туранан-тура ҡатнашырға тура килә. Тап шуға ла ведомство закондарҙы камиллаштырыу йәһәтенән үҙенең тәҡдимдәрен индерә һәм уға ярашлы эшҡыуарҙарға төрлө субсидиялар, микрозаймдар бирелә, түләүһеҙ уҡыуҙар ойошторола, ауыл хужалығы аҙығын етештереүселәр өсөн маҡсатлы программалар булдырыла.
Коррупция, закондарҙың аныҡ булмауы аяҡ сала эшҡыуарға. Аңлашылмаған һалымдар арҡаһында үҙ эшен япҡандарҙың күбеһе, ошонан ҡасып, рәсми теркәлмәгән эш менән шөғөлләнә. Бының зарары билдәле: ҡаҙнаға киләһе аҡса ситкә китә, эш урындары юғала. Был йәһәттән республиканың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү фонды генераль директоры Денис Мусиндың “Башинформ” агентлығында үткәрелгән кәңәшмәләге сығышы күптәрҙә хуплау тапты. “Банктар биргән кредит та уларҙың үҫешенә ҡамасаулай, сөнки суммаһы аҙ, проценты юғары, кире ҡайтарыу ваҡыты ҡыҫҡа. Бөгөн бәләкәй һәм урта эшҡы­уар­лыҡҡа ҡарата илдең сәйәсәте көй­ләнмәгән. Ҡаҙналағы юғалтыуҙы кәметеү өсөн кисекмәҫтән аныҡ һәм дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә кәрәк, был иң тәүҙә өлкәне үҫтереүгә йүнәлтелергә тейеш”, – тигәйне ул.
Ошо көндәрҙә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа бәйле законға индерелгән яңылыҡтар хәлде үҙгәртер тип көтөлә. 1 ғинуарҙан 2018 йылдың 31 декабренә тиклем бәләкәй эшҡыуарлыҡ өлкәһендә планлы тикшереүҙәр тыйылды. Әлбиттә, бының өсөн уларҙың һуңғы өс йыл һөҙөмтәләре буйынса етди закон боҙмауы мөһим. Шәхси эшҡыуар булараҡ тәүгә теркәлгән шәхестәр һалым түләүҙән азат ителә, тағы эшҡыуарҙарға күсемһеҙ милеккә хоҡуғын теркәү ваҡыты ҡыҫ­ҡартыла. Былар береһе лә үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмаҫ тип ышанабыҙ.



Вернуться назад