Ғаиләнән бөтмәҫ көс-илһам алып20.01.2016
Ғаиләнән бөтмәҫ көс-илһам алып Ейәнсура районы Өфөнән йыраҡ урынлашҡан. Шулай ҙа Оло Һүрәм йылғаһына һыйынып ултырған Байдәүләт ауылында ғүмер иткән эшҡыуарҙың, күрше ауылға барған шикелле баш ҡаланан көнөндә әйләнеп ҡайтабыҙ, тип әйткәне хәтергә уйылған. Шулай булмай ни, хәҙер техника заманы бит! Әммә тағатыр фекер ебем араларҙың йыраҡлығы тураһында түгел. Маҡсатым – ауылда ла бынамын тигән итеп донъя көтөргә мөмкин икәнде тағы бер тырыш зат миҫалында күрһәтеү.
“Дәүләтбәков” крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Ришат Дәүләт­бәковтың шатлығы йөҙөнә бәреп сыҡҡан: ялан кәртәһе тулы ваҡ мал йөрөй, ишек алдына һыймаған техникаһын урамға сығарып ҡуйған хатта. Фермер хужалығын ойоштор­ған тәүге көндәрҙән үк һарыҡсылыҡҡа тотонған ул. Тиҙ һимерә торғандарын ғына аҫрарға ниәт иткән һәм отҡан.
Һарыҡтар тураһында һүҙ сыҡҡас, әңгәмәсем ябай ғына итеп аңлатып бирҙе. Бөгөн уның ҡураһында илле һарыҡ бар, һәр береһе берҙе генә бәрәсләгән осраҡта ла бер нисә айҙан мал һаны йөҙгә етәсәк. Ә ҡай­һы бер һарыҡтар икәүҙе бәрәс­ләһә инде... Ошоларҙан сығып, һарыҡ­сылыҡты отошһоҙ тармаҡ тип әйтергә тел әйләнмәй! Ярай, бер нисә йылдан малы көтөү-көтөү булып йөрөр, ә тауарыңды ҡайһылайтып һатырға һуң?
– Тауарыңды уңышлы итеп аҡсаға әйләндерә белеү үҙе ҙур оҫталыҡ талап итә, – ти Ришат Аҡмырҙа улы. – Беҙгә килгәндә, Сибай, Мәләүез, Ырымбур өлкәһенең Ҡы­уан­дыҡ, Һарыҡташ ҡалалары яҡын, район үҙәге Иҫәнғолдо әйтәһе лә түгел. Ғөмүмән, барыбер тырышлыҡ һәм сәмселлек үҙенекен итә.
Ниндәй ҙә эште башлап ебәреүгә әҙме-күпме башланғыс капиталдың булыуы мотлаҡтыр. Әңгәмәне ошо юҫыҡҡа күсерәбеҙ.
Шуныһы ҡыуаныслы: Ришат Дәүләтбәков былтыр бер миллион ярым һумлыҡ грант отоп, уны ауыл хужалығы тармағына йүнәлткән. Тимәк, дәртләнеп эшләргә йәнә бер этәргес бар.
– Әлбиттә, эштең нескәлектәре бихисап, – ти ул. – Иң мөһиме – шөғөлөмдән йәм табам, кинәнес алам. Ҡайҙа ғына эшләмә, юридик яҡтан тәрән белем кәрәк. Берәй документ тултырғанда һүҙҙең дөрөҫ ҡулланылмауы ла ҡаршылыҡҡа килтерәсәк. Төплө әҙерлекле булмайынса, эшҡыуарлыҡҡа тотоноп булмай, минеңсә.
Фермер билдәләүенсә, тағы бер сәм-ғәм сығанағы – уның ғаиләһе. Уларҙың ҡул һәм һүҙ ярҙамһыҙ бындай оло эште алып барыуы еңел булмаҫ ине.
Дәүләтбәковтың шәхси хужалы­ғында тормош ҡайнай. Фермер үҙебеҙҙә етештерелгән тракторға ултырып, ихатаһын ҡарҙан таҙар­тырға тотондо. “Ватан техникаһына бер нәмә лә етмәй”, – тип маҡтау һүҙҙәрен дә йәлләмәне. Бында эш тамамланыуға күршеһенә ярҙамға ашығасаҡ ул. Бергә-бергә көн итеүе лә күңелле шул.







Вернуться назад