Ауыл кешеһенең һис буш торғанын күрмәҫһең. Әле генә улар баҫыуҙа көҙгө ҡыр эштәрен теүәлләгән кеүек ине, бөгөн иһә уларға яңынан баҫыуға сығырға ваҡыт етеп килә. Тимәк, яҙғы баҫыу эштәре алдынан техниканың төҙөклөгөн дә тикшерәһе бар, запас частар ҙа йүнләргә кәрәк.
"Көньяҡ Урал" МТС-ының Әбйәлил филиалында һәр кем ошо бурыс менән янып эшләй. Оҫтаханаларҙа, гараждарҙа ремонт эштәре бер минутҡа ла тынмай. Ҡулдарына күҙ эйәрмәҫ оҫта егеттәр комбайн-тракторҙарҙы йүнәтә, ҡайһы бер өлөштәрҙе үҙҙәре үк яңыртып ҡуя. Сапҡыстар, барабан аҫтары, тырмалар ҙа оҫталарҙың ҡулы аша үтеп икенсе ғүмер кисерә. Яҙғы баҫыу эштәре алдынан йыл да үткәрелгән техник күҙәтеүгә лә ныҡлы әҙерләнәләр. Ҡыҙыу мәлдә техникаң ватылһа, бөттө баш! Шуға ла улар ремонтты урыны-еренә еткереп башҡара. Беҙ барғанда слесарь Вәлит Мусин менән тракторсы Сабир Солтанов “тимер ат”ты йүнәтеү менән мәшғүл ине.
– Киләсәк уңышты хәстәрләгән хужа ғына йоҡлап ятмай, техникаһын иртә менән баҫыуға әҙерләй, – ти предприятие директоры Кәрим Ҡолмөхәмәтов. – Егеттәр бөгөн етди эш менән була. Запас частарҙың ғына ҡайһы саҡ етешмәүе бәкәлгә һуға. Ғөмүмән, әҙерлек юғары кимәлдә бара.
Әйткәндәй, Әбйәлил филиалында ремонтты ҡышҡы каникул осоронда уҡ башлауҙы матур йолаға әйләндергәндәр. Шуға ла барлыҡ сәсеү техникаһын ваҡытында ремонтлап, әҙерлек һыҙығына ҡуялар.
Ололар менән бер рәттән бында йәштәр ҙә тырышып хеҙмәт итә. Асҡарҙан тыш, Ишҡол һәм Хәлил ауылдарынан да килеп эшләүселәр бихисап.
Предприятиеға яңы килгәндәр белемен нығытыу маҡсатында профессиональ училищеларҙа уҡып сыға, махсус белем ала, һөнәри оҫталығын күтәрә. Йыл һайын аттестация үткәрелә. Шуныһы ҡыуаныслы: бында эскелеккә юл ҡуйылмай, эсеп тотолған хеҙмәткәргә эшкә юл ябыла. Шуға илке-һалҡылыҡ кеүек күренештәр предприятие егеттәренә хас түгел.
Самат ҒӘЛИН
Әбйәлил районы.