Ауыл ерендә тырыштар, тәүәккәлдәр етеш, мул тормошта йәшәй. Дөрөҫ, бының өсөн иртә уянырға, кискә тиклем төрлө мәшәҡәттәр эсендә ҡайнарға кәрәк. Ауыл тормошон икенсерәк күҙ алдына килтереүе мөмкин дә түгел. Илеш районының Һеңрән ауылында йәшәүсе Бакировтар ғаиләһе был йәһәттән күптәргә үрнәк. Улар — ябай ауыл кешеләре, үҙҙәре һалып ингән матур йортта ғүмер кисерә.
Ғаилә башлығы Хәмзә Рәшит улы тыуған ауылындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлап, уҡыуын Үрге Йәркәй һөнәрселек училищеһында дауам итә. Артабан армия сафына алына. Тыуған яғына имен-һау әйләнеп ҡайтып, хеҙмәт юлын М. Горький исемендәге колхозда башлап ебәрә. Бөгөн дә механизатор булып эшләй.
— Иң тәжрибәле механизаторҙарҙың береһе ул. Һәр эшкә яуаплы ҡарай, ваҡытында үтәй, намыҫ менән башҡара, — ти хужалыҡ рәйесе Иршат Ғилфанов.
Ҡатыны Фирүзә Шамил ҡыҙы ла уңған, өлгөр булыуы менән дан алған. Һеңрән ауыл клубында художество етәксеһе булып оҙаҡ йылдар эшләй, әммә ҡыҫҡартыуға эләгә һәм шунда уҡ техник хеҙмәткәр булып урынлаша. Шул уҡ ваҡытта магазинда һатыусы ла. Көнө-төнө эштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, Бакировтар күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай. Өфө юридик институтында белем алыусы ҡыҙҙары Гөлшат та — әсәһенең уң ҡулы. Көн дә 15–20 килограмм һөт һауып алып, “Илешһөт” предприятиеһына тапшыралар. Йәй ике яҡтың туғандары булышлығы менән бесән әҙерләнә, баҡсала күп йыллыҡ үлән, сөгөлдөр үҫә. Кооператив иһә һаламын, бесәнен, фуражын биреп тора. Ашлыҡ тартыу, фураж әҙерләү өсөн бәләкәй тирмәндәре лә бар.
— Ҡаҙ йомортҡалары һатып алабыҙ ҙа үҙебеҙҙең инкубаторҙа баҫтырып бәпкә сығарабыҙ. Йыл һайын бер көнлөк тауыҡ себештәре лә алып үҫтерәбеҙ, — ти хужабикә.
Уңған ғаиләнең һыйыр малдары ла файҙа килтерә. Уларҙы һатып яңы машина алғандар. Бакировтар “кемгә бирергә, ҡайҙа һатырға” тип баш ватмай — үҙҙәренең даими алыусылары бар. “Нисек бар эшкә лә өлгөрәһегеҙ?”— тигән һорауға улар: “Ауылда бер-береңде аңлап, ауырлыҡтарҙы еңә белеү кәрәк, икәү бер ҡамытҡа егелһәң, бар ергә лә өлгөрөп була”, — тиҙәр.
Лира ГӘРӘЕВА
Илеш районы.