Бурыслы үлмәҫ, тиһәләр ҙә...12.01.2016
“Һеҙҙе 15 минутта аҡсалы итәбеҙ! Кредит алыу өсөн бер генә документ – паспорт кәрәк!” – шундай иғлан менән Өфө урамдары тулған. Был нимә: халыҡты алдаумы, әллә банктарға конкуренциямы? Һәр хәлдә “Быстроденьги” тигән микрокредит ойошмалары законлы эш итә бит...

Ысынлап та, ҙур банктар бурысҡа аҡса биреү өсөн әллә күпме ҡағыҙ таптыра, уларҙы нисәлер көн тикшерә, элек кредитты нисек түләү тарихыңды ҡарай... Ахырҙа әллә рөхсәт бирә, әллә юҡ... Банктарҙың “хәүефһеҙлек хеҙмәте” тип аталған бүлектәре лә икмәген юҡҡа ашамай шул. Ә бит ҡулланыусы банкка ғәҙәттә аҡса бик ашығыс кәрәк булғанда мөрәжәғәт итә. Тап шул саҡта микрокредит ойошмалары осрай ҙа инде. Уларға осрамау мөмкин дә түгелдер, моғайын – Өфөлә бындай ойошмалар әллә һәр транспорт туҡталышында урынлашҡан инде... Баҙар иҡтисадында бер нәмә лә ихтыяжһыҙ тыумай, тимәк, уларға мөрәжәғәт итеүселәр ҙә аҙ түгел. “Русский финансист” порталы хәбәр итеүенсә, бындай мохтаждар һаны тотош Рәсәйҙә арта бара.
Һеҙгә лә тиҙ арала ғына бер аҙ аҡса кәрәкме? Тик бындай ойошмаларға ышанырғамы-юҡмы тип аптырайһығыҙмы? Ниндәйҙер ҡарарға килеү өсөн, тәбиғи, уларҙың асылын һәм банктарҙан айырмаһын төшөнөргә кәрәк. Бөгөн илебеҙҙә бындай ойошмалар быуа быуырлыҡ – ломбардтар, кредит кооперативтары, финанс союздары, микрофинанслау үҙәктәре һ.б. Уларҙың һәр төрөнөң үҙ ҡағиҙәләре бар. Бурысҡа аҡса биреп торған ойошмалар һәм айырым байҙар элек тә бар ине, әлбиттә, ләкин рәсми рәүештә бындай эшмәкәрлек өс йыл элек кенә закон менән рөхсәт ителде.
Ҙур банктар аҡсаны һәр төрлө ойошмаларға ла, айырым кешеләргә лә биреп тора ала. Ләкин был осраҡ­та улар барыбер ҙур компанияларға өҫтөнлөк бирә, сөнки айырым кешегә бурысҡа биреп тороу һәр ваҡытта ла хәүефле эш булып һаналды – кире ҡайтартып алыу ҡатмарлы булыуы ихтимал бит. Иҡтисади көрсөк быны асыҡ күрһәтте. Ә микрокредит ойошмалары аҡсаны айырым кеше­ләргә генә биреп тора. Уларҙың кредит алыу шарттарын нисек тә еңеләйтергә, ябайлаштырырға тырышыуы шуның менән аңлатыла ла инде. Был осраҡта бер кешегә бер миллион һумдан да ашыу биреү закон менән тыйыла. Бындай ойош­маларҙың банк лицензияһы юҡ, шуға күрә халыҡтан иҫәпкә аҡса туплау (вклад) тыйыла, сөнки улар банктағы кеүек страховкаланмай һәм ойошма бөлгән осраҡта кеше үҙ аҡсаһын кире ҡайтара алмаясаҡ. Әммә, белгестәр раҫлауынса, микрокредит ойошмаһының ундай эшмәкәрлекте аҫтыртын булһа ла алып барыу өсөн мөмкинлектәре ҙур.
Тағы бер үҙенсәлеге (ә уныһы кредит һораусы өсөн иң мөһимелер) – үтә ҙур процент. Өфөләге шундай ойошмаларҙың ҡайһыһына барып һораһағыҙ ҙа, улар: “Көнөнә – 2 процент”, – тип яуап бирәсәк. Йылына ул 700 проценттан ашып китә! Уны иҫәпләүҙең асылын аңлайһығыҙҙыр: һәр кредит ойошмаһында (шул иҫәптән ҙур банкта ла) процент тәүге алған сумманан түгел, ә бөгөнгө ҡалдыҡтан сығып иҫәпләнә. Әйтәйек, ошондай процент менән 10 мең һум ғына алып торһағыҙ ҙа, бер көндән бурыс 10 200 һум, тағы ла бер көн уҙғас – 10 404 һум, сираттағы тәүлектән һуң 10 612 һум кимәленә һ.б. барып баҫа. Бер йылдан ғына түгел, бер ай үтеүгә лә ул бик ҙур сумманы тәшкил итәсәк. Ә бит “ҡәҙимге” банктар кредитты йылына 20-30 процент менән генә бирә. Дөрөҫ, микрокредит ойошмаларына килеүселәр – автомобиль йәки көнкүреш техникаһы һатып алырға йыйыныусылар түгел, ә бик аҙ ваҡытҡа бәләкәй генә сумма һораусылар. Әйтәйек, эш хаҡы алырға бер аҙна ваҡыт бар, ә һиңә мотлаҡ бөгөн үк биш мең һумлыҡ әйбер алырға йәки нимә өсөндөр түләргә кәрәк, ә аҡсаң бер нисә көндән һуң буласаҡ. ШУЛ САҠТА ҒЫНА микрокредит ойошмаһына барыу үҙен аҡлай.
Ләкин тормошта төрлө хәлдәр була: бурысты бер аҙнанан кире ҡайтарам тип кенә йөрөгән кеше эшһеҙ ҡалырға, ҡаты сирләп китергә, хеҙмәт хаҡы билдәһеҙ ваҡытҡа тиклем тотҡарланырға, һис көтмәгән сығымға дусар булырға йәки башҡа төрлө ҡатмарлы хәлгә эләгергә мөмкин. Ә килешеү төҙөлгән, ҡул ҡуйылған. Таныш-тоноштан бурысҡа алып тороу хәҙерге заманда мөмкин булмаған эш тиерлек, сөнки улар ҙа шундайыраҡ хәлдә. Микрокредит биреүселәрҙең бурысты кире ҡайтартыу өсөн барыһын да эшләйәсәктәре көн кеүек асыҡ. Закон рөхсәт иткәнен дә, итмәгәнен дә.
– Һеҙҙән кредит алыу өсөн паспорт та, башҡа документ та кәрәкмәй, ниндәйҙер ҡағыҙға ҡул ҡуйыу ҙа мотлаҡ түгел, тиҙәр. Шул дөрөҫмө? – тип һорай икән берәү кредит ойошмаһы хеҙмәткәренән.
– Эйе, тап шулай.
– Ҡыҙыҡ... Ә бурысты ҡайтар­маһам, нимә була?
– Теге донъяға киткәс, Хоҙай ҡаршыһында һеҙгә бик оят буласаҡ.
– Әй, унда ҡасан китәм әле...
– Дүшәмбегә тиклем ҡайтар­маһағыҙ, шишәмбе китәһегеҙ инде, – ти кредит белгесе тыныс ҡына.
Былтырғы йыл аҙағында ғына Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа микрокредит ойошмаларының эш­мәкәрлеген тикшереү, уларға бурысын ҡайтара алмаусылар араһында килеп тыуған хәлде анализлау буйынса эшсе төркөм төҙөлдө. Ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, төбәк ҡануниәте, депутаттар билдәләүенсә, был даирәне дөйөм рәүештә генә көйләй, ә барлыҡ төп шарттар федераль кимәлдә законлаштырыла. Парламент ағзалары бындай ойошмалар өсөн аныҡ ҡағиҙәләр булдырған һәм ҡаты талаптар ҡуйған закон ҡабул итергә һәм был тәңгәлдә Федераль үҙәк менән уртаҡ тел табырға вәғәҙә итә.


Вернуться назад