Уңыш сере — берҙәмлектә12.01.2016
Уңыш сере — берҙәмлектә Республикабыҙҙа мал ҡышлатыу уңышлы бара, шул иҫәптән Ейәнсура районы хужалыҡтарында ла был йәһәттән эш яҡшы көйләнгән. Төбәктең “Импульс” ауыл хужалығы кооперативы миҫалында быға шаһит булдыҡ.

– Һауа торошоноң йыш үҙгәреп тороуы әҙме-күпме ҡыйынлыҡ тыуҙыра, шулай булһа ла, малсылар үҙ бурыс­тарын теүәл үтәй, – тип һөйләй “Импульс” хужалығы рәйесе Хәлим Ҡара­ғужин. – Ғөмүмән, бар йәһәттән дә күрһәткестәр беҙҙә һәр саҡ юғары булды. Маҡсат – бүтәндәр ҡараһын, өйрәнһен, өлгө алһын.
Хужалыҡ Иҫәнғол һәм Яңы Юл ауылдары халҡын эш менән тәьмин иткән. Шуныһы иғтибарҙы йәлеп итә: был яҡтарҙа ир-аттың ғаиләһен ҡарау ниәтендә ситкә китеп тир түгеүен бик өнәмәйҙәр. Бында эш булғанда, ниңә бәхетте ситтән эҙләргә?
Уңыш сере — берҙәмлектәБеҙ килгән көндә иртән ҡар яуып үтте, шуға күрә малсылар техника үтә алмаған урындарҙы тиҙ генә үҙҙәре таҙартты, унан инде төп бурыстарына тотондо. Эйе, хужалыҡ биләмәһендә ҡул ҡаушырып ултырыусылар юҡ. Механизаторҙарға ла эш етерлек: кемдер деталдәрҙе майларға йәбеште, икенселәр тәгәрмәстең тынын тикшерә. Бына көн асылып, ҡояштың йылмайыуы хеҙмәткәрҙәрҙең йөҙөндә лә сағылыш тапты.
Владимир Захаров, Петр Авакумов, Александр Спирин, Валерий Никифоров, Сергей Захаров һәм башҡалар һынатмай.
Һыйыр малын арттырыу һәм сәсеүлек майҙандарын киңәйтеү йәһәтенән эштәр планға ярашлы бара хужалыҡта. “500 ферма” программаһында ҡатнашыу уйлағанға ҡарағанда ла яҡшы һөҙөмтә биргән. Финанс һауыҡтырыуға күп көс түккәндәр, бөгөн барыһы ла юлға һалынған тиерлек. Бер юлы бер нисә йүнәлештә эшмәкәрлектәрен йәйел­дереү отошло икәненә күптән инан­ғандар. Мал аҙығы әҙерләгәндә, йәйге лагерҙан малдарҙы алып ҡайтҡанда тотҡарлыҡтарға юл ҡуйылмаған, ғөмүмән, уй-ниәттәре планға ярашлы бара.
“Импульс”тар бригада подряды алымын оҫта ҡуллана. Мәҫәлән, аталы-уллы Захаровтар, Владимирҙың ҡәйнеше Петр Авакумов хужалыҡтың киләсәге өсөн ал-ял белмәй тир түгә.
– Барлыҡ уй-ниәттәреңде иң беренсе күңелдә тыуҙырырға кәрәк, шунан һуң уны тормошҡа ашырыу юлдарын эҙләйһең инде, – тип тамамланы һүҙен кооператив рәйесе Хәлим Ҡарағужин. – Йылдар үткән һайын уның шулай икәненә тәрәнерәк төшөнәм. Ҡайһы бер яҡтарҙа киләсәкте уйлап эш итмәү арҡаһында хужалыҡтар тарҡалды, һис кенә лә улай итергә ярамай. Шул уҡ ваҡытта һаҡлыҡта әҙме-күпме аҡсаң да ятырға тейеш. Ә тәжрибә йылдар дауа­мында туплана.


Вернуться назад