Ейәнсура яҡтарында һәр кем ихатаһында төрлө ҙурлыҡтағы ике йорт һалыуҙы мөҡәддәс бурысы итеп һанай. Был күптән ғәҙәти күренешкә әйләнгән. Икәү тигәнем, иркен итеп һалынғаны – ҡыш йәшәр өсөн, ә бәләкәсен утъяҡҡыс тип йөрөтәләр. Унда тотош йәй буйына – майҙан алып октябргә хәтлем, йәғни әсәйемдең һүҙҙәре менән әйткәндә, ҡош-ҡорт һуйғанға тиклем мәж киләһең.Бала саҡ тамашаһыБәләкәй саҡта үҙем менән булған ҡыҙыҡлы ваҡиға һаман да иҫтән сыҡмай. Имеш, тыуған ауылым Үргендән алыҫ булмаған Ташмейес тауының иң бейек нөктәһенә менеп баҫҡанмын да тирә-яҡты күҙәтәм. Бар донъя ус төбөндәгеләй күренә, хозурлыҡҡа һоҡланып туя алмайым. Бәй, ҡарашымды ситкә – күҙ күреме етмәҫлек икһеҙ-сикһеҙ киңлектәргә йүнәлтеп, эргәләге гүзәллекте күрмәй мәхрүм ҡалам түгелме? Ҡыштыр-ҡыштыр килгән тауышты ишетеп, аҫҡа эйелеп ҡарайым, баҡтиһәң, бында ла тормош үҙенсә ҡайнай. Үлән-сәскәләрҙең серләшкәне ҡолағыма салына, ағастар ҙа бер-береһе менән шыбырлаша, ана, кескәй генә шишмә аҫҡа табан йүгерә. Ерҙәге бар тереклек үҙенә ҡаратмаҡсы итә, минең менән һөйләшмәксе, шуға күрә лә яҡыная килеп, салғыйымдан, хатта еңемдән тартмаҡсы итәләр...
Бәй, был бары төш кенә икән. Күҙҙәремде асып ебәрһәм – урындыҡта яңғыҙ ятамын, ә ишек шар асыҡ. Матур ғына булып таң һыҙылып килә. Тәүҙә үҙемде һарайҙағылай хис иттем. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, эргәмдә һарыҡтар тулып йөрөй, тыпыр-тыпыр киләләр. Бөҙрә тәкәнең табанымды ҡытыҡлауына уянып киткәнмен. Малҡай йәй буйына ялан аяҡ йөрөгәнлектән ташҡа әйләнгән табанымды ҡытыршы теле менән ялап йомшарта. Шаян бәрәстәр көлдөксәгә бер менеп, бер төшөп баҫтырыш уйнай, сосораҡтары мейес эсенә инеп ҡоромға буялып бөткән. Туҡтауһыҙ сөскөрәләр, моғайын да, танауҙарына көл тулғандыр.
Ҡыҫҡаһы, бер өйөр һарыҡ таң һарыһы менән утъяҡҡыста күңелле байрам ойошторған. Әсәйем бындай ваҡытта уларҙы ҡыуып сығарыр ине. Ә мин улай итмәнем, тамаша ҡылыуымды дауам иттем. Улар янымда саҡта ҡайһылай күңелле, тим. Мөгөҙө саҡ күренә башлағаны урындыҡҡа йәйелгән тирене тешләп һөйрәп төшөргәс кенә айнып киттем. “Нишләп бында ятам әле?” Урынымдан ҡалҡыныуыма һарыҡтар һөрлөгөшөп тышҡа атылды, ә мин ҙур йортҡа ашыҡтым. Бер һүҙ менән әйткәндә, ул кисте иртәрәк йоҡлағанмын, ә өлкәндәр бәләкәстәрен ҙур өйгә күтәреп индерергә онотҡан...
Республика Башлығының фатихаһыӨфө тарафтарынан килгәндә “Ейәнсура районы” тигән ыҡсым алтаҡтаны күреү “төбәк ҡапҡаһы аша үттем, бәрәкәтле үҫәргәндәр биләмәһенә аяҡ баҫтым” тигәнде аңлата. Бында иһә көнитмеш бөтөнләй бүтәнсә: нисектер юлдар ҙа тигеҙ һымаҡ, һауаһы ла саф кеүек тойола, ҡоштар ҙа моңло һайрағандай. Кем әйтмешләй, тыуған төйәгеңдәге әрем дә хуш еҫ бөркә.
Район үҙәге Иҫәнғолға етер алдынан юл буйынан Яңы Юл ауылы ус төбөндәгеләй күренә. Шунда берәүҙең ялан кәртәһе тулы һарыҡтарын күреп хайран ҡалдыҡ, бәләкәй бер ауылдың көтөүенә тиң! Хәйер, ниңә аптырарға? Беҙҙәге халыҡ һәр төрлөһөн, бигерәк тә ваҡ малды ишле тотоуҙы ғәҙәткә әйләндергән. Юҡҡамы ни Ейәнсурала йыл да Шәл байрамы шаулап-гөрләп уҙа, быйыл иһә ул республика статусын алды. Ә шәл бәйләү кәзәне күпләп үрсетеүҙе талап итә. Улай ғына ла түгел, бая телгә алыуымса, был яҡтарҙа шулай уҡ һарыҡты ла ифрат күп аҫрайҙар.
Алыҫ йөрөйһө түгел, совет заманында Иҙелбәк ауылында һарыҡсылыҡ буйынса махсуслашҡан совхоз ойошторолған. Олоһо ла, кесеһе лә уны бер ҙә үҙенең рәсми исеме менән түгел, ә һарыҡ күп булғаны өсөн Овцевод тип кенә йөрөттө. Ошо атама һаман да халыҡ теленән төшмәй. Ғөмүмән, бөгөн ауыл хужалығы үҫеш кисерәме, айырым алғанда, һарыҡсылыҡ йүнәлешенә ҡараштың ниндәй булыуын белеү өсөн Ейәнсура районына юлландыҡ.
Ә унан алда республикабыҙҙың Ауыл хужалығы министрлығы биргән мәғлүмәттәр менән таныштыҡ. Башҡортостан һарыҡ һәм кәзә буйынса, бөтә төр хужалыҡтарҙы ла индергәндә, Рәсәйҙә 7-се урынды биләй (850 мең баш иҫәпләнә), ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарынан айырмалы шәхси хужалыҡтар өлөшөнә иң күбе тура килә. Шул ҡыуаныслы, республикабыҙҙа Хөкүмәтебеҙ тарафынан 2012 – 2015 йылдарға иҫәпләнгән ҡуй малын үрсетеү буйынса программа эшләй.
– Ауыл хужалығына йән өрөү маҡсатында һарыҡсылыҡта туҡталдыҡ, – тип башланы һүҙен район хакимиәте башлығы Әлфәрис Байсурин. – Бынан дүрт йыл элек Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитов беҙгә килгән саҡта ошо хаҡта уның менән кәңәшләшеп, аныҡ тәҡдимдәребеҙҙе еткерҙек, сетерекле һорауҙарҙы бирҙе. Ҡайһылайтып башлап ебәрергә, ҡаршылыҡтар ,осрамаҫмы, ҡыҫҡаһы, ҡулдан килерлекме? “Шәп идея”, – тине ул, беҙҙең әйткәндәрҙе хуплап. Эйе, Рөстәм Зәки улынан ыңғай һүҙ ишеткәс, иркен тын алып ҡуйҙыҡ, тимәк, беҙгә ярҙам буласаҡ. Бары тик ең һыҙғанып эшләргә генә кәрәк, күп нәмә үҙебеҙгә бәйле икәнен шунда уҡ аңланыҡ.
Республика етәксеһенең районға сираттағы эшлекле сәфәрендә әҙме-күпме эш бойомға ашырылған булған. Ул саҡта ла Рөстәм Хәмитов: “Һарыҡсылыҡ – беҙҙең өсөн традицион йүнәлеш, һарыҡ итенә баҙарҙа ихтыяж ҙур. Күптән түгел сит ил эшҡыуарҙары йылына 3,5 мең тонна һарыҡ ите һатып алырға әҙер икәнлектәрен белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта республикабыҙҙың трикотаж предприятиелары йөнгә ҡытлыҡ кисерә. Шулай булғас, был перспективалы йүнәлеш һанала, йылдамыраҡ булығыҙ”, – тип үҙенең фекерен еткергәйне.
Төбәк Башлығы ауыл хужалығына мөмкин тиклем ярҙам итеү, халыҡты хеҙмәт урындары менән тәьмин итеү тураһында күп һөйләй, аныҡ эштәр башҡара. Уның ошо һүҙҙәрен һәр хужалыҡтың көйлө эшмәкәрлеге ауылдарға ҡот өҫтәүҙә ифрат ҙур роль уйнай тип аңларға мөмкин.
Тарихи сығанаҡтарҙан күренеүенсә, 1980 йылдарҙа Ейәнсурала һарыҡ һаны 114 мең башҡа еткерелгән, уларҙы ялан кәртәнән сығарһалар, тотош яланды ҡаплап йөрөгән. Һарыҡ үрсетеү проектын тормошҡа ашырыуҙы ейәнсураларҙың данын ҡайтарыу тиһәң дә, шаштырыу булмаҫ.
Иң мөһиме – төбәктең тәбиғәте мал аҫрау өсөн шул тиклем уңай. Һыулауға төшөрәйем тиһәң, рәхим ит – йылға-шишмәләре аҙым һайын, туғай, болонлоҡ, текә булмаған тауҙар, хан йәйләүендәй йәйрәп ятҡан көтөүлектәр, ҡыҫҡаһы, барыһы ла бар. Сабынлыҡ һәм көтөүлектәр иркен.
Волгоград тоҡомоноң
йөнө сифатлы, ите тәмле
Һарыҡсылыҡты үрсетеү тәңгәлендә ейәнсуралар, ғәҙәттәгесә, барыһына ла өлгө күрһәтә. Ныҡышмал эҙләнеүҙәр, туҡтауһыҙ командировкалар Волгоград өлкәһенең Палласов районына алып барып еткергән. Илебеҙҙең башҡа тарафтарына ла “разведка яһағандар”, әммә иң отошло тип ошондағы тоҡомло малдарҙы тапҡандар һәм һис кенә лә яңылышмағандар. Өлкәнең совет заманынан бирле илебеҙҙә үҙ йөҙөн һаҡлап ҡалған берҙән-бер “Ромашковский” ауыл хужалығы етештереү кооперативы менән хеҙмәттәшлек яйға һалынған.
Ни өсөн волгоград тоҡомло һарыҡтарҙы үрсетеү өҫтөнлөклө йүнәлеш һаналамы? Беренсенән, йөнө нәҙек, сифатлы булыуы менән бүтәндәрҙән ныҡ айырыла. Икенсенән, ите ашап туйғыһыҙ. Әйтәйек, тәкәнең – 125 килограмға, хатта айырым осраҡта 150 килограмм ауырлыҡҡа етеүе ихтимал. Инә һарыҡтар әҙгә генә ҡалыша. Бәрәстәр һуйыр алдынан 30-35 килограмм тарта. Ете-туғыҙ айлыҡ тәкәнән 20 – 24 килограмм ит алына. Малдарҙы ғәҙәттәгесә ике йәшкә еткереп түгел, ә алты айҙан да һуйырға мөмкин. Көньяҡ Урал климатына ла тиҙ яраҡлашҡандар.
Бындай ҙур эшкә тотонор алдынан, әлбиттә, уның нескәлектәре тәрән өйрәнелгән, тәжрибә уртаҡлашыу ҙа ыңғай һөҙөмтә биргән. Әлфәрис Байсурин белдереүенсә, бөтә иҡтисади иҫәпләүҙәр һәм алдан күҙаллауҙар һарыҡсылыҡ тармағын үҫтереүгә һәм агросәнәғәт кластеры төҙөү концепцияһына индерелгән, бындай аҙымды яһау – заман талабы.
Һәммәһенә лә маяҡ һаналған “Маяҡ” хужалығы килемле эшләй. Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын да был тармаҡ ныҡ ҡыҙыҡтырған. Шәхси хужалыҡтар ҙа уларҙың өлгөһөнә эйәргән. Хужалыҡ итеүҙең ошо өс төрө агросәнәғәт кластерын хасил итә лә инде.
– Традицияны тергеҙеү, халыҡҡа эш урындары булдырыу һәм райондың географик йәһәттән уңайлы урында ултырыуы этәргес көс бирҙе, – тип дауам итә һүҙен хакимиәт башлығы.
Программаны тормошҡа ашырғандан алып барлығы 51,5 миллион һумлыҡ инвестиция йәлеп ителгән, шул иҫәптән республика бюджетынан – 24,6 миллион, райондыҡынан – 13,2 миллион һәм хужалыҡ ҡаҙнаһынан 13,7 миллион һумлыҡ аҡса үҙләштерелгән.
Бөтә юлдар ҙа
“Маяҡ”ҡа илтәӘлфәрис Сәлихйән улының берҙәм командаһы эште нимәнән башлаған тип уйлайһығыҙ? Эйе, кадрҙар мәсьәләһенән.
Шул иғтибарға лайыҡ: Ейәнсура районы республикала беренселәрҙән булып һарыҡсылыҡты үҫтереү буйынса махсус программа ҡабул иткән һәм уны уңышлы тормошҡа ашыра. Шуның нигеҙендә һарыҡтарҙы аҫрау, үрсетеү һәм тоҡом алыу маҡсатын күҙ уңында тотҡан “Маяҡ” муниципаль унитар ауыл хужалығы предприятиеһы төҙөлгән. Баҫҡан ерендә ут сәсрәтерлек сәмсел егетте директор итеп тәғәйенләгәндәр. Дәмин Юланов яуаплы вазифаға ике уйламай ризалашҡан һәм алға китеп шуны еткерәйек, йөктө һис ауырлыҡһыҙ тарта.
Етебөгөлдө төшөү менән өс исемле бик матур ауыл бар, уны халыҡ Аҡҡондоҙ тип йөрөтә, Түбәнге Казарма ла тибеҙ, ә рәсми телдә – Хоҙайбәндә. Бына шунда урынлашҡан да инде алдынғы хужалыҡ. Уны йүгерек Ергәйеш һәм Ямашлы йылғалары һуғара. Һаҡлау, Ҡаршытау, Баланлы һәм башҡа тау итәктәренең көтөүлек өсөн шул тиклем уңайлы булыуын чабандар үҙҙәре әйтте.
Тәүҙә хужалыҡ эшмәкәрлеген дүрт йөҙ һарыҡтан башлағандар, шулай уҡ ер алғандар, бер нисә кешене хеҙмәткә йәлеп иткәндәр.
Әле Хоҙайбәндә ауылында ғына ике мең ярымдан ашыу һарыҡ бар. Бынан тыш уның бригадалары Самаҙы, Ҡарғалы һәм Таҙлар ауылдарында ла урынлашҡан. Дөйөм алғанда, уларҙа бөтәһе алты мең тирәһе һарыҡ иҫәпләнә. Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында – өс меңдән ашыу, шәхси хужалыҡтарҙа туғыҙ мең ярым һарыҡ булыуын да өҫтәйек. Ошоларҙан сығып, һарыҡсылыҡ тармағы үҫешә тип әйтмәй ҡара!
Һарыҡ талымһыҙ малдарҙан һанала. Йәйгеһен етерлек аҙыҡ әҙерләнгән. 15 000 центнер бесән, 3 000 тонна силос, 2 600 тонна сенаж – шуға асыҡ миҫал. Бәрәсләү осоронда 100 инә һарыҡтан 130 тирәһе бәрәс алына. Һиҙгәнһегеҙҙер, үҙенән-үҙе урын мәсьәләһе ҡалҡып сыҡты. Уны нисек хәл итергә? Эйе, был осраҡта ла барыһы ла алдан уйланылған. Фермерҙарға, шәхси хужалыҡтарға һарыҡтарҙы ҡышлатыуға биреү киң ҡулланыла. Иҙелбәк, Яңыбай, Биштирәк, Байдәүләт һәм башҡа ауыл уңғандары ваҡ мал алып аҫрауға ныҡлап тотонған.
Ҡарағайтуғай ауылында хужалыҡтың модуль тибындағы Көньяҡ Урал өсөн берҙән-бер мал һуйыу цехы асылған. Уның эш башлауы ике кешене хеҙмәткә йәлеп итеүгә килтергән. Күп эштәр автоматлаштырылған, иркен һыуытҡысы һәм туңдырғысы янында ғына. Дәмин Марат улының һүҙҙәренә ҡарағанда, бындай цехтар һәр яҡтан да уңайлы. Әйтәйек, уны тотоу өсөн әллә ни күп сығым талап ителмәй. Итте төрлө мосолман байрамдарында, бигерәк тә Ҡорбан байрамында уларҙан күмәртәләп һатып алалар икән. Етмәһә, киләсәктә ҙур ресторандарға ла сығырға уйлайҙар, был юҫыҡта етди һөйләшеүҙәр алып барыла.
Һарыҡ йөнөн йылына бер тапҡыр ғына (15 – 25 июнь арауығында) ҡырҡалар. Бер көндә бер кешенең 100 һарыҡҡа көсө етә. Һарыҡ йөнөн Татарстан эшҡыуарҙары теләп ала икән. “Ағиҙел” етештереү берекмәһе лә киләсәктә маяҡтар менән хеҙмәттәшлек итергә әҙерлектәрен белдергән. Һарыҡ тәкәһе йөнөнөң оҙонлоғо 11 сантиметрға етә, инә һарыҡтарҙыҡы уларҙан саҡ ҡына ҡалыша. Бер мал 3-5 килограмм йөн бирә. Быйыл бөтәһе ун тонна сеймал алынған.
Һарыҡ туны – һары алтын тигән мәҡәл бар халыҡта. 1990 йылдарҙа төрлө кооперативтарҙың ойошторолоуы хәтерҙә. Кемдер тире иләне, икенселәре унан кәпәс һәм тун текте. Ғаилә мәнфәғәте менән яныусылар ҙа был шөғөлдө тиҙ үҙләштерҙе. Шунда уҡ берәй эшҡыуар тире эшкәртеү цехын да асһа ине тигән теләк тә бар. Юғиһә бөгөн тирегә хаҡ бик түбән ҡуйылған, күбеһенсә алыпһатарҙар хужалыҡтан да, халыҡтан да йыйып, бүтән ергә тапшыра.
...Юл сатындағы “Аманат” кафеһынан һуң уңға боролоп, Ялпурман тауына күтәрелдек. Самаҙы ауылы бригадаһында район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Самат Йәрмөхәмәтов оҙатыуында хужалыҡтың эшмәкәрлеге менән танышып йөрөгән саҡта Әлфәрис Сәлихйән улы телефондан шылтыратып, “Маяҡ” хужалығы тоҡомсолоҡ репродукторы статусын алды” тигән һөйөнөслө хәбәре менән уртаҡлашты. Бына бит, эшләһәң, эш ҡарышмай. Мәҡәлә башында элек районда һарыҡ һаны 114 меңгә еткерелгән тигәйнек, киләһе биш йылда бөтә төр хужалыҡтарҙа ла малды 60 мең башҡа еткереү планы ҡуйылған, шул иҫәптән 28 меңе “Маяҡ”ҡа тура киләсәк.
Төбәктә һарыҡсылыҡ үҫеш алған осраҡта яҡынса ике мең тирәһе кеше хеҙмәт урыны менән тәьмин ителәсәк, ә бер “Маяҡ”та ғына 330 кеше эшле булыу һөйөнөсөн кисерәсәк.
Чабандар – Башҡортостан Хөкүмәте Дипломын алған Иншар Әминев, район хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнгән Илфат Илмөхәмәтов, Исмәғил Искәнйәров, йәш белгес – баш зоотехник Айгөл Ишмөхәмәтова һәм башҡалар – хужалыҡтың төп көсө.
Йөҙ баш алһаң,
егермеһе – һиңә“Маяҡ” хужалығы халыҡта һарыҡсылыҡ тармағына ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм кешеләрҙе эшле итеү ниәтендә ике яҡ өсөн дә отошло алым уйлап тапҡан. Бер ғаиләгә күпмелер баш һарыҡ ҡарарға бирелә. Ошо шөғөлгә бөтә көсөн һалған осраҡта кеҫәңде ҡалынайтыу мөмкинлеген алаһың.
Француз әҙибе Вольтер “хеҙмәт әҙәм балаһын өс нәмәнән – эс бошоуҙан, боҙоҡлоҡтан һәм мохтажлыҡтан – ҡотҡара” тигән. “Көрсөккә килеп терәлдек”, “тик ятыуҙан йонсоном”, “ауылдың ҡото китте” тигәндәргә ниңә урынынан ҡуҙғалмаҫҡа, әҙ генә башты эшләтмәҫкә?
– Ошо ысул күптәрҙе ылыҡтырҙы, һорашалар, ҡыҙыҡһыналар, – ти хакимиәт башлығы Әлфәрис Байсурин. – Уның шулай йүнәлеш алырын тулыһынса күҙаллағайныҡ. Ниңә форсаттан файҙаланмаҫҡа? Стимул булдырылғас, артабан тырыштар тағы ла ишәйәсәк, иманым камил.
Мәҫәлән, Байдәүләт ауылынан Ринат Ғүмәров ошо яңылыҡты ишетеү менән райондың ауыл хужалығы бүлегенә йүнәлгән. Әгәр “Маяҡ” етәкселеге һанап сыҡҡан бөтә шарттар ҙа үтәлгән осраҡта теләгәндәрҙең барыһының да үтенесе ҡәнәғәтләндереләсәк. Иң беренсе һарайың һәм ялан кәртәң тәртиптә булһын. Ринат Ғәбсәләм улы ҡышҡылыҡҡа 100 һарыҡты алып тәрбиәләргә батырсылыҡ иткән. 150 көн уларҙы ашата, эсерә, тиҙәген таҙарта, ҡыҫҡаһы, ҡыш буйы аҫрап сығара. Ветеринар тикшереүҙе хужалыҡ үҙенең өҫтөнә алған, ҡатнаш аҙыҡ менән дә ул тәьмин итәсәк. Комиссия килеп ҡарағандан һуң, улар ҡуйған талаптар үтәлгән осраҡта, дәртләндереү сараһы булараҡ, егерме һарыҡ Ринат Ғүмәровтың һарайында тороп ҡаласаҡ. Бөгөн баҙарҙа һарыҡ ите ҙур ихтыяж менән файҙаланғанда, әлбиттә, уйланырға урын бар.
– Бүренән ҡурҡҡан һарыҡ аҫрамаҫ, тиҙәр беҙҙә. Ауылда шул шәхси хужалыҡ иҫәбенә йәшәйһең бит, – тип иренең фекеренә ҡушыла Фәниә Батырйән ҡыҙы. – Электән үк бер нисә һыйыр малы тоттоҡ, вағын телгә алып тораһы ла түгел. Әле биш һыйыр һауам, үҙебеҙҙең генә егермегә яҡын һарығыбыҙ бар. Туғаным Мараттың ҙур ярҙамын тоябыҙ.
Ғүмәровтарҙың “Эшләгән – ашаған” тигән мәҡәлде йәшәйештә уңышлы ҡулланыуына үҙебеҙ шаһит булдыҡ.
Аҡыллы тәкә һуйғанда ахмаҡ йүкә һуйырӘлфәрис Сәлихйән улы һөйләүенсә, яҡташтарының тәүәккәллеге һоҡландыра, ул һәр береһенең шатлығын үҙенеке булараҡ ҡабул итергә күнеккән. Быйыл бер нисә егәрле кеше грант отоп, шатлыҡлы көндәрен кисергән. Шулар араһында Таҙлар ауылынан “Баязитов” крәҫтиән (фермер) хужалығын алып барып күрһәттеләр. Улар 1 миллион 180 мең һум аҡсаға волгоград тоҡомло 70 баш һарыҡ һатып алған, техникалы булған.
Фермер Фәнис Батырхан улы Баязитов һөйләүенсә, һәр кемдең киләһе көндәргә уй-ниәттәре булған шикелле, ул да бәләкәйҙән был турала хыялланған. Әле урау юлдар аша булһа ла ниәтенә ирешкән. Был күҙаллағандың яртыһы ғына икән, алда тауҙай мәшәҡәттәр көтә. Ул “Аҡыллы тәкә һуйғанда ахмаҡ йүкә һуйыр” тигән девиз менән йәшәй.
Иҫке интернат бинаһы танымаҫлыҡ итеп үҙгәртелгән. Малдар шунда урынлаштырылған, ялан кәртә иркенәйгән. Эргәләге Үрге Һарыбил ауылындағы МТС бинаһын да ремонтлап алмаҡсы. Ул киләсәккә пландары менән уртаҡлашты: һарыҡтарҙы 300 башҡа еткерергә!
– Грант алыусылар һаны артҡандан-арта, – ти хакимиәт башлығы. – Ундайҙар өҫтәлһен генә, состарҙы ярҙамдан өҙмәҫбеҙ. Бынан тыш, айырым ғаиләләр ҙә күпләп һарыҡ аҫрауҙы ниәт иткән.
Әле һарыҡ ҡараусыларҙың төп иғтибары – уларҙың алдарынан ризыҡ өҙмәү. Йәйгеһен витаминдарға бай күп төрлө мал аҙығы хәстәрләнгән, уны аралаштырып бирергә тырышалар. Шулай иткәндә, һыуыҡ ҡышты еңел үткәрәләр.
Фермерҙа өс ауылдашы эшләй. Кәләше Юлиә – төп ярҙамсыһы. Каникулға ҡайтҡанда студент ҡыҙҙары – Сибайҙа юрист һөнәре буйынса белемен арттырған Лилиә, Өфөлә туризм белгесе һөнәрен үҙләштергән Ләйсән һәм кадастр инженерына уҡыған Гүзәл аталарына ихлас булыша.
Ғөмүмән, район етәкселегенең һарыҡсылыҡҡа йөҙ менән боролоуы ҡыуандыра. Йылҡы – данлыҡ, ә ҡуй – байлыҡ тигәндәй, баҙарҙа һарыҡ итенә ихтыяж шул тиклем ҙур. Өҫтәүенә Аргентина йәки Бразилиянан килтерелгән итте ашағансы, үҙеңдеке яҡшыраҡ. Һүҙ ҙә юҡ, был – импортҡа алмаш. Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә лә тос өлөш индерәләр.
Районда “Маяҡ” хужалығынан тыш йәнә 84 крәҫтиән (фермер) хужалығының 63-ө һарыҡсылыҡ буйынса махсуслашҡан, шул иҫәптән ете хужалыҡ – волгоград, ә берәр хужалыҡ куйбышев һәм меринос тоҡомло һарыҡтарҙы аҫрай.
Һарыҡсылыҡты үҫтереү – төбәктәге эшсе көстәрҙе һәм йәйрәп ятҡан көтөүлектәрҙе, күпереп үҫкән сабынлыҡтарҙы тулыһынса файҙаланыу мөмкинлеген бирә. Ул райондың иҡтисадын тотороҡло итеү, уның үҫешен көсәйтеү тип тә танырға кәрәк. Ейәнсурала етештереүсе бер завод та булмағанда, халыҡтың йәшәйешенә һиҙелерлек үҙгәрештәр индереләсәк.