Картуфты малға ашатҡансы…02.12.2015
Картуфты малға ашатҡансы… Республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәгендә эшкәртеүсе редприятиелар юҡ дәрәжәһендә. Ошо арҡала урындағы халыҡ етештергән сеймалын ҡайҙа тапшырырға белмәй ыҙалана. Бигерәк тә был яҡтарҙа һәр саҡ мул уңыш биргән картуфты һатыу мәсьәләһе киҫкен тора. Халыҡ уны малына ла ашатып ҡарай, әммә бөтөрә алмай, сығарып түгергә мәжбүр. Проблеманы еңеләйтеү йәһәтенән урындағы эшҡыуар Владик Заһиров Ҡыйғы районы үҙәге Үрге Ҡыйғыла крахмал етештереү заводы асыу ниәте менән яна. Владик Саяп улы фекеренсә, ул өҫтәмә эш урындары булдырып ҡына ҡалмаҫ, ә халыҡта күпләп картуф етештереүгә, һатыуға ҡыҙыҡһыныу уятып, көнкүрешен яҡшыртыуға ла этәргес булыр ине.


Ғөмүмән, төньяҡ-көнсығыш, белгес­тәр билдәләүенсә, картуф үҫтереү өсөн иң уңышлы төбәк иҫәпләнә. Сөнки ул, республиканың башҡа райондары менән сағыш­тырғанда, диңгеҙ кимәленән бай­таҡҡа юғарыраҡ урынлашҡан, шул арҡала тупраҡ калийға бай. Был иһә бәрәңгенең уңышына ғына ыңғай йоғонто яһамай, ундағы крахмалды ла күбәйтә һәм сифатлыраҡ итә. Быға, әлбиттә, төньяҡ-көнсы­ғышта яуым-төшөм­дөң тотороҡло һәм ҡоролоҡтоң бик һирәк булыуы ла ныҡ йоғонто яһай. Бер һүҙ менән әйткәндә, бөгөн илдә ныҡ кәрәк (әлегә Рәсәйҙә ихтыяждың өстән бер өлөшө генә ҡәнәғәтләндерелә) крахмал етештереү өсөн Ҡыйғыла завод төҙөү иң отош­лоһо. Эшҡыуар Заһировтың был тәҡдимен район хакимиәте генә түгел, Башҡортостан Ауыл хужа­лығы министр­лығы, Йәшелсәселәр союзы ла хуп­лап ҡаршы алды.
Ҡыйғыла картуф йыйып, тулы­һынса эшкәртеүҙе ойоштороуға, Владик Саяп улы әйтеүенсә, ярайһы уҡ шарттар бар. Шуларҙың иң мөһиме — йәшелсә һаҡлағыстарҙың булыуы. Улар, әлбиттә, заман талаптарына бигүк яуап бирмәй. Әммә бер аҙ төҙөкләндереп, заманса ҡорамал менән йыһазландырғанда, быға ла өлгәшергә була. Ғөмүмән, финанслау мәсьәләһе ыңғай хәл ителгәндә, крахмал заводын ҡороу эштәрен, картуф йыйыуҙы быйыл уҡ башларға булыр ине…
Тынғыһыҙ эшҡыуар аҡса килтереп биргәндәрен генә көтөп ятмай, әлбиттә. Мәсьәләне төптәнерәк өйрәнеү йәһәтенән ул күптән түгел Сыуаш Республикаһының Ялсы районында булып ҡайтты. Унда “Чувашин крахмал” яуаплылығы сиклән­гән йәмғиәтенең эшмәкәрлеге менән танышты. Крахмал етештереүселәр эштең айышына ярайһы уҡ һәйбәт төшөнгән. Улар тәүлегенә өс йөҙ тонна крахмал етештереүсе завод ҡорғандар, тик сеймал (картуф) аҙлығы арҡаһында ике йөҙ тонна ғына сығаралар. Шуға ҡарамаҫтан, заводты төҙөүгә киткән сығым ярты йыл эсендә үк ҡапланған.
Улар бәрәңгене Сыуаш Республика­һында ғына түгел, хатта күрше Татар­станға, Ульяновск өлкәһенә сығып йый­һалар ҙа, етмәй икән. Ә крахмалға кил­гәндә, уны ҡулдан өҙөп алып баралар. Заказсылар шул тиклем күп: берәр-ике­шәр ай алдан сиратҡа яҙылалар.
Быларҙың барыһын да иҫәпкә алған­да, Үрге Ҡыйғы ауылында крахмал заводы төҙөү һәр яҡлап маҡсатҡа ярашлы һәм, әлбиттә, бик отошло. Беренсе­нән, был төбәктә (Мәсәғүт ауылын иҫәплә­мә­гәндә) эре предприятиелар юҡ тиергә була.
Икенсенән, заводтың тотороҡло эш­ләүе өсөн бында сеймал етерлек. Ет­мә­һә, картуфты буш ятҡан йә иһә иген культуралары үҫә алмай интектергән баҫыуҙарҙа ла күпләп сәсергә булыр ине. Сәсеү әйлә­нешендәге бойҙай урынына бәрәңге ултыртҡанда, уның рентабеллелеге бөртөклөгә ҡарағанда күпкә юғарыраҡ булыр ине. Тамыраҙыҡты мал­ға ашатҡанда ла ундағы үҙләш­терелеүсе протеин, тауыҡ йомортҡаһындағы (унда иң юғары аҡһым) менән сағыштырғанда, 85 процент тәшкил итә, бойҙайҙыҡы – 64 кенә.
Өсөнсөнән, эшҡыуар Заһиров белде­реүенсә, Сыуашстандың “Чувашин крахмал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Александр Кудряшов Ҡыйғы­ла крахмал етештереү заводын монтаж­лауҙы үҙ өҫтөнә алырға әҙер. Һәм уны һәр яҡлап өлгөлө итеп төҙөргә вәғәҙә итә. Был иһә заводтың уңышлы эшләй башларына ышанысты арттыра.
Алда әйтелгәндәрҙе йомғаҡлап, шуны әйтке килә: крахмал заводы төҙөү проекты — күп яҡлап уникаль күренеш. Әлеге ваҡытта бындай эшкәртеү предприятиелары Рәсәйҙә бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Шунлыҡтан конкурентлыҡ көслө түгел. Шулай уҡ ихтыяждың ҙур булыуы ла был хәүефте юҡ итә, сөнки Рәсәйҙә картуф крахмалы киң ҡулланыла.
Форсаттан файҙаланып, ошондай мөмкинлекте ҡулдан ысҡындыр­маһаҡ ине. Был йәһәттән тәү сиратта дәүләт ярҙамын күҙ уңында тотһам да (был “Башҡортос­тандың төньяҡ-көнсығыш төбәген үҫтереү” программаһын тормош­ҡа ашырыу йәһәтенән дә бер сағыу күрһәткес булыр ине), инвесторҙар ярҙамын да инҡар итмәйем. Был эште киңәйтеп, тиҙ арала ойошторған хәлдә, уның оҙайлы ваҡыт дауамында мул табыш бирәсәге көн кеүек асыҡ.




Вернуться назад