Тәмле, әммә зыянлы02.12.2015
Яңы йылға тиклем Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары “Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау тураһында”ғы Законға үҙгәрештәр индерергә уйлай. Сәбәбе – етештереүселәр аҙыҡ-түлеккә төрлө тәмләткестәрҙе саманан тыш ҡуша. Был юлы натрий глутаматына ҡаршы сыҡмаҡсылар.

Натрий глутаматын һәр төрлө аҙыҡта осратырға мөмкин. Иң ҡыҙғанысы – етештереүселәр Е621 тигән өҫтәмәне тауарға яҙмау яғында. Хәҙер закон проекты авторҙары ул ҡайһы аҙыҡҡа ҡушылған, шуларҙы айырым кәштәгә һалырға тәҡдим индермәксе. Шулай иткәндә йәки тауар етештереүсегә Е621-ҙе иркен ҡулланыуҙы тыйғанда ғына сәләмәтлегебеҙгә хәүеф бер аҙ кәмейәсәк.
Ябай халыҡ ундай терминдарҙы бик аңламай ҙа. Химиктар телендә ул глутамин кислотаһының натрий тоҙо тип атала. Һуңғы ваҡытта етештереүселәр бик оҫтарып алды, бер-береһенән күрмәксе был тәмләткесте киң ҡуллана башланы. Колбасаға, сосискаға, соусҡа, бүтән төрлө ярымфабрикаттарға өҫтәү шуны дәлилләй. Осло күҙҙәр краб таяғында ла тапҡан икән уны. Ни өсөн өҫтәйҙәр? Иң беренсе сәбәп – аҙыҡ-түлеккә тәм бирһен өсөн, унан инде әллә ҡайҙан ылыҡтырғыс еҫ аңҡытҡанды кемдең алғыһы килмәһен.
Е621 балалар өсөн айырыуса хәүефле. Составында натрий глутаматы булған ризыҡты ашаған бала артыҡ ҡуҙғыусан һәм тиҙ тоҡаныусанға әүерелә, оҙаҡ йоҡлап китә алмай ыҙалана. Ғөмүмән, ауыҙығыҙ тәм тоймай башлаһа, тимәк, һеҙ Е621-ҙе артыҡ ҡулланғанһығыҙ тигән һүҙ. Өҫтәүенә һимереүгә бер аҙым ул. Ҡайһы бер табиптар йөрәк ауырыуын да уның менән бәйләй.
Магазин кәштәләре хәҙер тауарҙан һығылып тора. Быныһына шул ҡушылған, ә икенсеһенә теге ҡушылған күҙлектән сығып, әйберҙе кәштәгә айырып ҡуйыу ҡағиҙәһе беҙҙә юҡ инде ул. Хужа өсөн бер нәмә мөһим: иң үтемле тауарҙар түргә теҙелә, ул тиҙерәк һатылған һайын отошло, ә башҡалары мөйөштән йәки ситтән урын ала.
Әгәр ҙә был йәһәттән закон ҡабул ителһә, эре сауҙа нөктәләре, әлбиттә, уны үтәйәсәк. Ә бына әйтәйек, шул уҡ ауыл ерендә бәләкәй магазинда һатыусы тауарҙағы яҙыуға иғтибар итерме, айырым кәштә булдырырмы һуң?




Вернуться назад