Төп иғтибар — иҡтисадҡа28.11.2015
Элекке көн Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға мөрәжәғәт менән сығыш яһаны. Һәр ваҡыттағыса, уға иғтибар ҙур булды. Депутаттар Мөрәжәғәтнамә буйынса үҙ фекерҙәрен белдерҙе.

Константин ТОЛКАЧЕВ,
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе:


— Республика етәксеһенең сығышында төп урынды, әлбиттә, иҡтисад мәсьәләләре биләй, сөнки тап иҡтисад мәҙәниәт, мәғариф, тәрбиә менән бәйле мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итеүҙең нигеҙе булып тора. Әле беҙ комитеттарға Мөрәжәғәтнамәгә анализ яһарға ҡуштыҡ. Уларҙың һәр береһе ошо документта сағылған барлыҡ төп йүнәлештәрҙе закон менән нығытыу буйынса ижади мөмкинлектәр табыр, тип уйлайым. Мөрәжәғәтнамәләге бөтә йүнәлештәр киләһе йылда закон сығарыу практикаһында тулы кәүҙәләнеш аласаҡ.

Эльвира АЙЫТҠОЛОВА,
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Мәғариф,
мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе:


— Төбәгебеҙ квалификациялы кадрҙарға мохтаж. Шуға күрә Мөрәжәғәтнамәлә Башҡортостан Хөкүмәтенә республиканан ситтә уҡығандарҙы үҙебеҙгә ҡайтарыу механизмдарын эшләргә ҡушылды. Башҡортостанда квалификациялы белгестәрҙе һаҡлап ҡалыу, ситтән дә кәрәкле кадрҙарҙы йәлеп итеү буйынса комплекслы саралар планын әҙерләү зарурлығы ла асыҡ яңғыраны.
Бөгөн республикабыҙҙа барыһы ла шөғөлләнә алған майҙансыҡтар кәрәк. Һәр кемде физкультураға йәлеп итеү өсөн ихаталарҙа, парктарҙа, мәктәп янында тренажерҙар урынлаштырыу мөһим. Ауылда ла спорт инфраструктураһын үҫтерергә кәрәк. Илебеҙҙә ГТО системаһын тергеҙгән мәлдә был тема айырыуса әһәмиәткә эйә.

Руфина ШАҺАПОВА,
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты:


— Мөрәжәғәтнамәлә балаларға ҙур иғтибар бирелә. Миңә, уҡытыусы һәм әсә булараҡ, был бик оҡшаны. Рөстәм Хәмитов Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығына балалар физик культура менән әүҙем шөғөлләнһен өсөн һәр ерҙә шарттар тыуҙырырға ҡушты. Ә бөгөн был мәсьәлә көнүҙәк.


Вернуться назад