Асыҡлыҡ – үҙе тотош фәлсәфә25.11.2015
Асыҡлыҡ – үҙе тотош фәлсәфә Октябрьскийға ингән ерҙә уңдан да, һулдан да бихисап завод теҙелеп киткән. Улар эргә-тирәгә үҙенсәлек өҫтәй, шулай уҡ республикабыҙҙа ҙурлығы һәм халыҡ һаны буйынса тәүгеләр рәтендә торған ҡаланың ныҡлы иҡтисады тураһында һөйләй. Бындағы алдынғы предприятие-ойошмаларҙың береһе – “Альтернатива” пластмасса әйберҙәр заводы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте айырылып тора. Быға тиклем эргәһенән үтеп-һүтеп йөрөгәндә, “Ә ниңә хәлдәрен белешмәҫкә?” тигән уй төйөнләнгәйне күңелдә. Ниһайәт, юл төштө. Октябрьский ҡалаһының эш биреүселәр союзы рәйесе, ҡала Советы депутаты, әлеге предприятиеның генераль директоры Раил ФӘХРЕТДИНОВ менән осрашып һөйләшеү насип булды.
– Заводтың эшмәкәрлеге нин­дәй йүнәлешкә ҡоролған?
– Башта исеме тураһында бер нисә һүҙ. Ни өсөн “Альтернатива”? Ябай ғына миҫал: магазинға ингән һәр кем ҡулына нимә эләкте, шу­ны түгел, ә эҙләгәнен, үҙенә кә­рәк­лене генә ала бит. Шуның ши­келле беҙ ҙә һатып алыусыға һайлау мөмкинлеге биргәнбеҙ. Өҫтәүенә исем яңғырауыҡлы ла булырға тейеш.
Завод 1988 йылда файҙала­ныуға тапшырылған. Хәйер, уны күптәр ғаилә кооперативы ғына булып асылған йәмғиәт тип белә. Сығарылған тәүге продукция нимә тип уйлайһығыҙ? Ыҡсым һәм ял­тырауыҡлы люстра. Пластмассанан әйберҙәр етештереүсе бу­ла­раҡ, хәҙер инде завод иле­беҙҙә эреләрҙең береһе һанала.
Донъя көткәндә әҙәм балаһы өсөн иң кәрәкле нәмәләр етеште­рә предприятие. Йорт һәм баҡса кәрәк-ярағы һаналған щетка, тас, һыу һипкес, күнәк, көрәк, мискә, һабын һалғыс, шәкәр һәм салфетка һауыттары, ваза, фото, көҙгө өсөн рамдар, табуретка, балалар уйынсыҡтары һәм башҡа әйберҙәр – шуға асыҡ миҫал. Йыл да завод һатып алыусыларына тиҫтәләгән яңы тауар тәҡдим итә. Бындай аҙым яһауҙы заман талап итте, ул – ҡырағай баҙар шарттарында ҡаты конку­рентлыҡҡа ҡар­шы торорлоҡ алым­дарҙың бе­ре­һе. Шул иғтибарға лайыҡ: тәүлек әй­ләнәһенә эшләү тәр­ти­бенә күсеү үҙен тулыһынса аҡ­ланы. Станоктар сәбәпһеҙ-ниһеҙ бер сәғәткә лә туҡталмай, ә һүн­дереү тик планға ярашлы баш­ҡарыла. Тауарға ихтыяж ҙур булғас, уны күпләп етеш­терергә лә кәрәк. Беҙҙең компания сеймалды эшкәрткәндә бөтә төр технологияны уңышлы ҡуллана. Заводтың позицияһы шундай: кеше беҙҙең магазиндан осраҡлы түгел, даими рәүештә әйбер һатып алһын.
– Һандар теле менән һөйлә­гәндә...
– Завод тәүлегенә 50 тонна пластмасса етештереү һәләтенә эйә, әммә был беҙҙең өсөн сик түгел, унан да күпкә көсөбөҙ етә. 2000-гә яҡын төр продукция эшләп сығарабыҙ. Йыллыҡ тауар әйләне­ше бер нисә миллиард һум менән иҫәпләнә.
“Альтернатива”ның тауарын Рә­сәйҙән ситтә лә яҡшы беләләр һәм таныйҙар. Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙ­стан, Беларусь, Украина, Литва рес­публикаларына, Монголияға оҙатабыҙ. Иғтибар иткәнһегеҙҙер: күргәҙмәләр залы эшләнек. Һәр кем күрһен, ҡараһын, сағыштыр­һын.
– Раил Камил улы, предприятиела көрсөккә ҡаршы торор­лоҡ алымдар таптығыҙмы?
– Һәр беребеҙ ауырыған саҡта һаулыҡ тураһында нығыраҡ уйлана бит. Ундай киҫкен ваҡытта иғтибарҙы ситкә йүнәлтке лә кил­мәй. Сир менән көрсөктө йәнәш ҡуймаҡсымын. Беренсенән, ошондай һынылышлы осорҙа эшселәр тауарҙы сифатлыраҡ, төрлән­де­ре­берәк сығарыуҙы үҙҙәренә төп маҡсат итеп ҡуйҙы. Шулай ит­кәндә генә көрсөктө еңеп була.
– Һеҙҙәге шикелле етәксе бүл­мәһендәге ишектең үтәнән-үтә күренмәле булыуын быға тиклем бүтән бер ҡайҙа ла ос­рат­­ҡаным булманы. Ҡыҙыҡ, секретарь ҙа, ҡабул итеү бүл­мәһендә көтөп ултырыусылар ҙа эске яҡтағы тормошто осло күҙҙән үткәрә...
– Кем әйтмешләй, асыҡлыҡ – то­тош фәлсәфә ул. Минеңсә, начальник төшөнсәһе бөтөнләй бу­лыр­ға тейеш түгел, ә шәхсән етәк­се тигән һүҙҙе генә үҙ итәм. Ул бит үҙе лә коллективта ҡайнай. Беҙҙә 2200 тирәһе хеҙмәткәр иҫәп­ләнә, шул иҫәптән 140 ҡатын-ҡыҙ – декрет ялында. Кабине­тым­дың ишеген ниндәй генә мәсьә­ләне хәл итеү өсөн асып инмәйҙәр: ғаи­лә мө­нә­сәбәттәрен көйләүҙән алып пред­приятиеның киләсәген хәстәр­­ләү­­селәргә тиклем. Ва­ҡы­тым тығыҙ булыуға һәм кәйефтең төрлөлөгөнә ҡарама­йынса, бары­һын да асыҡ йөҙ менән ҡабул итергә тырышам.
– Кәштәгеҙҙәге төрлө суве­нир­ҙар һеҙҙең сит илгә йыш сә­фәр ҡылыуығыҙ тураһында һөйләй, миңә ҡалһа.
– Ысынында юл йөрөргә әүәҫ­мен. Яңы ер-һыу күргән һайын серлерәк була бара был донъя, унан кинәнес алам. Коллекционермын, аҡса берәмектәрен йыям. Ҡайһы илгә барам, шуныҡын мот­лаҡ иҫтәлеккә һалып ҡуям. Илги­ҙәрлектең тәжрибә уртаҡла­шыу йәһәтенән дә файҙаһы ҙур. Эшлекле сәфәрҙәр барышында төр­лө килешеү төҙөлә. Әйткәндәй, пластмасса материалға бүтән ҡитғаларҙа ла иғтибар кәмемәй, киреһенсә, арта.
– Гәзит уҡыусыларға теләк­тә­регеҙ ҙә барҙыр?
– Беҙҙең быуын баҫма гәзит уҡып үҫте. Яңы ғына цехтан төш­кән ҡағыҙ еҫе, яңылыҡтар менән танышыу күңелгә ниндәйҙер кинә­нес бирә. Шул уҡ ваҡытта бөгөн интернетһыҙ ҙа йәшәп булмай. Ғө­мүмән, илебеҙ ниндәй генә һы­ны­лышлы осорҙо кисермәгән бит. Йылмайыуҙан йөрәктә дәрт то­ҡа­на, донъя йәмләнә, тиҙәр. Йәш­тәрсә дәртлелек, күтәренке кәйеф теләйем барыһына ла.

Илдар АҠЪЮЛОВ әңгәмәләште.




Вернуться назад