Бына бер быуат инде бөтә донъя АҠШ валютаһының курсына тиңләшеп йәшәй, уның күтәрелеүен йәки төшөүен һәр саҡ белеп торорға тырыша. Ә долларҙың ҡиммәтләнеүе һәм арзанайыуы нимәгә бәйле? Беҙҙең көнкүрешкә ул нисек йоғонто яһай?Был һорауҙарға яуап бирер алдынан тәүҙә шуны асыҡлау мотлаҡ: ә ни өсөн халыҡ-ара сауҙала мотлаҡ “йәшел аҡса” ҡулланыла? 1944 йылда АҠШ халыҡ-ара валюта конференцияһын йыйған һәм илдәр араһында иҫәп-хисап яһау, шулай уҡ резерв булдырыу өсөн доллар ҡулланырға тәҡдим иткән. Башҡалар ризалашҡан, сөнки алға киткән дәүләттәр араһында бер АҠШ-тың иҡтисады ғына һуғыштан зыян күрмәгән һәм, иң мөһиме, ул дәүерҙә американдарҙың алтын запасы донъя тарихында булмағанса күп тупланған. Тимәк, теләһә ниндәй илгә лә үҙ тауарын бүтән ҡитғаға долларға һатыуы ышаныслыраҡ – был валютаны гарантиялаусы ҡиммәтле металл бар бит.
Доллар курсының күтәрелеүе һәм төшөүенең төп сәбәбе тап шуға ҡайтып ҡала ла инде: АҠШ иҡтисады үҫеш кисергәндә уларҙың валютаһының хаҡы тотороҡло була, ә көрсөккә табан барғанда төшә башлай. Был осраҡта американдарға еңел: улар башҡа дәүләттәрҙең иҡтисадына ҡарап эш итмәй, хатта кәрәк булғанда өҫтәмә банкноталарҙы күпләп баҫып сығара.
Иҡтисадта хаҡ кимәлен ихтыяж менән тәҡдим нисбәте билдәләй. Халыҡтың долларҙы күп һатып алыуы ла валютаның курсын күтәрә. Был осраҡта айырым кеше отамы, отоламы? “Йәшел аҡса”ны хаҡы артҡас та банкка тапшырам да табышлы булам, тип планлаштырһаң, АҠШ “ҡара алтын” баҙарына һатыуға үҙ резервынан ҙур күләмдә нефть сығарыр ҙа (улар был турала күптән янай), углеводород сеймалының хаҡы түбән тәгәрәр, һөҙөмтәлә доллар курсы һумға ҡарата ныҡ ҡына төшөр... Йәки, киреһенсә, доллар һатып алырғамы, юҡмы тип баш ватҡанда “Юҡ, бик хәүефле бит, йә аҡсаны яртылаш юғалтырмын” тип, ошо эштән баш тартһаң, Сәғүд Ғәрәбстаны (ОПЕК илдәренең нефть баҙарындағы сәйәсәтен ул билдәләй) байтаҡ скважиналарҙы туҡтатып торорға ҡарар итер. Был сеймалға шулай яһалма ҡытлыҡ тыуҙырыу нефттең һәм бер үк ваҡытта долларҙың хаҡын күккә олғаштырасаҡ.
Ә байлыҡты долларҙа һаҡларға ынтылыу (“артыҡ” аҡсаһы булған кешеләргә) шуның менән аңлатыла: илебеҙ донъя баҙарына сеймалдан башҡа конкуренцияға һәләтле тауар сығарыуы менән әллә ни маҡтана алмай, тимәк, күпселек тауарҙы сит илдәрҙән ташырға тура килә. Долларға һатып алып, әлбиттә. Был валютаның курсы артҡан заманда сауҙа әһелдәренә әйберҙе долларға алып, эске баҙарҙа һумдарға һатып ебәреү һис отошло түгел. Берҙән-бер юл – тауарҙың һумлата хаҡын күтәрә барыу. Тимәк, аҡсаны һумдарҙа һаҡлау уны инфляциянан “ашатыуға” дусар итеү тигән һүҙ.
Киң ҡулланылыштағы әйберҙәр, ғәҙәттә, күп ҡушаматлы була. Долларҙың халыҡ ҡушҡан исемдәренең береһе – “бакс”. Уның мәғәнәһен ике төрлө аңлаталар: 1) “болан тиреһе” (инглизсәнән «buckskin») – заманында Америка индеецтары Европа колонизаторҙары менән сауҙалашҡанда болан тиреһе аҡса берәмеге булып хеҙмәт иткән; 2) 1861 йылда сығарылған 10 долларлыҡ купюраға төшөрөлгән Х билдәһе утын быса торған кузланы хәтерләткән өсөн шундай атама биргәндәр (инглизсәнән «sawbuck”). Һәр хәлдә, был ике исем дә йәмғиәттә АҠШ валютаһына ҡарата мөнәсәбәттең бигүк яҡшы түгеллеген аңлата.