Ҡура йылы, һыйыр көр28.02.2012
Ҡура йылы, һыйыр көрАлдынғы хужалыҡтарҙың береһе иҫәпләнгән “Красная Башкирия” кооперативының Покровка бүлексәһендә (етәксеһе — Рәйсә Хисмәтуллина) мал ҡышлатыу уңышлы бара. Бындағы фермала барлығы 418 баш һыйыр малы аҫрала, шул иҫәптән — 139 һауын һыйыры, 95 тана. Малдарҙың көрлөгө әллә ҡайҙан күҙгә ташлана. Ҡураларҙың йылы, рациондың бай булыуы, эшсәндәрҙең бурыстарына яуаплы ҡарауы һөҙөмтәһендә өлгәшәләр быға.
Быйыл малдарға бесән, һалам һәм сенаж мул бирелә. Мәҫәлән, һауын һыйырҙарына көнөнә 30–40 кг силос, 5 кг бесән, 8–10 кг ҡатнаш аҙыҡ таратыла. Бынан тыш, даими рәүештә патока ла бирелә. Был үҙ сиратында һөт етештереүҙе арттырыуға булышлыҡ итә. Бөгөн фермала көндәлек тулайым һауым 19 центнер тәшкил итә. Һыйырҙарҙың күпләп быҙаулау осоро башланған. Быҙауҙарҙы Гөлдәр Вәлиуллина менән Полина Фәтхуллина ҡарай.
Ҡура йылы, һыйыр көрЗаман талаптарына ярашлы ҡоролмалар менән тәьмин ителгән һауын залында ни бары ике һауынсы эшләй. Күпме һөт һауып алғанлығын компьютер аша йәш белгес Гөлгөнә Ҡорбанова ҡарап, яҙып бара. Әйткәндәй, Таштимер ауылы ҡыҙы хужалыҡҡа эшкә ҡайтыуына һис тә үкенмәй. Киреһенсә, эшем оҡшай, коллектив яҡшы, йылы ҡабул иттеләр, тип шатлана. Малсы Бүләк Хисмәтуллиндың да үҙ эшенә яуаплы ҡарауын, тырышлығын билдәләргә кәрәк.
“Красная Башкирия” ауыл хужалығы кооперативында тоҡомсолоҡ һәм малды яһалма ҡасырыу эшенә иғтибар көслө. Был алым үҙен тулыһынса аҡлай.
Малсылыҡ тармағы менән бер рәттән, йылҡысылыҡты үҫтереү буйынса ла эш башланған бүлексәлә.
Кәримә УСМАНОВА.
Әбйәлил районы.


Вернуться назад