Тәүҙә Өфөнән, һуңынан Мәскәүҙән рөхсәт алғас, ҡапҡа асылды. Эскә үтәбеҙ. Иҫ китмәле бындай күренеште фантастик киноларҙан ғына ҡарарға мөмкиндер: рәт-рәт теҙелгән “плитәләр” ҡояш нурын “йота”, араларында вагонға оҡшаған будкалар ғына тора. Улары иһә ошо нурҙарҙан хасил булған энергияны эшкәртеп, яҡындағы “Бөгөлсән” станцияһына ебәрәсәк. Әлегә бында һуңғы көйләү эштәре бара.– Бөгөлсән ҡояш станцияһының ҡеүәте биш мегаватт тәшкил итәсәк. Был инде меңгә яҡын хужалыҡты тәьмин итергә тейеш, – ти капиталь төҙөлөш бүлеге инженеры Руслан Сейт. – Ҡоролманы төҙөү өсөн һигеҙ меңгә яҡын ҡаҙыҡ, 20 мең электр модуле, шуға ярашлы юғары вольтлы станция ҡорамалдары китте. Ул район, республика энергетика системаһына эшләйәсәк. Беҙ электр энергияһын алты киловольтҡа тиклем еткереп, ярҙамсы станцияға бирәсәкбеҙ. Ул инде ҡулланыусыларға бүләсәк…
Ҡояш электр станцияһы һымаҡ объекттар киләсәктә донъя иҡтисадында мөһим урын алып торасаҡ. Һуңғы ете-һигеҙ йыл эсендә ошо йүнәлешкә иғтибар ныҡ артҡан. Рәсәйҙә лә уларҙы төҙөүгә өҫтөнлөк бирелә башланы. Бының өсөн алдан көньяҡ төбәктәр, райондар билдәләнә. Төҙөлөштәр Рәсәй Федерацияһында яңы энергия сығанағы үҫешенә этәргес бирәсәк. Әйтергә кәрәк, йылдан-йыл ҙурыраҡ тәжрибә туплана. Тәү ҡарамаҡҡа финанс йәһәтенән сығымдар күп һымаҡ булһа ла, киләсәктә ҡояш электр станциялары үҙен аҡлаясаҡ.
– Рәсәй эксперттары илдә ошондай станциялар үҫеш аласаҡ, тип билдәләй. Улар энергетика баҙарында үҙ урынын табасаҡ, – ти Руслан Сейт.
Ысынлап та, булғанына шөкөр итеп ятыр заманалар үтте. Бар донъя эҙләнә, таба, көнкүрешенә индерә. Бөгөн энергия сығанаҡтарына ҡытлыҡ юҡ кеүек булһа ла, ил иҡтисадының үҫеше туранан-тура ошо өлкәгә бәйле. Быйыл Өфөлә энергетиктарҙың Халыҡ-ара форумы үткәйне. Унда ла төрлө илдәрҙән килгән ғалимдар биологик һәм ҡояш энергетикаһының киләсәктә үҙ урынын ныҡлы табасағына, көслө тармаҡҡа әйләнәсәгенә баҫым яһаны.