Ер ҡәҙерле, һаҡлаулы булыр13.10.2015
Ауыл хужалығы Рәсәй иҡтисадының иң мөһим тармағы булды һәм әле лә шулай булып ҡала. Илебеҙ халҡының 27 проценттан ашыуы ауылда йәшәй. Тулайым төбәк продуктына тармаҡтың индергән өлөшө йылдан-йыл арта һәм әле 5 процент самаһы тәшкил итә.


Рәсәйҙәге аграр сектор, нигеҙҙә, иген культуралары етештереүгә ҡоролған. Илдә аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген дә, дәүләттең иҡтисади именлеген дә тап ул билдәләй. Игенде эшкәртеүҙән алынған ризыҡ кеше тормошонда төп урынды биләй. Икмәк, ит, һөт кеүек өс аҙыҡ-түлек төркөмөнөң ҡеүәтен дә тап иген билдәләй.
Әле икмәк-ҡалас, ит һәм һөт ризыҡтарына халыҡтың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн илгә күпме иген кәрәк, уны нисек һаҡларға һәм ҡулланыусыға еткерергә, тигән һорау тыуа. Уға яуап биреү өсөн алға киткән илдәрҙә аҙыҡ-түлекте ҡулланыу күләме һәм кешенең физиологик ихтыяжына тап килгән күрһәткестәр нигеҙ итеп алынды.
Рәсәйҙә аҙыҡ-түлек, орлоҡ, фураж алыу һәм эшкәртеү маҡсаттарына 105 миллион тонна иген кәрәк. Шуның 30 миллион тоннаһы – аҙыҡ-түлек игененә һәм сәнәғәт эшкәртеүенә, 75 миллионы мал аҙығына тура килә. Илебеҙҙә һәр кешегә иҫәпләгәндә, игенгә йыллыҡ ихтыяж 725 килограмм тәшкил итә.
Тәбиғәт шарттары ауыл хужалығына ҙур йоғонто яһай. Айырым культураларҙың уңышы йыл һайын тиерлек үҙгәреп тора. Биш йыллыҡ (2010-2014) ҡоролоҡтан һуң быйыл, ниһайәт, бәхет йылмайҙы. Республикалағы ҡайһы бер хужалыҡтар бер урауҙа 35-40 центнерҙан ашыу уңыш алыуға өлгәште. Шулай ҙа ҡайһы бер төбәктәрҙә ҡойма ямғырҙар арҡаһында юғалтыуҙар ҙа юҡ түгел. Орлоҡ фонды, стратегик туплам, халыҡ ихтыяжы өсөн ҡалдырылған иген ентекле таҙартыла, термик һәм башҡа төрлө эшкәртелә. Ә малсылыҡ өсөн тәғәйенләнгән игенде нисек һаҡларға һуң? Өҫтәүенә уның туҡлыҡлылығын да юғалтмау мөһим.
Британия ғалимдары игендең туҡлыҡлы­лығы дым миҡдарына бәйле булыуын 1917 йылда уҡ иҫбатлаған. Дымлылығы 35-45 процент кимәлендә булған игендең ҡиммәте лә юғары. Уҙған быуаттың 60-сы йылдары аҙағында ғына Скандинавия илдәрендә мал аҙығы өсөн тәғәйенләнгән игенде эшкәртеү ысулын уйлап табалар. Был алым игенде йәнсеүгә һәм, консервант ҡушып, герметик шарттарҙа һаҡлауға ҡорола. Әле респуб­ликабыҙҙа бындай технология бер генә ауыл хужалығы предприятиеһында – Стәрлетамаҡ районындағы Калинин исемендәге хужалыҡта ҡулланыла. Әгәр ҙә мөмкинлек юҡ икән, игенде йәнсемәйенсә, төрлө химик реагенттар ярҙамында тотош килеш тә һаҡларға була. Бының өсөн ике төркөм реагенттар: инги­биторҙар һәм стимуляторҙар ҡулланыла. Тәүгеһе игендә микроорганизмдар үрсеүен туҡтатһа, икенсеһе фермент барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә.

Хәләф ИШМОРАТОВ,
ауыл хужалығы фәндәре
докторы, профессор.


(Урыҫ телендәге тулы вариантын беҙҙең сайтта уҡығыҙ: www.bash.bashgazet.ru).


Вернуться назад