Иген культуралары ғына түгел, “икенсе икмәк” тип йөрөтөлгән картуф та һаҡлағысҡа һалынып бөткән бында. Беҙ барғанда һуңғы бураҙналар ҡаҙылып ята ине. Әйтеүе генә анһат, 100 гектар ерҙә үҫтерелгән картуфты алыу өсөн күпме көс, техника кәрәк. Эш көнө-төнө барған тиһәң дә, һис арттырыу булмаҫ. – Егеттәр һынатмай. Кеше үҙе, үҙ хужалығы өсөн эшләгәнде белһә, эш ҡарышмай бит ул, — ти Салауат исемендәге хужалыҡ етәксеһе Наил Баһауетдинов.
“Етәксе” тигәс, күҙ алдына урта йәштәрҙәге ир-уҙаман килеп баҫа. Ә Наил күп механизатор-шоферҙарға ҡусты ғына – хужалыҡты 24 йәшендә етәкләгән. Колхоз, һуңынан агрофирма эшен Баһауетдиновтарҙың өсөнсө быуыны алып бара. Наилдең олатаһы Рәйес ағай — Социалистик Хеҙмәт Геройы.
Ерҙәре күп – 6 мең гектарға яҡын. Сәсеүлектәргә килгәндә, быйыл 2700 гектарҙа – иген, меңендә – көнбағыш, 100-өндә – картуф, 30-ында – кәбеҫтә, 20-гә яҡынында аш сөгөлдөрө үҫтерелгән. Мал да ишле. Тимәк, халыҡҡа эш етерлек. Шәхси хужалыҡ алып барғандарға ярҙам итәләр.
Бөгөн заман талаптарына ҡарап алға барғандар ғына эшен ырата ала. Был йәһәттән “салауаттар” һыр бирмәй. Уҙған йыл, мәҫәлән, улар иген киптергес төҙөгән. Әйтеүҙәренсә, уны эшкә еккән йылда уҡ үҙен аҡлаған. Иген генә түгел, көнбағыш та уның аша үткәрелгән. Дымлы көндәрҙә башҡа хужалыҡтар эшләй алмай торғанда, бында эш туҡталмаған. Быйыл көнбағыш һуң өлгөрә. Тимәк, мең гектарҙа үҫтерелгән был культура ла киптергес аша үткәреләсәк.
Һүҙебеҙ картуфтан башланһа ла, игенгә ҡағылышлы бер миҫал килтерге килә. Хужалыҡта яңы сорттарға иғтибар ныҡ бүленә. Мәҫәлән, “ново-ершовская” тигән бойҙайҙы алайыҡ. Ҡышҡылыҡҡа сәсеп ҡалдырған был культура быйыл гектарынан 40 центнер биргән. Шуға ла киләһе йылда уның майҙанын дүрт тапҡырға арттырырға йыйыналар.
– Бик яҡшы сорт, – ти Наил Рөстәм улы, – беҙгә оҡшаны. Орлоҡто Әстрхандан да килеп алырға тейештәр…
Картуф, башҡа йәшелсәләрҙе лә һатып алыусылар бар. Үҫтерелгәнде һаҡлау өсөн һаҡлағыстар етә. Шуныһы бөгөн бик мөһим.
Әгәр бер нисә ялан батырының исемен атамаһаҡ, яҙғаныбыҙ тулы булмаҫ ине. Мәҫәлән, комбайнсы Радик Ғиззәтуллин, Фәнзил Сабитов, Раил Санаев, Марат Мостафиндар һәр береһе 10 мең центнерҙан ашыу ашлыҡ һуҡҡан. Картуф ҡаҙып алыуҙа Марат Ғәлиев, Зиләүир Мусаҡаев, Фәнил Кәлимуллин, Рәшит Сәйетов, Раян Фәтҡуллин, Флүр Сәйфетдиновтарҙың агрегаттары алһыҙ-ялһыҙ эшләгән.
Бөгөн баҫыуҙарҙың һары ҡамыл төҫөнә буй-буй ҡара һыҙаттар өҫтәлә – туңға һөрөү бара. Икенсе яҡлап ҡайһылары йәшелләнгән — ужым культуралары ҡышҡылыҡҡа көс йыя…