Һыу иҡтисадты ла һуғара02.10.2015
Ульяновск ҡалаһында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең Именлек Советы секретары Николай Патрушев менән ил Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабичтың берлектәге күсмә кәңәшмәһендә ҡатнашты.
Унда һыуҙы файҙаланыу өлкәһендәге етешһеҙлектәргә ҡаршы көрәшеү, һыу ресурстарын ҡулланыуҙың һөҙөмтәлелеген арттырыу саралары тикшерелде. Шулай уҡ оборона-сәнәғәт комплексы предприятиеларын һәм ойошмаларын кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе ҡаралды.
Михаил Бабичтың билдәләүенсә, һыу ресурстары Волга буйы федераль округы өсөн ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә. Тәбиғәт шарттарының йоғонтоһонда һыу миҡдары кәмей, тине ул. Белгестәр күҙаллауынса, бындай хәл 2029 йылға тиклем дауам итәсәк. Округтағы йылғаларҙа һыу кимәле төшә, һөҙөмтәлә экологик, иҡтисади ҡыйынлыҡтар тыуа.
Михаил Бабич хоҡуҡ ҡулланыу практикаһын һәм яһалған анализды иҫәпкә алып, һыуҙы файҙаланыу өлкәһендәге ҡануниәтте камиллаштырырға тәҡдим итте. Рәсәйҙең Именлек Советы секретары Николай Патрушев иһә ил иҡтисадының тотороҡло үҫешенең, экологик хәүефһеҙлектең һыу ресурстарын һөҙөмтәле файҙаланыуға бәйле булыуын билдәләне. Әле һыуҙың кәмеүе дауам итә, йылға-күлдәр бысрана, тармаҡта енәйәти күренештәр кәмемәй. Николай Патрушев шулай уҡ халыҡты сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итеүгә, гидротехник ҡоролмаларҙың хәүефһеҙлегенә, өлкәләге етешһеҙлектәргә ҡаршы көрәш зарурлығына иғтибарҙы йүнәлтте.