Иҡтисади ҡеүәтте баһалап29.09.2015
ШОС илдәренең Ҡытайҙағы ҙур презентация майҙансығында Башҡортостандың иҡтисади ҡеүәте менән таныштырыу сараһы уҙғарылды.
IV Евразия иҡтисади форумына ярашлы Ҡытайҙың Шэньси провинцияһындағы Сиань ҡалаһында үткән ШОС илдәре тауарҙары күргәҙмәһе Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзаһы булған 15 илде, аралашыу буйынса партнерҙарҙы һәм күҙәтеүселәрҙе берләштерҙе.
Башҡортостан экспозицияһын өс меңдән ашыу кеше ҡараны. Делегациябыҙ шулай уҡ финанс һәм инвестициялар, технологиялар һәм етештереү, транспорт-логистика инфраструктураһы, энергетика, медицина һәм фармацевтика кеүек йүнәлештәр буйынса биш махсус сессия эшендә ҡатнашты.