Мутлашыусыға баҙарҙа урын юҡ25.02.2012
Мутлашыусыға баҙарҙа урын юҡБашҡортостандың конкурентлыҡ мөхите ниндәй, был өлкәлә ыңғай үҙгәрештәр бармы, ҡулланыусылар менән бизнес араһындағы мөнәсәбәттәр нисек көйләнә? Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығының былтырғы эш һөҙөмтәләре һәм быйылға билдәләнгән бурыстары тураһында уның етәксеһе Зөлфирә Аҡбашева хәбәр итте.
"Ҡасандыр артҡы рәттә һөйрәлһә лә, бөгөн Рәсәйҙең Монополияға ҡаршы хеҙмәте Европа илдәре араһында иң һөҙөмтәле эшләгән өсәү рәтенә инә, ә донъя кимәлендә тәүге унау иҫәбендә", – тине ул. Федераль хеҙмәттең былтыр декабрҙә халыҡ-ара стандарт буйынса сифат менеджментына лайыҡ булыуы ла быны раҫлай. Башҡортостан буйынса идаралыҡтың да бында өлөшө, һис шикһеҙ, ҙур.
Былтыр идаралыҡ белгестәре был тармаҡтағы көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә әүҙем ҡатнашҡан. Тикшереүҙәр ҙә 2010 йыл менән сағыштырғанда күберәк үткәрелгән, идаралыҡ белгестәре район-ҡалаларға йыш сыҡҡан.
Ҡануниәтте боҙған өсөн үткән йылда идаралыҡ тарафынан 2230 эш ҡуҙғатылған. Ә тауар һәм финанс баҙарҙарындағы хәл буйынса 144 мөрәжәғәт ҡаралған. Шулай уҡ республикабыҙ баҙарындағы конкурентлыҡ мөхите лә етди тикшерелгән, был тәңгәлдә халыҡтан 290 ялыу килгән. Идаралыҡ 850-нән ашыу суд ултырышында ҡатнашҡан.
Зөлфирә Аҡбашеваның билдәләүенсә, монополияға ҡаршы ҡануниәт йыш ҡына башҡарма власть һәм урындағы үҙидара тарафынан да боҙола. Ошоға ҡағылышлы 136 эш ҡаралған.
Үҙ өҫтөнлөгөн ҡулланып ҡануниәтте боҙоусылар ҙа юҡ түгел. Былтыр ошондай 72 эш тикшерелгән. Бигерәк тә тауар етештереүҙе нигеҙһеҙ кәметкән һәм бөтөнләй туҡтатҡан осраҡтар теркәлгән. Ә бына 2010 йылда республика баҙарына индермәү йә унан сығармау, бөтөнләй файҙаһыҙ килешеү төҙөргә мәжбүр итеү миҫалдары күберәк асыҡланған.
2011 йылда халыҡтан ялыу һаны кәмегән. "Был – беҙҙең киң мәғлүмәт саралары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүебеҙҙең емеше", – тине идаралыҡ етәксеһе. Халыҡ хәҙер һәр мәсьәләне төшөнөү өсөн Монополияға ҡаршы хеҙмәт идаралығының тупһаһын тапамай. Бирелгән ялыуҙарҙың бөтәһе лә, нигеҙҙә, үтә ҡатмарлы һорауҙарға ҡағылышлы.
З. РӘШИТОВ.


Вернуться назад