“Буранбай”ҙың һөт шишмәһе23.09.2015
“Буранбай”ҙың  һөт шишмәһе Бөгөнгө иҡтисади шарттарҙа ауыл хужалығы кооперативтарын үҫтереү көнүҙәк мәсьәләләрҙән һанала. 2012 йылдан уңышлы эшләп килгән “Буранбай” — районда ауыл хужалығы тармағында тәүге эшкәртеү һәм ҡулланыусылар кооперативы. Ул халыҡтан һөт йыйыу менән шөғөлләнә. Алтынбаевтар етәкселегендәге кооперативтың Темәстә, Йомашта һәм Буранбайҙа өс һөт ҡабул итеү пункты бар. Һуңғыһы халыҡтың һорауы буйынса быйыл майҙа асылды.

“Буранбай” ширҡәтенең эш баш­лауына ни бары өс йыл ваҡыт үтһә лә, ул районда һәм республикала киң танылыу яуланы. Йылдан-йыл халыҡтан һөт йыйыу эшен киңәйткән кооператив яңы эш урындары булдыра.
Буранбайҙа һөт йыйыу пункты эшләй башлауы эргә-тирәләге ауыл халҡы өсөн һөйөнөслө ваҡиғаға әүерелә. Артыҡ продукцияны коопера­тивҡа тапшырып килем алыу күп ғаиләләрҙең ҡаҙнаһын тулыландыра.
“Буранбай”ҙың  һөт шишмәһе— Ауыл ерендә мал тотҡан шәхси хужа­лыҡтар күп. Бөтәһе лә һауған һөтөн баҙарға сығарып һата алмай. Беҙ халыҡ менән хеҙмәт­тәшлек итеүҙе төп маҡсат итеп ҡуйғанбыҙ. Ауыл кешеһенең етешерәк йәшәүенә, хужалығынан яҡшыраҡ килем алыуына бер ни тиклем йоғонто яһап, өлөш индерәбеҙ икән, тимәк, кооператив маҡсатына өлгәшә, тип уйлайым, — ти “Буранбай” хужалығы рәйесе Фирҙәүес Алтынбаева.
Алтынбаевтар элекке магазин бинаһын һа­тып алып, һөт ҡабул итеү пункты өсөн ҡулай­лаш­тыра, һыу скважинаһы быраулап, кана­лизация үткәрә. Ҡыҫҡаһы, пункт асыу өсөн тейешле талаптар үтәлә. 400 мең һумға ике тонна продукция һыйҙырышлы һыуытҡыс, йыһаз һатып алына.
— Пункт асылғандан алып йыйылған һөттө ҡабул итеү һәм ташыусы машинаға тапшырыу лаборант Эльвира Хәмитова иңенә яуаплы бурыс итеп һалынған. Ул Буранбай, Сыңғыҙ, Беренсе Этҡол, Ҡаратал ауылдарынан, “Н. Уразбаев” КФХ-һынан килгән продукцияның сифа­тын, ҡуйылығын тикшерә. Өй беренсә халыҡтан аҡ йыйыусы Хәлим Алтынбаев, Гөлназ Йәрмөхәмәтова үҙ бурыстарына яуаплы ҡарай. Һөт һауып алынғас та, тиҙ арала тейешле температураға еткерелеп һыуытылырға тейеш. Ул саҡта оҙаҡ һаҡлана, боҙолмай.
Кооперация — дөйөм хеҙмәт, бында һәр звеноның үҙ бурысына намыҫлы ҡарауы зарур, сифат һөт тапшырыусыларҙың дөйөм хеҙмәткә намыҫлы мөнәсәбәтенән дә тора, — ти кооператив рәйесе урынбаҫары Илдус Алтынбаев.
Әйткәндәй, Илдус Рамаҙан улы сығышы менән Буранбай ауылынан. Шуға ла кооператив етәкселәренә Буранбайҙа һөт ҡабул итеү пунк­тын асып ебәреү — икеләтә тулҡынландырғыс ваҡиға.
Алтынбаевтар эш башлағас та тиҙ арала халыҡтан планлаштырылған күләмдә һөт йы­йыуға ирешә. Йәйге миҙгелдә көнөнә ике тоннаға тиклем продукция туплана. Кооператив етәкселәре һөт тапшырыусылар менән ваҡы­тында иҫәпләшеп бара. Халыҡ та, улар ҙа ҡәнәғәт.
— Ауылда малһыҙ йәшәп булмай. Беҙ үҙебеҙ дүрт һыйыр аҫрайбыҙ. Йәйгеһен көнөнә 30 литрға тиклем һөт тапшырып торҙоҡ. 15 көнгә өс-дүрт мең һум килем алдыҡ. Беҙҙең өсөн был — ҙур ярҙам. Көткән һыйырының мәнфәғәтен күргәс, киләсәктә мал һанын арттырырға йыйыныусылар ҙа бар, — ти даими һөт тапшырыу­сыларҙың береһе Зәкиә Ғәйетбаева.
Кооперативтың Йомаш ауылындағы пунктына Йомаш (һөт йыйыусыһы — Сәғәҙәт Юнысбаев), Сәйғәфәр (Хәлил Язаров), Юлыҡ (Рим Рәмиев) ауылдары халҡы һөт тапшыра. Бында һыйыр ағының торошон лаборант Люциә Әбү­бәкирова тикшерә. Темәстә иһә кооперативтың иң ҙур ҡабул итеү пункты урынлашҡан. Унда лаборант булып Фәриҙә Ишбула­това эшләй. Күгиҙелдә — Васил Сирусин, Өмөтбайҙа — Венер Ғүмәров, Таһирҙа — Алмас Байраҡаев, Һаҡмарҙа — Рәдис Зәйнуллин, Муллаҡайҙа — Ринат Ғайсин, Түбәнге һәм Үрге Иҙристә Азамат Сыңғыҙов халыҡтан һөт йыйып, ошо пунктҡа тапшыра. Бынан тыш, кооператив райондың бер нисә крәҫтиән (фермер) хужалығы, яуап­лылығы сикләнгән йәмғиәте менән хеҙмәт­тәшлек итә, Бөрйән районы ауылдарынан да продукция ҡабул итә.
“Буранбай” кооперати­вының ике һөт ташыусы машинаһы бар. Водителдәр Ғәбдинур Ҡунаҡкилдин һәм Флүр Яҫыбаев иңендә продукцияны кооператив пункт­тарынан түкмәй-сәсмәй, сифатлы көйөнсә Темәскә илтеү бурысы ята. Бынан ул иһә Новотроицк заводына оҙатыла.
— Кооператив хеҙмәткәрҙәре барыһы ла тырышып, ең һыҙғанып эшләй. Миҙгел ваҡытында иртә таңдан тороп алһыҙ-ялһыҙ тир түккән коллективҡа ҙур рәхмәтлемен, — ти Фирҙәүес Абдулла ҡыҙы. — Районда беҙ һайлаған йүнә­леш буйынса үҫеш өсөн ҙур мөмкинлектәр бар. Киләсәктә һөт ҡабул итеү пункттарын артты­рыр­ға уйлайбыҙ. Тәүҙә Ниғәмәт яғында пункт асыр­ға йыйынабыҙ. Шулай уҡ халыҡтан ит, башҡа ауыл хужалығы тауарҙарын ҡабул итеүҙе лә планлаштырабыҙ.
“Буранбай” ауыл хужалығы эшкәртеү һәм ҡулланыусылар кооперативын асыу өсөн Алтынбаевтар 2012 йылда 300 мең һум күләмендә дәүләт ярҙамы ала. Бөгөн ул — үҙ-үҙен аҡлаған, хәҙерге баҙар иҡтисады шарттарында уңышлы эшләгән, ышаныслы предприятие. Ул халыҡты эш менән тәьмин итә, ауыл биләмәләре менән тығыҙ бәйләнештә эшләп, урындарҙа һәм районда үткән сараларҙа бағыусы булып сығыш яһай. Мәскәүҙә үткән “Алтын көҙ-2014” Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә “Иң яҡшы ауыл хужалығы кооперативы” номинацияһында еңеп сығып, алтын миҙалға лайыҡ була. Шулай уҡ кооперативтың хеҙмәте Башҡортостан Хөкү­мәте Дипломы менән баһаланған.
“Буранбай”ҙарҙың эше артабан да уң булыр. Ауыл кешеһенең йәшәйешен еңеләйткән, үҙ хужалығынан килем алырға ярҙам иткән предприятиеларҙың һанын арттырыу зарур.



Вернуться назад