“Күләгәләге сәнәғәт” иҡтисадҡа янай22.09.2015
Төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда сәнәғәт продукцияһының законһыҙ әйләнешенә ҡаршы эш итеү комиссияһының тәүге ултырышын үткәрҙе.

Комиссия составына Хөкүмәт ағзалары, легаль булмаған тауарҙар индереүгә һәм етештереүгә ҡаршы көрәштә тәжрибә туплаған федераль власть органдарының территориаль бүлексәләре етәкселәре индерелгән. Уларға ошо өлкәләге хәлгә мониторинг үткәреү, шулай уҡ эште көйләү бурысы йөкмәтелә.
– Әле законһыҙ продукция, эксперттарҙың баһалауынса, Рәсәйҙең ҡулланыу тауарҙары баҙарында 30-40 процентты тәшкил итә. Нигеҙҙә өҫ һәм аяҡ кейеме, балалар уйынсығы, алкоголь, дарыуҙар, аҙыҡ-түлек инә был иҫәпкә. Рәсәй туҡыу һәм еңел сәнәғәт эшҡыуарҙары союзы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, законһыҙ етештерелгән һәм илгә индерелгән тауар күләме 1 триллион һумдан ашып китә. Һөҙөмтәлә Рәсәй ҡаҙнаһы йыл һайын 200 миллиард һум самаһы һалым һәм таможня түләүен юғалта, — тине Рөстәм Хәмитов.
Республика Башлығы әйтеүенсә, автомобиль һәм ауыл хужалығы машиналары эшләү өлкәһендәге комплектлау деталдәренең өстән бер өлөшө — контрафакт. Был тармаҡта тауарҙарҙың законһыҙ әйләнеше күләме йыл һайын 300 миллиард һумға етә, зыян 53 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, бындай хәл үҙебеҙҙең еңел сәнәғәт предприятиеларына ла, тотош тармаҡҡа ла ҙур хәүеф менән янай.
Сәнәғәт продукцияһының законһыҙ әйләнешенә ҡаршы эш итеү комиссияһы ултырыштары артабан даими үткәреләсәк.






Вернуться назад