Тырышлыҡ көнкүрештә сағыла25.02.2012
Тырышлыҡ көнкүрештә сағылаҺуңғы йылдарҙа шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа мал һаны күпкә кәмене. Ә ауыл ерен мал-тыуарһыҙ күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Эшләп тә хеҙмәт хаҡы ала алмаған дәүерҙә күптәр мал аҫрап, көн күрҙе. Әммә баҙар мөнәсәбәттәре шарттарында ауыл хужалығы продукцияһын һатыу хаҡтары бик түбән булып ҡалды. Бөгөн, шөкөр, республикала шәхси хужалыҡтарҙы үҫтереү өсөн киң мөмкинлектәр асылды.
Бары тик ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа, тәүәккәл булырға кәрәк. Иҫке Гусев ауылында йәшәүсе Ольга менән Сергей Булашовтар ғаиләһе — нәҡ шундайҙарҙан. Улар “Россельхозбанк”тан кредит алып, “Новый мир” кооперативынан бестужев тоҡомло 25 баш тана һатып ала. Малдарҙы ауыл ситендә үҙҙәре төҙөгән бинаға ябалар. Һарай эсе таҙа, иркен, йылы, утлыҡтарҙа — хуш еҫле бесән. Әлбиттә, 25 баш мал өсөн аҙыҡ күп талап ителә. Әммә Булашовтар был мәсьәләне лә алдан хәл иткән. 25 гектар һөрөнтө ерҙә күп йыллыҡ үлән үҫтергәндәр. Былтыр, йылдың уңайлы килеүенән файҙаланып, аҙыҡты етерлек әҙерләгәндәр, ҡатнаш аҙыҡ менән төпрә лә бирәләр. Хужалыҡ эштәрен башҡарыу, мал аҙығы әҙерләү өсөн “МТЗ-80” тракторы, сапҡыс, пресс-йыйғыс һәм һабандары бар. Фермерҙар әлегә ике эш урыны булдырған, тиҙҙән һауынсылар эшкә киләсәк. Участка ветеринары менән хеҙмәттәшлек итеү тәңгәлендә килешеү төҙөгәндәр.
— Үҙең тырышһаң, берәү ҙә арҡыры төшмәй. Ауыл хужалығы бүлеге ярҙам итергә әҙер тора. Хәҙер беҙгә һауын аппараттары, һөттө тапшырыу мәсьәләһен хәл итергә кәрәк. Юл насар булыуы ла ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Шулай уҡ быҙауҙарҙы һаҡлап ҡалыу — мөһим бурыстарҙың береһе. Һөҙөмтә тиҙ генә булмай инде, эшләргә лә эшләргә, — ти ғаилә башлығы Сергей.
Ольга менән Сергей күркәм яңы йортҡа күсенергә йыйына. Улар тырыш хеҙмәт менән көн күрә. Шуға ла Булашовтарҙы ауылда хөрмәт итәләр.
Лира ГӘРӘЕВА.
Баҡалы районы.


Вернуться назад