Республикала малсылыҡты ҡайтанан тергеҙеү маҡсатында байтаҡ эш башҡарыла. Хәйбулла районының Маҡан ауылында йәшәүсе шәхси эшҡыуар Данил Дәминев тәүгеләрҙән булып ғаилә һөт фермаһы асты.
Күпләп мал аҫрау өсөн тәүҙә эшҡыуарға ҡура мәсьәләһен хәл итергә тура килә. Элекке хужалыҡтан ҡалған ярым емерек цех бинаһын һатып алғас, артабан уны йүнәтеү өсөн льготалы шарттарҙа “Россельхозбанк”тан биш йылға ҙур күләмдә кредит ала. Был аҡсаға ул аҙбарҙы рәткә килтерә, малға, быҙауҙарға йылы урын хәстәрләй.
“Ғаилә һөт фермаһы” программаһы ҡабул ителгәнгә тиклем булдыҡлы хужа йөҙ баш ҡуй һарығы аҫрай. Герофот тоҡомло ун ике һауын һыйыры һәм тана һатып ала. Һөттө “Аҡъяр-һөт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә тапшыра. Әммә уның хаҡы түбән булғанлыҡтан, барлыҡ сығымдарҙы ла ҡапларға аҡса етмәй. Бәхетенә күрә, Данил Дәминев үҙ эшен башлаусылар өсөн дәүләт ярҙамы — субсидия бирелеүе хаҡында ишетә һәм, тиҙ арала документтарын туплап, бизнес-план тапшыра. Ниһайәт, 300 мең һум аҡса алыуға өлгәшә, район етәкселеге лә матди ярҙам күрһәтә. Киләсәген малсылыҡ менән бәйләгән хужа Ырымбур ҡалаһынан һөт һыуытыу һәм уның ҡуйылығына анализ яһау ҡоролмаһы һатып ала.
— Бөгөн 50 һауын һыйырға иҫәпләнгән бина тулыһынса әҙер, һуғарыу өсөн махсус һауыт ултыртылған, көнөнә дүрт тапҡыр ашатыу ҡаралған. Яңы тыуған быҙауҙар йылы аҙбарҙа тотола, — ти Данил.
Уңған эшҡыуар өс йөк аты һатып алған, сөнки киләсәктә йылҡысылыҡ менән дә шөғөлләнергә теләге ҙур. Әгәр ҙә янында уның һәр аҙымын ҡеүәтләп, ярҙам ҡулы һуҙыусы ҡатыны Светлана Николаевна булмаһа, бындай оло эштәрҙе бер үҙенә атҡарып сығыу ауырға төшөр ине. Балалары ла уның уң ҡулы. Бөгөн туғыҙ кеше эш менән тәьмин ителгән, уларға ай һайын хеҙмәт хаҡы түләнә.
Эшҡыуар киләсәктә мал һанын ишәйтеү өсөн өҫтәмә ҡура талап ителеү кәрәклеген дә әйтте. Элекке хужалыҡтың емерелеп ултырған биналары күп, хужалары ғына юҡ, булғандары хаҡты иҫ киткес юғары ҡуя. Үҙҙәренә лә, башҡаларға ла булмаһын, тигән ҡараштан сығып эш итеүселәргә ҡарата тейешле сара күрергә ваҡыттыр. “Техника асыҡ һауала ултыра, сөнки гараж юҡ. Киләсәктә һөт ташыусы машина ла алып ебәргәндә, күпкә яҡшыраҡ булыр ине”, — ти Данил.
Уның борсолоуы юҡҡа ғына түгел, һөттө завод бик арзан хаҡҡа ҡабул итә. “Урында мини-завод төҙөп, һөт ризыҡтарын үҙебеҙ һатыуға сығарғанда, отошло ла, табышлы булыр ине”, — ти эшҡыуар.
Хәйбулла районында тәүгеләрҙән булып “Ғаилә һөт фермаһы” программаһына ярашлы үҙ эшен асҡан һәм артабан да ҡеүәтен арттырыу ниәте менән янған егәрле эшҡыуар Данил Дәминевтең хыялдары күп һәм барыһы ла тормошҡа ашырлыҡ.
Кәримә УСМАНОВА
Хәйбулла районы.