Заман – булдыҡлы ҡулында09.09.2015
Заман – булдыҡлы  ҡулында Ун йыл элек районда газ үткәргес һуҙыу эше киң йәйелдерелә. Был йүнәлештәге төҙөлөштәргә ихтыяж барлығын иҫәпкә алып, шул мәлдә Таһир Мөниров “Монтаж-сервис” йәмғиәтен ойоштора. Предприятие төҙөлөш баҙарында тиҙ арала танылыу таба.


Уңышлы эшмәкәрлекте баһалап, район хакимиәте Таһир Әғзәм улына тағы ла яуаплыраҡ бурыс йөкмәтә – Ҡариҙел ауылындағы газ ҡаҙанлығын һәм һыу селтәрҙәрен хеҙмәтләндереүҙе уның йәмғиәте ҡарамағына тапшыра. Һөҙөмтәлә “Монтаж-сервис” төҙөлөш менән бер рәттән, һыу үткәргес, йылылыҡ трассалары һуҙыу һәм башҡа эштәрҙе башҡарған күп тармаҡлы предприятиеға әүерелә.
Тәүге осорҙа, әлбиттә, еңел булмай. Коммуникациялар иҫкергән, матди-техник хәлдең ярлылығы үҙен аҙым һайын һиҙҙерә. Таһир Мөнировтың ойоштороу оҫталығы, әҙерлекле иҡтисадсы булыуы ауырлыҡты еңеп сығыуға ныҡлы булышлыҡ итә. Тәү сиратта техника паркын яңыртыу сараһы күрелә, эш өсөн кәрәкле заманса йыһаз, механизмдар һатып алыуға ҙур сығым тотонола. Артабан барлыҡ көс һәм финанс мөмкинлек йылылыҡ, һыу селтәрҙәрен яңыртыуға йүнәлтелә.
Бөтөн эш сәләмәтлекте һаҡлау маҡсатында халыҡты сифатлы эсемлек менән тейешенсә тәьмин итеүгә, сығанаҡ­тарҙы һаҡсыл файҙаланыуға йүнәлтелгән програм­маға ярашлы алып барыла. Эсәр һыуҙы артезиан скважиналарҙан алалар. Ихтыяжды тулыһынса ҡәнәғәт­ләндереү өсөн өҫтәмә ҡоролмалар эшкә ҡушыла, насостар, электротехник йыһаздар алына. Таһир Әғзәм улы етештереү участкаларын техник йәһәттән яңыртыуҙы төп бурыс итеп ҡуя. Был башланғыс үҙен аҡлай. Мәҫәлән, башняларҙы яңыртыу, һәр скважинаны үҙал­лы автоматик идара итеү системаһына күсереү сығымдарҙы 30 проценттан ашыуға кәметеү мөмкинлеген бирә. Һыу үткәргестәрҙе йыл һайын биш саҡрым оҙонлоҡта төҙөк­ләндерә баралар. Эш майҙаны йылдан-йыл киңәйә. Предприятие быйыл дүрт ауыл Советы биләмәһендәге һыу үткәргестәрҙе хеҙмәтләндереү бурысын үҙ иңенә алған.
“Монтаж-сервис” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәренең һәр эштә әүҙемлеген билдәләргә кәрәк. Мәҫәлән, улар йорттарға һыу иҫәпләү приборы урынлаштырыуҙы республикала тәүгеләрҙән булып теүәлләгән. Коллектив үҙ эшендә заманса алымдарҙы уңышлы ҡуллана. Әйтәйек, бында ҡалалағы кеүек тәүлек әйләнәһенә диспетчерлыҡ хеҙмәте ойошторолған.
Хеҙмәткәрҙәр тулы социаль пакет менән тәьмин ителгән, хеҙмәт хаҡын ваҡытында алалар. Коллектив берҙәмлеге, татыулығы менән дә күптәргә өлгө булып тора. Район күләмендә үткән мәҙәни сараларҙан һис ҡасан ситтә тороп ҡалмайҙар. Быйыл коллектив ағзалары Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына бағышланған “Еңеү вариҫтары” исемле конкурста лауреат булып танылған.
Таһир Әғзәм улы үҙе лә – йыр-моңға ғашиҡ кеше. Өҙҙөрөп баянда уйнай ул. Йәш сағында Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһын тамамлаған, тынлы оркестрҙа уйнаған, 13 йыл мәҙәниәт йортона етәкселек итә. Ул эшләгән осорҙа клубтың шаулап-гөрләп торғанын яҡташтары әле лә һағынып иҫкә ала.
Уҙған быуаттың 90-сы йылдарындағы иҡтисади көрсөк Таһир Мөнировтың тормошона ла төҙәтмә индерә. Ул тәүәккәлләп Силәбе иҡтисад институтына уҡырға инә. Белгес дипломы алғас, урындағы банкта, торлаҡ-коммуналь хужалығында иҡтисадсы булып эшләй. Йүнселлеккә ул бай хеҙмәт һәм тормош тәжрибәһе туплап килә. Шуға ла эше уңышлы башлана. Мәшәҡәттәрҙән бушанып торған арала ҡулына баянын ала ул. Күңелендәге йыр-моң эшенә илһам, дәрт өҫтәй.


Вернуться назад