Өфөлә социаль торлаҡты быға тиклем файҙаланылмай ятҡан ер биләмәләрендә төҙөү күҙаллана. Уның хаҡы квадрат метры өсөн 22 мең һумдан артмаясаҡ. Был турала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика халҡы менән тура бәйләнеш мәлендә хәбәр итте.
Грециялағы кеүек көрсөк беҙҙә булмаясаҡБашҡортостанда 2012 йылда ла иҡтисади үҫеш дауам итәсәк. Республика Хөкүмәтенең Премьер-министры Азамат Илембәтов Рәсәй сәйәсәте мәктәбе уҡыусылары менән Өфөләге осрашыуында тап шулай белдерҙе.
Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы асыҡлауынса, төбәк иҡтисадының үҫешенә туҡтап ҡалыу янамай. Әммә ул элекке кеүек йылдам булмаясаҡ, 2011 йылдың күрһәткестәренә ҡарата 105 процент тирәһе генә тәшкил итәсәк.
Үҫеш иң тәүҙә иҡтисадтың технологик яңырыуына нигеҙләнәсәк. Шуға ла инвестицияларҙың артыуы көтөлә, ул былтырғы күрһәткестәргә ҡарата 108 процент тирәһе буласаҡ тип күҙаллана. Азамат Илембәтовтың фекеренсә, иҡтисади үҫештең нигеҙен, алдағы йылдарҙағы кеүек, сәнәғәт тәшкил итәсәк. Ә бына ауыл хужалығындағы үҫеш бер аҙ һүлпәнәйәсәк, быға 2010 йылдағы ҡоролоҡ эҙемтәһе йоғонто яһай. Төп сәбәп – ауыл хужалығы был бәлә килтергән юғалтыуҙарҙан һаман арынып бөтмәгән, элекке хәленәсә тергеҙелмәгән.
Министрлыҡ белгестәренең күҙаллауына ярашлы, халыҡтың килеме 5,3 процентҡа артасаҡ, ә айлыҡ уртаса эш хаҡы 21 мең һумға етәсәк.
Башҡортостандың Премьер-министры беҙҙең илгә лә, төбәккә лә көрсөк янамай тип иҫәпләй. Әгәр Греция менән Италияның тышҡы бурысы был илдәрҙең эске тулайым продуктынан ашып киткән булһа, Рәсәйҙә әлеге күрһәткес 2 проценттан да әҙерәк. Республиканың дәүләт бурысы иһә 11 миллиард һум самаһы, был тулайым төбәк продуктының яҡынса 1 процентына ғына тиң икән.
– Көрсөк күренештәренә юл ҡуймаҫ өсөн беҙгә киләсәкте күҙаллап эшләргә – инвестицияларҙы әүҙемерәк йәлеп итергә, конкуренцияға һәләтле етештереүҙе яйға һалырға, тимәк, өҫтәмә эш урындарын һәм яңы һалымдар булдырырға – кәрәк. Республиканың киләсәгенә өмөт менән ҡарау өсөн етди нигеҙ бар, – тине Азамат Илембәтов.
Квадрат метры — 20-22 мең һумға ғына!Башҡортостанда табиптар, уҡытыусылар һәм бюджет өлкәһендә эшләүсе башҡалар өсөн социаль торлаҡ төҙөлә башлаясаҡ. Уның квадрат метрының хаҡы 20-22 мең һум тәшкил итәсәк. Был турала “Вся Уфа” телеканалында үткән тура бәйләнештә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов белдерҙе.
Уныңса, социаль торлаҡ төҙөлөшө буйынса махсус программаны тормошҡа ашырып ҡына бындай арзан хаҡҡа өлгәшеп буласаҡ. Программаның асылы шунда: муниципалитеттар төҙөлөш өсөн ерҙе бушлай бүләсәк, кәрәкле коммуникацияларҙы үткәрәсәк, юл һаласаҡ. Ә Торлаҡ төҙөлөшө фонды әҙер биләмәләрҙә социаль торлаҡ төҙөйәсәк. Бындай торлаҡтың квадрат метрының үҙҡиммәте 20-22 мең һумдан артмаясаҡ. Бюджет өлкәһендә эшләүселәр уны шул хаҡҡа һатып аласаҡ та инде. Әммә, Рөстәм Хәмитовтың билдәләүенсә, 10 — 14 мең һум хеҙмәт хаҡы алып эшләгәндәр өсөн был да ҡиммәт. Шулай ҙа, Өфөләге торлаҡтың әлеге хаҡы менән сағыштырғанда, ер менән күк араһы. Мәҫәлән, дөйөм майҙаны 35 квадрат метр тәшкил иткән бер бүлмәле фатирҙың хаҡы 770 мең һум тәшкил итәсәк.
Әлеге мәлдә республиканың 22 ҡалаһы һәм районы социаль торлаҡ төҙөлөшөнә бушлай ер бүлеү буйынса программа ҡабул иткән. Төбәк бюджетынан торлаҡ инфраструктураһын әҙерләүгә тәүге 250 миллион һум аҡса бүленгән дә инде.
Республикала ҡуртымға тапшырылыусы социаль торлаҡ та барлыҡҡа киләсәк. Ул муниципаль ҡаҙна сығымдарына йәки республика бюджетынан бүленгән аҡсаға төҙөләсәк. Бындай төр фатирҙар ҡулланыуға бушлай тапшырыласаҡ. Уларҙы бюджет өлкәһендә эшләгән мәлендә һәр кем ҡуллана алырға тейеш. Ә түләү айлыҡ коммуналь түләүҙән бер нимәһе менән дә айырылмаясаҡ.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, бындай торлаҡ Мәскәүҙә етерлек, хәҙер ул бөтә ил буйынса киң танылыу ала бара.
Алыпһатарҙарҙың ере тартып алынасаҡӨфөлә һәм башҡа ҙур ҡалаларҙа күптәр йорт һалыу өсөн ер юҡлыҡҡа, йә, булһа ла, уларҙың хаҡы юғарылығына зарлана. Әле ҡулланылмай ятҡан ерҙәрҙе тартып алыу хоҡуғын биреүсе ҡануниәт проектын әҙерләү бара. Был арзан торлаҡҡа булған ихтыяжды кәметер тип көтөлә.
Бөгөн төп мәсьәлә – республикала арзан торлаҡ юҡ кимәлендә. Уны төҙөргә лә булыр ине, әммә ҡалала бындай төҙөлөш өсөн майҙандар бөтөнләй ҡалмаған тиерлек. Мәҫәлән, Өфө ерҙәренең бер өлөшө халыҡтың был проблемаһынан табыш алырға теләүселәр ҡулына эләккән. Улар, төҙөлөш өсөн тип, ҡасандыр ерҙәрҙе йә һатып, йә ҡуртымға алып бөткән. Әммә был майҙандарҙа бөгөн бер ниндәй ҙә төҙөлөш бармай. Уларҙың хужалары ҡиммәтерәккә һатыу өсөн ерҙең хаҡы күтәрелеүен көтә. Ошоларҙың бөтәһе лә ҡалала торлаҡҡа хаҡ артыуына ныҡ йоғонто яһай.
Республика етәкселеге файҙаланылмай ятҡан ерҙәрҙе тартып алыу һәм унда арзан торлаҡ төҙөү хоҡуғы биргән федераль закон ҡабул итеү башланғысы менән Дәүләт Думаһына мөрәжәғәт итергә йыйына. Рөстәм Хәмитовтың фекеренсә, һис шикһеҙ, был эшкә аяҡ салыусылар буласаҡ, шуға ҡарамаҫтан, ул аҙағынаса еткереләсәк.
Президент файҙаланылмай ятҡан ер биләмәләрен тартып алыу мәсьәләһе Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта федераль ҡануниәт кимәлендә хәл ителеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН