Хәйбулла районының Подольск ауылында йәшәүсе Марина Чиндяева быйыл халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге ярҙамында “Алтын уймаҡ” исемле тегеү цехы аса.
Оҙаҡ йылдар рәссам-дизайнер булып эшләгән Марина Зотовнаға тегенсе һөнәре бала саҡтан таныш. Биш бала тәрбиәләп үҫтергән әсәнең теген машинаһы һәр саҡ йортоноң түрендә була. Күлдәген дә тегә, салбарын да ямап кейҙерә йәки күршеһенә әйберен дә йүнәтеп бирә. Шунлыҡтан эшенән ҡыҫҡартылыуға юлыҡҡан Марина Чиндяева, күп уйлап тормай, ауылдаштарын һөйөндөрөп, теген цехы асып ебәрә.
Әлбиттә, ауырлыҡтарға осрамай ҡалмай эшҡыуар. Тәү сиратта эште башлау өсөн бина табыу проблемаһы килеп тыуа. Ауылда буш торған элекке хужалыҡ биналары күп булыуға ҡарамаҫтан, уларҙың береһен дә эш башлап ебәреүсегә тоттороп ҡуйырға теләүсе табылмай. Район хакимиәте етәксеһе Р. Хәйруллиндың районда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса даими хәстәрлеге арҡаһында эшҡыуар Марина Зотовна, бер бинаны ҡуртымға алып, уны үҙ иҫәбенә йүнәтеп, бер тегеү һәм сигеү машинаһы, күмәртәләп тауар һатып ала. Тәүҙә заказ буйынса түшәк-кәрәк ярағы, төрлө әйберҙәр тегә. Зауыҡлы күлдәктәрҙе бер-береһенән күргән ҡатын-ҡыҙ, тегенсегә үҙе килеп, буй-һынына тап килешле кейемгә, балаларға мәктәп формаһына заказ бирә. Беҙ барғанда, Марина Чиндяева уҡыусы ҡыҙҙар өсөн аҡ һәм ҡара алъяпҡыстар, формалар тегә ине.
— Көн һайын заказ килеп кенә тора, — ти эшҡыуар. — Кемдер элекке пальтоларҙан нимәлер өҫтәтеп, яңыса эшләтеп ала, икенселәренә мода журналдары аша күргән күлдәк оҡшай, өсөнсөләре яңы һатып алған кейемдәрен ҡыҫҡартыуға алып килә. Заказдарҙың булыуы миңә лә яҡшы, тик ултырырға ваҡыт ҡалмай. Сараһыҙлыҡтан асҡан эшемдең аҡрынлап үҫеүенә бик шатмын.
Эшҡыуар 100 мең һумлыҡ субсидия алыуға өлгәшкән. Программаға ярашлы, ул тағы ла ике кешегә эш урыны булдырырға тейеш. Шунлыҡтан Марина Чиндяева киләсәктә эшселәр өсөн кейем тегеү буйынса махсуслашырға уйлай. Хәйбулла районында сәнәғәт предприятиеларының байтаҡ булыуын иҫәпкә алғанда, уларҙың етәкселеге ярҙамында килешеүҙәр нигеҙендә был алым отошло булмаҡсы, ти эшҡыуар. Шуныһы һөйөнөслө: Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты махсус бейәләйҙәр тегеү өсөн тәүге заказ биргән дә инде. Тимәк, эшҡыуарға ҡул ҡаушырып ултырырға тура килмәйәсәк. Тырышҡан яйын таба тигәндәй, күптәргә өлгө булып, үҙ эшен асҡан Марина Чиндяева бар районда билдәле иң оҫта һәм зауыҡлы тегенсе тигән исемгә лайыҡ булырлыҡ эшләүенә ышанырға ғына ҡала. Уның тырыш, маҡсатҡа ынтылыусан, үҙ-үҙенә талапсан булыуын иҫәпкә алғанда, шулай буласағына һис кенә лә икеләнергә кәрәкмәй, сөнки тап шундайҙар ҡуйған маҡсаттарына өлгәшеүсән.
К. ИШБУЛДИНА.
Хәйбулла районы.