“Дәүләт ярҙамы күңелде күтәрҙе”24.02.2012
“Дәүләт ярҙамы күңелде күтәрҙе”Үҙ эшен башлаусыларға тәүге йылда дәүләт ярҙамы күрһәтеүҙе элегерәк баш ҡаланан тороп башҡарҙылар. Буласаҡ эшҡыуарҙар төрлө тарафтан Өфөгә башта бизнес-планын ебәрҙе, бер аҙҙан теге йәки был документын килтереп еткереү хәстәре менән үҙе әллә күпме тапҡыр юлланды. Шулай интегеп йөрөп-йөрөп тә аҡсалата ярҙам ала алмағандар бихисап булды. Һорау тыуа: 58 800 һум "старт-ап" аҡсаһына үҙ эшен башлаған ауыл кешеһе артабан нисек үҫергә тейеш? Малды ишәйтергә, булғанын тәрбиәләргә аҡсаһы ла, аҙығы ла, техникаһы ла кәрәк бит әле.
Бәләкәй эшҡыуарҙарға ярҙам итеүҙе хәҙер урындарға тапшырҙылар. Быйылдан башлап ҡала һәм район хакимиәттәре үҙ йүнселдәренә адреслы ярҙам күрһәтә ала. Был бик дөрөҫ алым булды, әлбиттә, сөнки кемдең нимә менән шөғөлләнгәне, тырышҡаны-тырышмағанлығы, ярҙамға мохтажлығы район кимәлендә яҡшыраҡ күренә. Шулай ҙа субсидия бүлеү мәсьәләһен Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты контролдә тотасаҡ.
Салауат районының Шәрәк ауылында йәшәүсе Илшат Садиҡовтың шәхси предприятиеһы менән танышырға барғанда ла шул темаға бер нисә тапҡыр әйләнеп ҡайтылды. Ҡатыны Тәнзилә менән өс бала – Илназ, Алмас һәм Айгөлдө – тәрбиәләгән фермер 2009 йылда халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенә иҫәпкә торған. Бер йылдан үҙе – хужалыҡ башлығы, ҡатыны ярҙамсыһы булараҡ бизнес-план төҙөп, 116 мең һум аҡса алған. Махсус тәғәйенләнеше булған һумдарға ғаилә һыйыр һауыу мини-аппараты, бер нисә баш һыйыр малы, фураж һәм башҡа кәрәк-яраҡ булдырған. Үҙенең электән хәләл көсөнә тырыштырған иҫке генә "МТЗ" тракторы булғас, уға тағылма инвентарь хәстәрләгән. Шулай итеп, уңғандарҙың ихатаһында тиҫтәнән ашыу һыйыр малы, өс тиҫтәнән күберәк һарыҡ (уларҙы 50-гә еткермәксе), байтаҡ ҡош-ҡорт (йыл һайын ҡаҙҙы ғына 15–20 баш үҫтерәләр) йыйылып киткән. 28 сутый баҡсала төрлө тамыраҙыҡ, йәшелсә-емеш үҫтерәләр. Һауылған һөттәрен һатып ҡулаҡса эшләйҙәр. Малаяҙ баҙарына сығып, һирәк-һаяҡ ит һатыуҙарын да әйтте хужа, әммә быныһы сараһыҙҙың көнөнән, әлбиттә, аҡса етмәгәнлектән.
“Дәүләт ярҙамы күңелде күтәрҙе”– Ауылда төпләнгән йәш ғаиләләргә өй һалыуға бүленгән субсидияны ла бирҙеләр, – тип шатлана Илшат. – Аҡсаһы килгәнсе нигеҙен әҙерләп тә ҡуйҙыҡ. Бишәүләп 39 квадрат метр майҙанда көн күрә инек, хәҙер 90 квадрат метрҙан кәм булмаясаҡ. Дәүләттән ярҙам алғас, күңел дә күтәрелеп китте, дәртләнеп эшкә тотондоҡ. Хәҙер өр-яңы бесән сапҡысым, үҙем әтмәләп алған эҫкерт ҡойоу ҡоролмам бар. Башлап алып китергә шулар ҙа етә, әммә киләсәктә яңы трактор һәм бесән йыйғыс-тығыҙлағыс тырыштырырға ине. Тик батырсылыҡ етмәйерәк тора әлегә.
Бына шулай ауыл кешеһе: сәләмәтлегем юҡ, ярҙам итмәйҙәр, уныһы етешмәй, быныһы юҡ, тип зарланып ултырмай, тырышып донъяһын көтөргә, балаларына белем бирергә ынтыла.

Хыялдар әйҙәй эштәргә

Фәймә менән Баязит Исламғоловтар 1997 йылда ғаилә ҡорған. Бәхетле йәштәр, Лағыр ауылында төпләнеп, бер йылдан йорт һалып сыҡҡан. Әлбиттә, ата-әсәләре Фатима менән Мәүлитйән Ғаззаловтарға, Бүләкйән Исламғоловҡа, туғандары Фәғилә менән Флүр Әхтәровтарға, дуҫтарына рәхмәттәрен әле лә уҡыйҙар. Ғаиләлә Миләүшә исемле ҡыҙ үҫә. Хужабикә әйтеүенсә, ул ҙур ярҙамсы. Йәй көндәрендә үҫмер баҡсаһын да ҡарай, көтөүен дә ҡаршылай, ашарға ла бешерә икән.
Фәймә элек балалар баҡсаһында эшләгән, штат ҡыҫҡартылыу сәбәпле, эшһеҙ ҡалған. Ә ғаилә башлығының (ҡаҙанлыҡ операторы) эше миҙгелле. Шунан шәхси предприятие асырға кәңәш ҡорғандар. Тәүге аҡсаға мал һатып алғандар.
– Райондың халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге етәксеһе Зөлхизә Гәрәеваға, хакимиәт башлығы Ғәли Хәйретдиновҡа ҙур рәхмәтлебеҙ, улар күңелебеҙҙе күтәреп торҙо, төшөнкөлөккә бирелергә урын ҡалдырманы, – ти Исламғоловтар. – Башлап киткәндә ауырыраҡ булды, сөнки малды һуғымға тотонорға ярамай. Ә аҡса еткереп булмай, ит тә кәрәк.
Ғаилә мал һанын өс тиҫтәгә еткерергә ынтыла, шуларҙың 10 башы һауын һыйыр буласаҡ. Был тиклем малға бесән әҙерләү өсөн техника талап ителә. Әлегә, иҫкерәк булһа ла, тәгәрмәсле тракторҙары, арбаһы, сапҡысы, тырмаһы бар.
"Һыйыр малы артһа, һауын аппараты алырға кәрәк. Тракторҙы ла яңыртырға ине иҫәп", – ти Баязит.
Кәрәклеге бәхәсһеҙ, әлбиттә, сөнки 60 сутый тирәһе майҙанда бәрәңге үҫтерәләр, сабынлыҡтары байтаҡ, 18 гектар пай ерҙәре бар. Эшкәртә алмағандарҙыҡын ҡуртымға алып ҡарарға, иген үҫтерергә хыялланалар. Буй етмәҫ үр түгел, Фәймә менән Баязиттың хыялы тормошҡа ашырҙай.
2010-2011 йылда Башҡортостан Хөкүмәте шәхси хужалыҡтарға техника алыуҙа ярҙам итеү маҡсатында республика бюджетынан аҡса бүлде. Быйыл программаның дауам итеренә ышаныс бар.
Әлегә иһә "Россельхозбанк" асыҡ акционерҙар йәмғиәте, "Башсельхозтехника" дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы менән берлектә, тәүге иғәнәне техника хаҡының 10 проценты кимәлендә ҡуйып, ҡалғанын бүлеп түләү шарты менән техника һата. Яҡынса иҫәпләүҙәр шуны күрһәтә: "Беларусь" хаҡы 800 мең һум (бында иҫәпләү яҡынса алып барылыуын тағы бер ҡат һыҙыҡ өҫтөнә алабыҙ. – Авт.) тәшкил иткәндә, тәүге иғәнә 80 мең һум буласаҡ. Ҡалған 720 мең һумды биш йылға бүлһәң, айына кәм тигәндә 12 мең һумдан ашыу түләргә кәрәк була. Күренеүенсә, дәүләт ярҙамы булмаһа, эшен яңы башлаған хужаға ауырға тура киләсәк.
Валерий ҒӘЙНЕТДИНОВ
Салауат районы.


Вернуться назад